» » Яҙыл һәм бүләк от

Яҙыл һәм бүләк от24.10.2016

Яҙыл һәм бүләк отНиһайәт, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында «Аҙна һайын приз» лотерея уйынын башлап ебәрҙек. Конкурс «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә ойошторола, унда «Яйыҡ» гәзитенә яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Бәхетеңде һынайым тиһәң, ни бары киләһе бер йыллыҡҡа, ярты йыллыҡҡа баҫмабыҙға яҙылырға һәм уның квитанцияһын йәки күсермәһен редакцияға килтерергә, булмаһа хат аша ебәрергә кәрәк.
Уйын тураһында 10 көн элек рәсми иғлан итеү менән ҡатнашырға теләүселәр һаны бермә-бер артты. Тәүге отошто 163 квитанция араһынан башланыҡ һәм, тәү сиратта, төп призға эйә булыусы билдәләнде. Ул - ҡалала йәшәүсе Баныу Ғиззәтуллина. Ул графин һәм стакандар йыйылмаһы отто.

Баныу Зәки ҡыҙы гәзи-тебеҙ менән күптәнге дуҫ. Әсәһе, 83 йәшлек Нурлығаян Мортаза ҡыҙы менән бергәләшеп баҫмабыҙҙың беренсе битенән аҙағынаса уҡып баралар. Баныу Зәки ҡыҙы оҙаҡ йылдар Мәшғүллек үҙәгендә иҡтисадсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. 40 йыл эш стажы бар. Әлиә исемле ҡыҙ үҫтерә, ике ейәнсәре Карина менән Анитаны һөйөп ҡыуана. Әйткәндәй, ейәнсәрҙәрен милли рухта тәрбиәләй. Улар менән башҡортса аралаша, үҙ телдәрен яҡшы белеп үҫһендәр өсөн «Аҡбуҙат» журна-лына яҙылғандар. Ҡыҙ-ҙар сағыу журналды бер тынала уҡып сыға-лар, башҡортса иркен һөйләшәләр. Ҡала мөхи-тендә ошон-дай башҡорт рухлы өләсәйҙәрҙең бу-лыуы ҡыуаныслы кү-ренеш, улар һымаҡтар күберәк булһа, башҡорт баҫмаларының тиражы ла бермә-бер артыр ине.
- Бүләк отормон тип һис көтмәгәйнем. Ғүмер буйы ниңәлер, буш сыр ҡапҡанда ғына, тип уйлай инем. Әле килеп гәзиткә яҙылдым да - бүләк оттом. Ҡыуанысым сикһеҙ, арта-бан да беҙҙе ҡыҙыҡлы мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырығыҙ, - тигән теләктә ҡалды ханым.
Тағы бер еңеүсебеҙ - Илтабан ауылынан Жә-үиҙә Нәжметдинова һут эсә торған стакандар менән бүләкләнде. Ул быйылғы ике айға һәм киләһе йылдың ярты йыллығына бүләк итеп «Яйыҡ»ты ҡыҙы Фирүзә Вафинаға яҙҙырған. Фирүзә Шамил ҡыҙы ошо көндәрҙә тыуған көнөн билдәләй. Жәүиҙә ханым тормош иптәше Шамил Хисаметдин улы менән баҫмабыҙҙың һәр һанын энәһенән-ебенә тиклем уҡып баралар.
- Яҡындарым да минең кеүек гәзитте ҡыуана-ҡыуана уҡыһындар, ҡала-район, ил яңылыҡтары менән танышһындар. Ҡыҙым ғаиләһе менән эргәбеҙҙә генә йәшәй, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Тормош ауыр, көрсөк тип бошоноп ултырып булмай, гәзит уҡыйһы килә. «Яйыҡ»ты ҡулға алыу менән барлыҡ мәшәҡәттәребеҙ онотола, - ти Жәүиҙә Нәжмет-динова.
Бурансы микро-ра-йонында йәшәүсе Жәүи-ҙә һәм Әхәт Нуриевтар баҫмабыҙға киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып бә-хетен һынағандар, улар парлы сәй сынаяҡтары отто.
- Себерҙән күсеп килгәс, тәүҙә «Учалинская газета» алдыра торғайныҡ. Ауылға барғаныбыҙҙа ҡулға «Яйыҡ» гәзите килеп эләкте. Уҡып ҡарағайныҡ, эстәлеге бик оҡшаны, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күп. Кәңәш-ләштек тә шундуҡ яҙы-лырға булдыҡ, - ти улар.
Киләһе йылға матбу-ғатҡа яҙылыу дауам итә, шул иҫәптән лотерея уйыны ла. Бүләктәрҙе яҙылыу кампанияһы тамамланғансы отто-расаҡбыҙ. Бәхетегеҙҙе һынап ҡалырға өлгөрөгөҙ. Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, 6 айға гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡы - 767 һум 16 тин, 1 йылға - 1390 һум 27 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтары өсөн 6 айға - 709 һум 68 тин, 1 йылға - 1275 һум 41 тин.  «Яйыҡ» гәзите халҡыбыҙҙың бәҫен, мәртәбәһен арттырып, һәр өйҙә көтөп алған ҡунаҡ булып оҙаҡ йылдар йәшәһен. Яҡындарығыҙ-ҙы, туғандарығыҙҙы ла яҙҙырырға онотмағыҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Бәхетле авто» еңеүселәре«Бәхетле авто» еңеүселәре
«Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә «Яйыҡ» гәзите ойошторған «Бәхетле авто» конкурсы хаҡында алдан иғлан иткән инек. Гәзитебеҙгә... Тотош уҡырға
Яҙылығыҙ, отоғоҙ!Яҙылығыҙ, отоғоҙ!
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 2016 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу мәле бара. Һәр йылдағыса, «Яйыҡ» үҙенең тоғро дуҫтарын... Тотош уҡырға
Матбуғат-2015       Яҙылығыҙ! Отоғоҙ!Матбуғат-2015 Яҙылығыҙ! Отоғоҙ!
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 2015 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яылыу кампанияһы башланыуы тураһында ай башында уҡ хәбәр иткәйнек инде. Һәр йылдағыса,... Тотош уҡырға
Бүләк - хужаһындаБүләк - хужаһында
Баҫмабыҙға ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Был юлы ла гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусы дуҫтарыбыҙҙың... Тотош уҡырға
МАТБУҒАТ-2014МАТБУҒАТ-2014
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 1 апрелгә тиклем икенсе ярты йыллыҡҡа «Яйыҡ» гәзитенә былтырғы хаҡтар менән алдан яҙылып ҡалырға мөмкин. 6 айға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.