» » Полиция менән берлектә

Полиция менән берлектә26.07.2016

Полиция менән берлектә22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Рәшиҙә Солтанова алып барҙы.
Республикабыҙҙа Йәмәғәт советы ун икенсе йыл эшләй. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшмәкәрлеге йәмәғәтселек менән хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара килешеп эш итеү формаһы булып тора. Уның эшмәкәрлеге халыҡ араһында киң таралған. Министрлыҡ советы составына төрлө һөнәр белгестәре инә, шуға ла төрлө мөрәжәғәт-үтенестәргә яуапты фән, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, дини конфессия вәкилдәре бирә. Йәмәғәт советы ағзалары БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге менән берлектә граждандарҙы ҡабул итә, йәмәғәтселек менән килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Ул көндө ҡабул итеүгә өс кеше яҙылғайны. Мөрәжәғәт итеүселәргә проблемаларын хәл итергә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ ҡаланың 1-се лицейында полиция класы булдырыу тураһында ла тәҡдим яңғыраны.
Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, Өфө дәүләт техник авиация университеты ректоры Морат Ғөзәиров ҡатнашлығындағы эш төркөмө полиция етәкселеге менән берлектә урындағы Йәмәғәт советының башҡарылған эше тураһында отчеттарын тыңланы. Учалы районы буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы 2009 йылда ойошторолған. Уға ойошма-предприятие етәкселәре, киң мәғлүмәт са-ралары хеҙмәткәрҙәре, сәйәси партиялар, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре инә. Совет ағзалары квартал һайын ултырыштар уҙғара, халыҡтың мөрәжәғәтен ҡарай, оператив-профилактик сараларҙа ҡатнашалар. Халыҡ дружиналарын ойоштороу тураһында күптән түгел ҡабул ителгән федераль һәм республика закондарын тормошҡа ашырыу, ошо йәһәттән халыҡ фекерен өйрәнеү, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм нығытыу эшендә йәмәғәт формированиеларының роле хаҡындағы мәсьәләләр буйынса кәңәшмә барышында етди һөйләшеү булды. Республика Йәмәғәт советы ағзалары ра-йоныбыҙҙа булдырылған ирекле халыҡ дружиналарының эшмә-кәрлегенә юғары баһа бирҙе. Бөгөн был составҡа 256 кеше инә, улар 16 ауыл ултырағында тәртип һаҡлайҙар.
- Ҡала-райондарҙа Йәмәғәт советтарының эшмәкәрлеге яҡшы бара. Учалыға килер алдынан Архангелдә, Белоретта булдыҡ. Эштең яйға һалынғаны шатландыра, - тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы.
Эш сәфәре барышында Рәшиҙә Солтанова Учалы эске эштәр бү-легенең хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән яҡындан танышты. Дежур, участка уполномоченныйҙары, тикшереү бүлектәрен, ваҡытлыса тотоу изоляторын ҡараны, полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.
- Республика буйлап күп йө-рөргә тура килә. Төрмәләргә, изоляторҙарға йыш барабыҙ, тот-ҡондар менән һөйләшәбеҙ. Йән өшөткөс яҙмышлы кешеләр менән осрашабыҙ. Әле иң ҡыуандырғаны - изоляторҙа ултырғандар ара-һында ҡатындарҙың булмауы. Сөнки беҙ булған урындарҙа берәү булһа ла осрай. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе булараҡ, төрмәгә эләккән ҡатындарҙың яҙмышына битараф түгелмен. Енәйәттәр башлыса ғаилә-ара низағ, эскелек арҡаһында ҡылына. Ир-егеттәр нигеҙҙә ҡатындарын туҡмап, йәиһә үлтереп тимер сым артына эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай. Мәҫәлән, шундай осраҡ булды. Ҡатыны ирен үлтерергә 30 мең һумға кеше яллай. Хоҡуҡ органдары ваҡытында енәйәтте иҫкәртә. Ҡатын ҡылмышын былай тип аңлата: «Эсте, һуғышты, түҙер әмәлем ҡалманы». Үҙен 13 йылға, ә уның әшнәһен 10 йылға хөкөм иттеләр.
Тағы бер хәл. Ҡатын иренә 21 тапҡыр бысаҡ менән сәсә. Сәбәп шул уҡ - сыҙамлығы ҡалмаған. Ошондай аяныслы хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, һаҡлау өҫтөндә эшләргә кәрәк. Бөгөн ул дәүләт әһәмиәтендәге көнүҙәк мәсьәлә булып тора, - тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Туҡмай, тимәк, ярата!?«Туҡмай, тимәк, ярата!?
«Туҡмай икән, тимәк, ярата!» Ниндәй ахмаҡ уйлап сығарғандыр был әйтемде? Моғайын, һуғышырға яратҡан әҙәм ауыҙынан таралғандыр. Ысынында яратҡан... Тотош уҡырға
Хәбәр итегеҙ!Хәбәр итегеҙ!
17-28 ноябрҙә Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы уҙа. Уның маҡсаты -... Тотош уҡырға
Көнүҙәк һорауҙар ҡаралдыКөнүҙәк һорауҙар ҡаралды
Учалы ауыл ултырағы хакимиәте эргәһендәге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ултырышы үтте. Оло кеше оло кеше инде - алдағы ултырыштан һуң өс совет... Тотош уҡырға
Мөһим эш башландыМөһим эш башланды
2 майҙан октябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда «Мәк-2014» тип аталған ведомство-ара комплекслы оператив-профилактик операция үткәрелә. Наркотиктар... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.