» » Техника хәле тикшерелде

Техника хәле тикшерелде15.04.2016

 Техника хәле тикшерелдеАуыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу мәл - яҙғы баҫыу эштәре алдында тора. Сәсеүҙең ваҡытында һәм сифатлы үтеүе, шул иҫәптән, техниканың төҙөклөгөнә лә бәйле. Учалы ауыл хужалығы колледжы нигеҙендә уҙғарылған зональ кәңәшмәлә тракторҙарҙың һәм тағылмаларҙың техник торошона бәйле һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәлә республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарының дәүләт техник надзоры етәкселәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп ҡыҫҡаса урындағы хәл-торош менән таныштырҙы.
- Районыбыҙҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары бар, уларҙа байтаҡ техника иҫәпләнә. Шулай уҡ, шәхси секторҙа ла үҙйөрөшлө машиналар һаны йылдан-йыл арта бара. Һуңғы күрһәткес буйынса райондың республикала тәүге урындарҙа булыуын (1414 берәмек) крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтарҙың артыуына бәйле тип аңларға кәрәк, - тине ул.

Учалы «Гостехнадзор» инспекцияһында бөтәһе 2429 берәмек техника теркәлгән. 1595 трактор, 11 берәмек иген комбайны, 13 мал аҙығы комбайны, 4 сапҡыс, 231 берәмек юл-төҙөлөш машинаһы, 31 ҡаргиҙәр, 62 башҡа төрлө үҙйөрөшлө машина (самосвал, ер аҫты машиналары һ.б.) һәм 482 тағылма. Агросәнәғәт комплексында 188 берәмек техника иҫәпләнә. Уҙған йылда 1245 берәмек үҙйөрөшлө машина һәм 301 тағылманың торошо тикшерелгән. 2014 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 0,6 процентҡа күберәк. Агросәнәғәт комплексында 145 үҙйөрөшлө машина һәм 33 тағылма тикшереүгә килтерелгән (7 процентҡа күберәк). Дәүләт техник надзорының район инспекцияһы планлы тикшереү барышында 80 протокол төҙөгән, 41900 һум күләмендә штраф һалынған. Һөҙөмтәлә, район ҡаҙнаһы 40400 һумға тулылана.
Пленар өлөштә баҫыу эштәренә әҙер-лек, ауыл хужалығы колледжы миҫалында был өлкәгә кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе ҡаралды. Республика Дәүләт техник надзоры инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов техник тикшереү үтеү тәртибе һәм ҡағиҙәләре, ҡуйылған талаптар менән таныштырҙы. РФ Хөкүмәте ҡара-рына ярашлы, агро-сәнәғәт комплексы ойошмаларына ҡара-ған тракторҙар һәм тағылмалар 15 апрелгә тиклем техник тикшереү үтергә һәм файҙаланыуға рөхсәт алырға тейеш. Ринат Сәхи улы район инспекторҙары алдына был эште ваҡытында, сифатлы атҡарыу талабын ҡуйҙы.
- Төҙөк трактор яҙғы баҫыу эштәрендә бик ҡәҙерле ваҡытты маҡсатлы файҙаланырға мөмкинлек бирә, яғыу-лыҡ-майлау материалдарын аҙыраҡ сарыф итә һәм боҙолоп, мәжбүри буш тороу ваҡытын ҡыҫҡартыуға бәйле сы-ғымдар кәмей. Кешеләр хәүефһеҙлеге һәм сә-ләмәтлеге хаҡында ла оноторға ярамай. Сөнки, ауыл хужалығы техникаһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Сәбәптәрҙең береһе - транспорттың төҙөк булмауынан тыш, водителдең идара итеү оҫталығына ла бәйле. Техник тикшереү бары-шында инспекторҙар механизаторҙың ябай хәүефһеҙлек нормаларын күҙәтеүенә лә иғтибар итергә тейеш, - тине ул.
60 йылға яҡын Учалы ауыл хужалығы колледжы агросәнәғәт комплексы өсөн яҡшы кадрҙар әҙерләй. Колледж лабо-раторияларында һәм трактор полигонынан тыш, студенттар теоретик белемде ғәмәлдә предприятие һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла нығыта.
Семинарҙың прак-тик өлөшө трактор майҙансығында дауам итте. Колледж студенттары техника менән идара итеү оҫталығын күрһәтеп, имтихан заданиеларын үтте. Шулай уҡ, «Урал аръяғы-Агро» МТС-ы, ауыл хужалығы кол-леджы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡарамағындағы трак-торҙарҙың техник торошо тикшерелде. Бөтәһе 25 трактор һәм 5 тағылма килтерелгәйне. Тикшереү барышында яҡтыртыу приборҙарына, тормоз системаһына, идара итеү механизмдарына айырыуса иғтибар бүленде. Һөҙөмтәләрҙән сығып, Ринат Ғәлимов райондағы техниканың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген юғары баһаланы. Тырышлыҡтары һәм хеҙмәттә уңыштары өсөн механизаторҙар - «Урал аръяғы-Агро» МТС-ынан Ришат Ғәлиуллин, Учалы ауыл хужалығы колледжынан Таһир Юлбирҙин, «Аҡтамаҡ» КФХ-һынан Айбулат Йосопов республиканың дәүләт техник надзоры инспекцияһының Рәх-мәт хаттары менән тәбрикләнде.





 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
.. санаңды йәй әҙерлә.. санаңды йәй әҙерлә
Йәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль... Тотош уҡырға
Сифатлы кадрҙар әҙерләнәСифатлы кадрҙар әҙерләнә
Сираттағы кәңәшмәлә Учалы тау сәнәғәте колледжы эшмәкәрлеге тураһында учреждение директоры Дмитрий Абдрахманов бәйән итте. Уҡыу йортона 1967 йылда... Тотош уҡырға
«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»
27 ғинуарҙа Өф өлә БР Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте... Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеХеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бер төркөм алдынғылар намыҫлы хеҙмәт, тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн юғары... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.