» » Космонавт менән осраштыҡ

Космонавт менән осраштыҡ06.05.2016

Космонавт менән осраштыҡҘур уңыштар ҡаҙанған, ысын геройҙар менән осрашып, аралашыу кешенең үҙендә лә күңел күтәренкелеге, яҡшылыҡҡа ынтылыш уята. Үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тәрбиәһе йәһәтенән дә ҡала-районыбыҙ уҡыусыларының Рәсәй Федерацияһы геройы, космонавт-һынаусы Сергей Ревин менән осрашыуы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Тәүҙә был шәхес хаҡында ҡыҫҡаса белешмә биреү урынлы булыр.
Сергей Николаевич Ревин 1966 йылда Мәскәүҙә тыуған. Мәскәү электр техника институтын тамамлай, инженер-физик һөнәрен ала. 1998 йылда уға «космонавт-һынаусы» квалификацияһы тапшырыла. 2012 йылдың май-сентябрь айҙарында «Союз ТМА-04М» карабында йыһанға оса. Космосҡа сәйәхәт 125 тәүлек 50 минут дауам итә. С. Н. Ревин - «Роскосмос» Федераль космос агентствоһының летчик-космонавты. Педагогия фәндәре кандидаты, «Йыһандан дәрестәр» проекты авторы.

Рәсәй геройы ҡарап тороуға ҡәҙимге кеше. Буйға оҙон, кәүҙәгә ҙур түгел. Хатта йөҙө бер аҙ ҡаҡсараҡ та. Костюм-салбар кейгән, галстук таҡҡан (әйткәндәй, осрашыуға килгән кескәйҙәр скафандрҙағы кешене күрергә уйлағандарҙыр - янда ултырыусы малай әсәһенән тап ошондай космонавты оҙаҡ таптырҙы). Ҡунаҡ үҙен бик ябай, тәбиғи тотто. Балалар, йыйылған халыҡ менән әңгәмәгә асыҡ булыуы һиҙелеп тора, һораған береһе менән фотоға төшөргә, автографын ҡалдырырға әҙер ине.
Ҡала филар-монияһында уҙған осрашыуҙың төп маҡсаты - Ю. А. Гагарин кубогына республика уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүселәрен тәбрикләү. Йыл һайын был ярышта меңдән ашыу Учалы уҡыусылары ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2016 йылда ла 12 фән буйынса 153 1-се - 8-се класс уҡыусыһы еңеүгә өлгәшкән.
- Бөгөн районыбыҙ тормошонда тарихи көн - тәүге тапҡыр Учалыға ысын космонавт килде. 40 йылға яҡын ғүмер йәшәп тә бындай мөмкинселек миңә тәү тапҡыр сыҡты, ә һеҙ, балалар, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уның менән осрашаһығыҙ. Был ваҡиға эҙһеҙ үтмәҫ, һеҙҙең арағыҙҙа ла киләсәктә тормошон космонавтика, авиация менән бәйләргә теләүселәр булыр, тип ышанам. Һәр хәлдә, һеҙҙән үҙенең бәләкәй Ватанын данлар лайыҡлы шәхестәр үҫеүен теләйем, - тине залдағыларҙы сәләмләп район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев. Ул, шулай уҡ, Сергей Ревинды кешенең тәү тапҡыр космосҡа осоуына 55 йыл тулыу айҡанлы ҡотлап, балалар, йәштәр менән алып барған патриотик тәрбиәһе өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Олимпиада еңеү-селәрен тәбрикләргә сәхнә түренә күтәрелгән Сергей Ревин осоуға әҙерлеккә, космостағы тормошҡа, үткәрелгән тикшеренеүҙәргә бәйле фотоһүрәттәр күрһәтте. Мәҫәлән, йыһан сәйәхәте алдынан космонавтар 150 имтихан тапшыра. Уларҙың 50-гә яҡыны сит илдә һәм инглиз телендә бирелә. Ҡунаҡ космонавтҡа күпте белергә, даими үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәм, әлбиттә, физик һәм психик сәләмәтлек, спорт тәүге урында булырға тейеш. «Мәктәптә уҡығанда уҡ мин төрлө спорт төрҙәре менән мауыҡтым. Осош ваҡытында экипаж, мотлаҡ, тәүлегенә ике тапҡыр физкультура менән шөғөлләнә. Был ауырлыҡ юғалтыу шарттарында мускулдарҙы яҡшы формала тотоу һәм ергә ҡайтҡас сәләмәтлек ҡаҡшамаһын өсөн кәрәк», - тине ул. Фотоһүрәттәрҙән балалар космоста экипаж үткәргән ғилми һынауҙар, Ер шары, уны уратып алған күк һауа, төньяҡ балҡышын ҡараны. Әйткәндәй, Ер шары тирәләй юғары тиҙлектә хәрәкәт итеп экипаж тәүлегенә 16 тапҡыр таң атыуын һәм ҡояш байыуын күҙәтә ала.
Байконур космодромы хаҡында һүҙ йөрөткәндә Сергей Ревин осош алдынан күҙәтелгән йолалар хаҡында ла һөйләне. Мәҫәлән, йыһанға сәйәхәт алдынан һәр космонавт ағас ултырта икән. Яртылаш сүллек Ҡаҙағстан ерендә үҫемлектәр бик һирәк, ә Байконур полигоны ҡаршыһында 55 йыл эсендә тотош парк хасил булған.
Илсе урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Руслан Ильясов - олимпиаданың муни-ципаль этабында беренсе урын алыусыларҙың береһе. Ярышта ул физкультура фәне буйынса ҡатнашҡан.
- Космонавт менән осрашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Бигерәк тә уның космос, осоу тураһында һөйләгәндәре оҡшаны. Физкультура менән тағы ла яҡшыраҡ шөғөлләнеп, мин дә космонавт булырға хыялланам, - ти Руслан.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Үҙ өлөшөмдө индерҙемҮҙ өлөшөмдө индерҙем
.. Теүәл 55 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә «Байконур» космодромынан Юрий Гагарин «Восток-1» карабында тәү тапҡыр йыһанға күтәрелде. Бөтә... Тотош уҡырға
Һау бул, мәктәп!Һау бул, мәктәп!
22 май ҡала-районыбыҙҙың белем биреү усаҡтары сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙатты. Был көндә 11-се класс уҡыусылары өсөн һуңғы... Тотош уҡырға
Телгә һөйөү тәрбиәләнәТелгә һөйөү тәрбиәләнә
Мәҙәниәт йылына алмашҡа Әҙәбиәт йылы килде. Рәсәй - күп милләт вәкилдәрен үҙенә һыйындырған ил. Һәр халыҡ тәүге урында үҙ мәҙәниәт, әҙәбиәтен күҙ... Тотош уҡырға
Лайыҡлы уҡыусыларЛайыҡлы уҡыусылар
Районыбыҙ уҡыусылары Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ булды. Рөстәм Хәмитов дөйөм белем биреү учреждениелары, сәнғәт, физик культура һәм... Тотош уҡырға
Йыһан киңлеген иңләпЙыһан киңлеген иңләп
1961 йылдың 12 апреле донъя тарихында мөһим ваҡиға менән бәйле. Тап ошо көндә СССР гражданы, өлкән лейтенант Юрий Гагарин «Восток» йыһан карабында... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.