» » Яңы уҡыу йылына маҡсаттар билдәләнде

Яңы уҡыу йылына маҡсаттар билдәләнде30.08.2016

Яңы уҡыу йылына  маҡсаттар  билдәләнде«Белем биреү сифатын арттырыу ҡоралы булараҡ педагогтың һөнәри стандарты» - ошондай тема аҫтында үтте район уҡытыусыларының быйылғы август кәңәшмәһе. Уның эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге начальнигы Жанна Миникеева, урындағы хакимиәт һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
Кәңәшмәгә йыйы-лыусыларҙы иң беренсе район хакимиәте баш-лығының беренсе урын-баҫары Руслан Ғиләз-етдинов сәләмләне. Ул ҡыҫҡаса мәғариф өлкәһе торошо менән таныштырҙы.

- Уҙған йылдың август кәңәшмәһендә ҡу-йылған маҡсаттарҙың, билдәләнгән мәсьәлә-ләрҙең күп өлөшө хәл ителде. Шулай ҙа, өҫтәмә тырышлыҡ талап иткән көнүҙәк проблемалар бар. Район мәғариф өл-кәһенең матди-техник базаһы айырыуса иғтибар үҙәгендә. Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында капиталь ремонт өсөн 2016 йылда республика һәм муниципаль бюджеттан 17 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Миндәк, Учалы, Илсе, ҡаланың 4-се балалар баҡсаһында, Учалы ауылы Башҡорт гимназияһында төҙөкләндереү эштәре үтте.
Ҡалала 3-7 йәштәге балалар өсөн сират мәсьәләһе юҡ. Яңы бина төҙөү һәм өҫтәмә төркөмдәр асыу ярҙа-мында бөгөн 3 йәштән кесерәктәр ҙә балалар баҡсаһына йөрөү мөм-кинлегенә эйә.
Быйылғы ярты йылда 509 бала донъяға килгән, уҙған йылда ошо уҡ ваҡытҡа - 559 сабый тыуған. Оҙаҡламай бала табыу йәшенә тыуым һүл-пәнәйгән 90-сы йылдар аҙағында тыуыусылар инәсәк. Хәҙер иһә тыуым артҡан - 2009-2010 йылғы кескәйҙәр үҫеп килә. Тимәк, оҙаҡламай балалар баҡсаларына йөкләмәләрҙең кәме-үе, ә мәктәптәргә, киреһенсә, артыуы көтөлә. Республика Башлығы урта белем биреү учреждениелары тулыһынса бер сменаға күсерелергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйҙы. Был талап, бәлки, мәктәпкәсә уч-реждениеларҙың буш урындарында башланғыс кластарҙы урынлаштырыу аша хәл ителер, - тине ул.
Дөйөм белем биреү системаһы хаҡында һүҙ йөрөткәндә Руслан Ғиләзетдинов Берҙәм һәм төп дәүләт им-тихандарының тыныс үтеүе өсөн барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. Район эсендә һынауҙар һөҙөмтәләренең яҡ-шырыуы күҙәтелһә лә, уҙған йылдағыса күрһәткестәр уртаса республиканыҡынан түбәнерәк. Мәҫәлән, мотлаҡ тапшырылған рус теленән республикала уртаса балл - 66,6, районда - 62,7, профилле математиканан - 49,6, районда - 47,7. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадалары күр-һәткестәре лә маҡта-нырлыҡ түгел: һуңғы ике йылда 4 еңеүсе булған, быйыл иһә берәү генә. Тимәк, әлегә уҡытыусыларҙың был юҫыҡта ынтылаһы үрҙәре бейек.
Һөнәр һайлау буйынса алып барылған эште әү-ҙемләштереү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
(Аҙағы 2-се биттә).





