» » Егеттәребеҙ һынатманы

Егеттәребеҙ һынатманы17.05.2016

Егеттәребеҙ һынатманы12-14 майҙа ҡалабыҙҙа «Ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү» һөнәре буйынса урта уҡыу учреждениелары олимпиадаһының тамамлау этабы үтте. Башҡортостан, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Кемерово, Норильск, Улан-Удэ, Соликамск ҡалалары техникум-колледждарынан иң яҡшы студенттар көс һынаша. Ярыштың Учалы тау сәнәғәте колледжы базаһында үткәрелеүе - фәҡәт беҙҙә ил кимәлендә алғанда ла, төплө һәм заманса матди база тупланыуға дәлил был. Бындай масштабта һәм бындай йүнәлештә сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелә.
Студенттарға етди һынау тоторға тура килде: быраулау машинаһы менән идара итеү, перфоратор һүтеү-йыйыу, шахтерҙарҙың «самоспасатель» яйланмаһы, нивелир, дально-мер кеүек приборҙар менән эш итеү, теория белемдәре, техник инглиз теле буйынса имтихан.
Учалы колледжының күптән-ге партнеры - «Атлас Копко» машиналар эшләү компанияһы еңеүсегә бик тә әүрәткес бүләк вәғәҙә итте: Швециялағы заводҡа барып, компанияның конструкторҙары, эшселәре һәм белгестәре менән аралашыу форсаты биреләсәк, Стокгольм ҡалаһына экскурсия ла ойоштороласаҡ. Ярыш үтә ҡыҙыу барҙы.
Йомғаҡлау сараһында район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, йәш таусыларыбыҙҙың яҡшы әҙерлек алыуҙарын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән колледждың тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүенең ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләне.
- Әлегә еңеүсе булмаған конкурсанттар ҙа еңде тиерлек - ысын ирҙәргә хас һөнәр һайлау һәм яҡшы кимәлдә үҙләштерә алыу - үҙе үк ҙур ҡаҙаныш! - тип билдәләне ул.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Анна Петрова ярышты юғары кимәлдә ойошторған өсөн учалыларға, айырыуса колледж директоры Дмитрий Абдрахмановҡа ихлас күңелдән рәхмәт әйтте.
Еңеүсе - Ползунов исемендәге Урал колледжы (Екатеринбург) студенты Дмитрий Сухинин, фәҡәт ул «Иң яҡшы таусы» исеменә лайыҡ булды.
Хужа - ҡунаҡтың ҡоло тигәндәй, өс Учалы егете конкурстан тыш ҡатнашты - ярыш шарттары ошоно талап итә. Әлеге олимпиаданың республика этабы 12 апрелдә үткәйне. Унда ла Учалы колледжы студенттары иң юғары балл йыйып та, ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, рәсми еңеүгә дәғүә итә алманылар. Шулай ҙа айырым номинацияларҙа иң яҡшы оҫта тип танылдылар: перфоратор һүтеп-йыйыуҙа, шартлатыу селтәре монтажлауҙа, быраулау машинаһы менән идара итеүҙә - Вадим Ханнанов, тау эштәре технологияһын белеүҙә - Вилюр Моталлапов, маркшейдер эшмәкәрлегендә - Илдар Вилданов. Тәбиғи, өсөһө лә Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ла үҙҙәрен күрһәтте. Илтабан ауылы уҙаманы Вадим Ханнанов иң юғары күрһәткескә өлгәште. Олимпиада шарттары буйынса рәсми рәүештә еңеүсе тип таныла алмаһа ла, ойоштороусылар ғәҙел ҡарар ҡабул итте - Вадим Ханнанов та Швецияға эш сәфәре менән бара аласаҡ. Ҡотлайбыҙ!
P.S. Ярыштың үҙенән тыш, уҡыу йорттары етәкселәре өсөн «түңәрәк өҫтәл» үтә. Урта махсус һөнәри белем биреү системаһының проблемалары ҡарала, бөтә тәҡдимдәр РФ Мәғариф һәм фән министрлығына йүнәлтеләсәк. Барыһын да иң ныҡ борсоғаны - предприятиелар менән бәйләнештең бушаҡлығы, ошо талап үтәлмәйенсә ысын белгес әҙерләү мөмкин дә түгел. Беҙҙең комбинат һәм беҙҙең колледж кеүек булдыра алмайҙар икән шул.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яҡшы белгестәр әҙерләнәЯҡшы белгестәр әҙерләнә
Ике көн дауамында Учалы тау сәнәғәте колледжында «Иң яҡшы таусы-2015» тип исемләнгән һөнәри оҫталыҡҡа төбәк-ара конкурс үтте. Ярыш «Ер аҫты ҡаҙылма... Тотош уҡырға
Сифатлы кадрҙар әҙерләнәСифатлы кадрҙар әҙерләнә
Сираттағы кәңәшмәлә Учалы тау сәнәғәте колледжы эшмәкәрлеге тураһында учреждение директоры Дмитрий Абдрахманов бәйән итте. Уҡыу йортона 1967 йылда... Тотош уҡырға
Көслөләр билдәләндеКөслөләр билдәләнде
«Монолит» спорт клубында район-ҡала үҫмерҙәре араһында 4-се йыл рәттән уҙғарылған бокс буйынса турнир үтте. Унда «Монолит», «Таусы» һәм Учалы... Тотош уҡырға
Беҙгә эшселәр кәрәкБеҙгә эшселәр кәрәк
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар... Тотош уҡырға
Емешле хеҙмәттәшлекЕмешле хеҙмәттәшлек
«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм яңынан әҙерләү системаһын үҫтереү» тип аталды Учалы тау-металлургия... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.