» » Киләсәк - йәштәр ҡулында

Киләсәк - йәштәр ҡулында28.09.2016

Киләсәк -  йәштәр ҡулындаЯл көндәрендә ҡалабыҙҙа «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҙеш перспективалары» тип аталған Халыҡ-ара форум үтте. «Был сара былтыр Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттарының йәштәр форматындағы дауамы. Форум үткәреү хоҡуғы алыу өсөн университетыбыҙ конкурста ҡатнашып, махсус федераль грантҡа эйә булды», - тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт университеты проректоры, яҡташыбыҙ Юлай Янбаев.
Екатеринбург ҡала-һында «Students BRICS Games 2016» тип аталған спорт уйындары барһа, Учалыла форумдың ғилми-мәғариф өлөшөнә йыйылдылар. Урал федераль һәм юридик университеттары, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡатнашлығында, Феде-рация Советы, Рәсәй спорт студенттар союзы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ кеүек абруйлы инстанциялар булышлығы менән үтте. Ә урындағы властарҙың, спортсы, артист һәм йәмәғәтселектең индергән өлөшөн әйтеп тораһы ла түгел инде - барыһы ла бик матур ойошторолдо. 24 сентябрҙә төрлө тарафтарҙан йы-йылған ҡунаҡтарға филармонияла матур концерт күрһәтелде, экскурсиялар ойошторолдо.
Тантананы асҡанда яҡташыбыҙ, Рәсәй Феде-рация Советы комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова былай тип телмәр тотто:
-Бындай Халыҡ-ара йыйын үткәреү - беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Студент спорты тыныслыҡ, хеҙмәттәшлек, үҫеш принциптарына ҡорола, халыҡтар дуҫлығын арттыра. Студент спорты масса күренешенә әйләнергә тейеш, был йүнәлештә булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Ә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Башҡортостанда 1 мил-лион самаһы йәш кеше, шул иҫәптән 200 мең студент барлығын телгә алды. Ошо һандарҙы күҙаллағанда ла студент спортын йәйелдереү бар йәмғиәттә сәләмәт йәшәйеш образы таралыуға булышлыҡ итәсәге көн кеүек асыҡ. Киләсәк - йәштәр ҡулында һәм был ҡулдарҙың көслө, иң мөһиме - сәләмәт булыуы бик тә мөһим.Шулай уҡ Андрей Иванович, бындай мәртәбәле йыйындың Учалыла үтеүе осраҡлы түгеллеген, районыбыҙҙа спорт төрлө яҡлап үҫеүен телгә алды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ғорурлыҡ менән бил-дәләне: Боҙ аренаһы, 9 хоккей корттары, футбол яланы профессиональ талаптарға яуап биргән «Таусы» стадионы, бас-сейн, мотокросс һәм саңғы-роллер трассалары һәм башҡа спорт объ-екттарыбыҙ етәрлек. Хат-та тау саңғыһы менән шөғөлләнергә теләү-селәргә хәлгә ҡарап трасса булдырылды. Спорт-сыларыбыҙ республика, федерация, Халыҡ-ара кимәлдәрҙә уңышлы сығыштар менән йыш һөйөндөрә.
Ә 25 сентябрҙә 1-се лицей базаһында дис-куссиялар, «йоморо өҫ-тәл»дәр, презентациялар, сессиялар үтте. Бик күп һорауҙар күтәрелде. Шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС илдәре студенттары араһында спорт хеҙмәттәшлеген йәйелдереү, студент-тарҙың Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуы, спорттың тәрбиә һәм белем биреү процесындағы роле, спорт өлкәһендәге ғилми эштә хеҙмәттәшлек һ.б. Тиҫтәнән ашыу ғилми доклад яһалды һәм улар буйынса фекер алышыуҙар үтте.
- Миңә барыһы ла оҡшаны, - тип билдәләне һуңынан һөйләшкәндә Ҡырғыҙстан физик культура һәм спорт буйынса дәүләт академияһы вәкиле Марат Саралаев, - беҙ бит башҡорттар менән туғандаш халыҡтар. Милли спорт төрҙәрен онотмауығыҙ хуп. Беҙ хәҙер Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын ойоштора башланыҡ, һеҙ тағы ла әүҙемерәк ҡатнашһағыҙ, бер ҙә насар булмаҫ. Дөйөм алғанда, бик ыңғай тәьҫораттар алдым.
- Бик яҡшы күренеш - һуңғы дәүерҙә спорт менән шөғөлләнгән студенттар һаны арта бара. Был тенденцияға һәр яҡлап булышлыҡ итеү өсөн әлеге форумдың көн тәртибенә иң мөһим һорауҙарҙы индерҙек, - тип билдәләне Рәсәй студент спорт союзы башҡарма комитеты ағзаһы Роман Ольховский. Уның һүҙенән, ЮНЕСКО һәм Халыҡ-ара студент спорт федерацияһы ҡарарына ярашлы, быйылдан алып 20 сентябрь - Халыҡ-ара студент спорты көнө итеп билдәләнә башланы. Ә Рәсәй чердлинг федерацияһы (бейеү, гимнастика һәм акробатиканы берләштергән спорт) вице-президенты Андрей Кравченко, Учалы кеүек бәләкәй ҡалала ла шундай тос спорт инфраструктураһы булды-рылған, тип һоҡланыуын белдерҙе. Ысынлап та, афарин тиерлектер, халыҡ-ара форум юғары кимәлдә үтте.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хәйриәлек - иң изге ғәмәлХәйриәлек - иң изге ғәмәл
Уҙған аҙнала хәйриәлек эшмәкәрлеге буйынса республика Советының күсмә ултырышы үтте. Уның сиктәрендә Учалыға БР Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм... Тотош уҡырға
Чемпиондар сәхнә түрендәЧемпиондар сәхнә түрендә
Ҡала филармонияһының тамаша залы Олег Газманов башҡарыуындағы дәртле «Рәсәй!» йыры аҫтында ҡулдарына флагтар тотҡан йәш спортсылар менән тулды.... Тотош уҡырға
Чемпион менән зарядкаЧемпион менән зарядка
Бөтә Рәсәй буйынса уҙған «Чемпион менән зарядка» акцияһына учалылар ҙа әүҙем ҡушылды. Иң тәүҙә, «Таусы» стадионының гимнастика залында 41 кеше... Тотош уҡырға
Йәш эшҡыуарҙар өсөнЙәш эшҡыуарҙар өсөн
Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында «Стратегия «25-20». Төбәк-ара хеҙмәттәшлек - уртаҡ уңыштың яңы мөмкинлектәре» исемле «Урал аръяғы-2014» инвестицион... Тотош уҡырға
Йыл әйләнәһенәЙыл әйләнәһенә
Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында Учалы ҡала ултырағы ла ҡатнаша. Филармонияла ҡала халҡының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ҡала... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.