Техник йүнәлештәге түңәрәктәр, урындағы предприятие-ойошмалар менән яҡын хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәләрен бирәсәк.
Балалар хәүефһеҙлеге – тәүге урында булырға тейеш. Руслан Ғәлиән улы күңелһеҙ һандарға ла туҡталды. Уҙған йылда балалар үлеменең төп сәбәбтәрен юл-транспорт ваҡиғалары (44 процент), янғын (30 процент) һәм батыу (20 процент) тәшкил иткән. Быйылғы ете ай һөҙөмтәләре буйынса тәүге урынды батыу биләй (37 процент), унан ҡала юл-транспорт ваҡиғалары һәм янғындар килә (25-әр процент). Һәр белем биреү учреждениеһына сентябрь айында һыуҙа, өйҙә, мәктәптә, тәбиғәттә, юлда барлыҡҡа килгән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырған саралар уҙғарыу талабы ҡуйылды.
Зөһрә Рәхмәтуллина Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән мәғариф өлкәһендәге закондар менән таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, дәүләт кимәлендә мәғарифты үҫтереүгә етди иғтибар бүленә, ә белем биреү сифаттын арттырыу уҡытыусыларҙың ғына түгел, ә дөйөм йәмәғәттең уртаҡ маҡсаты булып тора.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткергәндән һуң Эльвира Айытҡолова үҫеп килгән быуын социализацияһында мәктәп биләгән урын хаҡында һүҙ йөрөттө.
- Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн балаларҙың шәхес булып формалашыуында ҙур ролде интернет, виртуаль донъя биләй. Ата-әсәләр, уҡытыусылар баланың ниндәй сайттарҙа ултырыуын, нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуын белмәй. Ә бит ошо интернет сығанаҡтар әле психикаһы нығынып етмәгән кешене «һындырыуы», үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәреүе мөмкин. Башҡа маҡсаттарҙан тыш, бөгөн һәр белем биреү учреждениеһы үҙ тәрбиәләнеүселәренең мәғлүмәти хәүефһеҙлеге хаҡында ла уйланырға тейеш.
Белем биреү сифатын үҫтереү буйынса һүҙ йөрөткәндә педагогтарҙың компетентлығы, уҡытыусылар хеҙмәт иткән мөхитте лә күҙ уңынан ысҡындырыға ярамай. Етәкселәр һәр талантлы уҡытыусыға теше тырнағы менән йәбешеп ятырға тейеш. Ғәҙәттә, һәләт эйәләре - ул үҙ фекере булған, бер ҡалыпҡа яраҡлашырға теләмәгән кешеләр. Һәм йыш ҡына шәхси аңлашылмаусынлыҡтар арҡаһында ундай хеҙмәткәрҙәр менән директорҙар оҙаҡ эшләргә теләмәй. Бөгөн мәғариф системаһында үҙәк урынды яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусы биләй, ә һәр уңыш артында һәләтле уҡытыусы тора. Райондың дөйөм күрһәткесе ошо айырым еңеүҙәрҙән хасил була ла инде. Тимәк, белем биреү учреждениелары етәкселәренә йәмәғәт фекерен яулай, башҡалар менән «сәләмәт» мөнәсәбәттәр төҙөй белгән лидер булыу кәрәк.
Райондың дөйөм һөҙөмтәләрен яҡшыртыу өсөн мәғариф өлкәһенә яңы ҡараш, яңы идеялар, яңыса эш кәрәк. Был тәңгәлдә алға китеүсе башҡа райондарҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙан, икенселәрҙән өйрәнеүҙән тартынмағыҙ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
«Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандары кәрәкме-юҡмы, тигән бәхәстәр артта ҡаларыға тейеш. Улар бар, буласаҡ һәм беҙҙең дөйөм маҡсат – уларҙы мөмкин тиклем яҡшы итеү», - тигән фекерҙе яңғыратты Жанна Миникеева. Сығарылыш класс уҡыусыларының имтихан һөҙөмтәләрен яҡшыртыуҙың бер юлы – һөнәр һайлау буйынса эште балалар менән урта кластарҙан уҡ башлау. Республика буйынса быйылғы 11-селәрҙең 13 проценты бәлки кәрәк булыр тип 7 һәм унан күберәк фәнде һайлаған. Бындай күплелек шарттарында яҡшы һөҙөмтәләр хаҡында һүҙ йөрөтөүе ҡыйын, әлбиттә.
Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре менән мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова таныштырҙы. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәр Федераль дәүләт стандарттарына күсә. Башланғыс кластарҙан тыш был эш урта звеноға ла ҡағылды. Стандарттарҙың индерелеүенең яҡшы һөҙөмтәләре һиҙелә башлаған да инде: балаларҙың эшмәкәрлеге күберәк үҙаллылыҡҡа, тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеүе күҙәтелә.
Нурзидә Сәлимйән ҡыҙы, шулай уҡ, ҙур ғорурлыҡ менән, конкурстарҙа еңеү яулаған, гранттар алыуға лайыҡ булған уҡытыусылар, алып барылған тәрбиәүи эш, балаларҙың йәйге ялы менән таныштырҙы.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Еңеүҙәр - хеҙмәт ашаЕңеүҙәр - хеҙмәт аша
Көҙҙөң тәүге байрамы - Белем көнө алдынан изге йолаға әүерелгән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған уҡыу йылына һөҙөмтәләр яһау, киләһе... Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеХеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Ҡала-районыбыҙ буйынса Уҡытыусылар көнө айҡанлы һәм йәш быуынды уҡытыуҙа, тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн түбәндәге уҡытыусылар... Тотош уҡырға
Үҙгәрештәр барҮҙгәрештәр бар
Башланған уҡыу йылының тәүге айы үтеп тә китте. Белем биреү өлкәһендәге хәлдәр менән яҡындан танышыу маҡсатында мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән... Тотош уҡырға
Сифатлы белем - төп талапСифатлы белем - төп талап
Ҡала филармонияһы алды һабантуй майҙанынан кәм түгел ине: ҡала-районыбыҙҙың мәктәп һәм балалар баҡсалары берләшеп татар, украин, ҡаҙаҡ, рус, кавказ... Тотош уҡырға
Күҙәтеү көсәйҙеКүҙәтеү көсәйҙе
Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре яҡынлашып килгән етди һынау - Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.