» » Урып-йыйыу тамамланды

Урып-йыйыу тамамланды05.09.2016

Урып-йыйыу  тамамландыБыйыл район хужалыҡтарының ураҡ эштәрен иртә тамамлауҙары барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, әлбиттә. Быға тиклем мөһим кампания сентябрь аҙағынаса һуҙыла торғайны. Көндәрҙең аяҙ тороуын файҙаланып, бөтә хужалыҡтар ҙа бар көстәрен урып-йыйыу эштәрен башҡарыуға һалды.
Әлбиттә утыҙ градус эҫелек игенселәргә өҫтәмә ауырлыҡтар ҙа килтерҙе. Әммә үҫ-терелгән уңышты ям-ғырҙар башланғансы нисек тә йыйып алдылар. Әлеге ваҡытта 11 мең гектар майҙанда иген һуғылған, тағы ла 1300 гектарҙы йыйып алырға кәрәк. Нигеҙҙә һуң өлгөрә торған культуралар ҡалған. Уңыштың гектар ҡеүәте уртаса 15 центнер тәшкил итә. Сағыштырмаса яҡшы уңыш «Байрамғол» агрофирмаһы, «Авангард», «Күмәс-Агро» хужалыҡтарында. Йәй-ҙең ҡоро тороуы, июнь айында ямғыр яумауы культураларға насар йоғонто яһаны. Шуға ҡарамаҫтан уңыш са-малы булһа ла, сифатлы. Эҫе көндәрҙә иген культуралары тураға һуғылды, ошо йәһәттән сығымдар ҙа әҙерәк китте. Ужым культураларынан алынған уңыш ярайһы ғына.

- Гектар көсө уртаса булһа ла иген ҡоро, сифатлы. Ошо арҡала хужалыҡ-тарҙың эше күпкә еңеләйҙе. Иген-де киптереү талап ител-мәне, таҙартып шундуҡ келәттәргә һал-дылар. Элеваторҙың яр-ҙамына мохтаж түгелдәр. Әммә шуны әйтергә кәрәк, былтыр йыл ямғыр-лы булһа ла, игендең уңдырышлығы юғары ине. Урыны менән 50 центнерға етте, - тип мәғлүмәт бирҙе ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Арслан Шәғәретдинов.
Туҡтауһыҙ ҡоролоҡтан интеккән Баймаҡ, Хәй-булла райондары агра-рийҙары ла быйыл яҡшы уңыш алып ҡыуанған, гектарынан уртаса 20 цент-нер тәшкил итә.
Хужалыҡтар урып- йы-йыу менән бер рәттән ужым сәсә. «Байрамғол» агрофирмаһы кукурузды силосҡа һала.
Игенгә хаҡ былтырғы менән сағыштырғанда күтәрелгән. Бойҙайҙың килограмын 10, арпаны - 8-9, һолоно - 7 һум менән һаталар. Иң ҡиммәте ҡарабойҙай – 20 һум. Шуға ҡарамаҫтан, магазиндарҙа тағы ла юғарыраҡ 80-100 һум. Сауҙа үҙәктәрендә ҡарабойҙайҙың ҡим-мәтләнеүе баҙар тәь-ҫирелер, күрәһең. Сөн-ки хужалыҡтарҙың бы-йылғыһынан тыш, үткән осорҙан ҡалғаны ла бар. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ауыл хужалығы продукцияһына шул иҫәптән ҡарабойҙайға ла мониторинг үткәреп тора. Улар әйтеүенсә, борсолорға урын юҡ, әммә 100 һумға еткән ярманы күреп нисек борсолмайһың инде. Шуға ла ҡайһы ваҡыт сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты исемен тулыһынса аҡламай, тигән фекергә киләһең. Борсолмаҫҡа саҡырыуҙан тыш, халыҡҡа бер ниндәй ярҙам күрһәтә алмайҙар. Хаҡты арттырған етештереүселәргә, сауҙа ойошмаларына тәьҫир итерлек көстәре юҡ. Ә беҙ, иһә, ҡарабойҙай 20 һум булғанда ла артыҡ күп ашаманыҡ, хәҙер ҙә унһыҙ берәй нисек йәшәрбеҙ. Тауарҙары үтмәй башлаһа, хаҡын төшөрөрҙәр әле.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Бирешергә уйҙары юҡБирешергә уйҙары юҡ
Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Быйыл игенселәр өсөн һауа шарттары ыңғай торҙо, яҙ ваҡытынан 7-10 көнгә иртәрәк килде. Әлеге... Тотош уҡырға
Сәсеү тамамланаСәсеү тамамлана
Районда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ҡайһы бер хужалыҡтар бөртөклө культураларҙы сәсеп бөттө, йылы яратыусы ҡарабойҙай, кукурузға, судан... Тотош уҡырға
Хаҡтар ниңә арта?Хаҡтар ниңә арта?
Европанан санкциялар индерелгәндән һуң халыҡ, иң мөһиме аҙыҡҡа хаҡ артмаһын, тип борсолғайны. Ил етәкселеге быға юл ҡуйылмаясаҡ, тип барыбыҙҙы ла... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙаМал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән,... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.