» » «21» уңыш килтерҙе

«21» уңыш килтерҙе28.10.2016

«21» уңыш  килтерҙеБаҫмабыҙға яҙылыу кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бүләктәр оттороу конкурсына ла халыҡ ихлас ҡушылды. Был аҙнала квитанцияларыбыҙ тағы ла артҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уйында ҡатнашыу өсөн ни бары гәзитебеҙгә яҙылыуҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәрергә йәиһә килтерергә кәрәк. Приздарҙы уйнатыу матбуғатҡа яҙылыу тамамланғансы башҡарыласаҡ. Акцияға ни тиклем тиҙерәк ҡушылһағыҙ, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә шул тиклем арта ғына. Квитанцияғыҙ йыл аҙағына тиклем барлыҡ уйындарҙа ла ҡатнашасаҡ.
Әйткәндәй, уйыныбыҙ бар шарттарға теүәл килтереп башҡарыла. Юғиһә, гәзит уҡыусыла-рыбыҙ араһында, миңә бүләк отторманығыҙ, тип үпкәләрен белдереп шылтыратыусылар бул-ды. Ошо арала ғына бер апай: «Яйыҡ»ты сыға башлағанынан алдырам, квитанциямды конкурсҡа һәр ваҡыт ебәрәм, ләкин бүләк отҡаным юҡ. Кем-дәр ота һуң?! Әллә берәй сере бармы?» - тип яҙып ебәргән. Бер ниндәй ҙә сере юҡ уның, еңеүсене билдәләгәндә квитанция-лар лототронға һалына. Исем-шәрифтәр күрен-мәй. Аҙналыҡ оперативкала «бисмилла»быҙҙы уҡыйбыҙ ҙа, ҡулды тығып тартып алабыҙ. Барыһы ла ғәҙел башҡарыла. Беҙ һеҙҙең ҡатнашыуығыҙға, акцияға дәррәү ҡушыл-ғанығыҙға, ниндәй генә ауыр заманала йәшәүгә ҡарамаҫтан, «Яйыҡ»ҡа яҙылғанығыҙ, гәзи-тебеҙҙең тоғро дуҫтары булып ҡалғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Хәлебеҙҙән килһә, баҫмабыҙҙы алдырған һәр кемде лә бүләкһеҙ ҡалдырмаҫ инек. Күреп тораһығыҙ, әлеге ваҡытта хәлдәребеҙ маҡтанырлыҡ түгел, тиражыбыҙ кәмеү-гә табан бара. Һәр яҙы-лыусыбыҙ беҙгә ныҡ ҡәҙерле. Бергә булдыҡ, киләсәктә лә бергә ҡа-лайыҡ, дуҫтар!
Бөгөнгө аҙна еңеүсе-ләребеҙ - Юлдаш ауы-лынан Фәнилә һәм Вәкил Фәррәховтар. Икеһе лә хаҡлы ялда, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар уйында ҡатнашып сәғәт оттолар.
- Гәзиткә йыл һайын яҙылам, элек республика баҫмаларын да алдыра инем. Һуңғы йылдарҙа уларҙың йөкмәткеһе оҡшамай башланы, икенсенән хаҡтары ла ҡиммәтләнде. Ә «Яйыҡ» нимә тиһәң дә үҙе-беҙҙеке, республика, ҡала-район, ил, хатта донъя яңылыҡтарын да яҡтырта. Һәр һанын көтөп алабыҙ, күҙем насар күрһә лә, башынан аҙағынаса уҡыйым. Балалар ҡаланан ҡунаҡҡа килһә, уларҙы ла уҡырға өгөтләйбеҙ. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр ҡалала йәшәп туған телдәрен онотоп ебәрә торған. Милли рухта тәрбиәләнһендәр, тигән фекерҙәмен, - ти Фәнилә Ильфам ҡыҙы.
Ҡорама ауылынан Фая Мостафина бүләк-кә шәкәр һауыты алды. Фая Әмин ҡыҙы сығы-шы менән Сораман ауылынан. Йәш белгес ауыл мәктәбенә эшкә килә һәм шунда төпләнеп ҡала. 38 йыл башланғыс кластарҙы уҡыта. Тор-мош иптәше Әҙип Солтан улы ғүмер буйы «По-ляковка» совхозында водитель булып эшлә-гән, дүрт малайға ғү-мер биргәндәр. «Өс киленебеҙ, дүрт ейәнебеҙ, дүрт ейәнсәребеҙ бар», - ти улар ғорурлыҡ менән. Ағымдағы йыл юбилейҙарға бай булған. Фая Әмин ҡыҙы - 70, ә тормош иптәше 75 йәшен билдәләгән.
- Быға тиклем отошта ҡатнашҡаным булманы, әле килеп бәхетебеҙҙе һынап ҡарарға уйланыҡ. Гәзиткә яҙылғанда уҡ приз отормон һымаҡ тойолғайны. Йортобоҙҙоң һаны - 21, квитанциямды ла 21-се итеп теркәнеләр. Шундуҡ, был бушҡа түгел, тип уйлап ҡуйҙым, - тип шатлыҡлы тәьҫораттары менән бүлеште ханым.
Илсе ауылынан Әлфиә Хәлилова бүләккә тер-мокружка отто. Әлфиә Әүхәҙей ҡыҙы әлеге ва-ҡытта хаҡлы ялда. Тормош мәшәҡәте менән ҡайнап йәшәй, мал-тыуар аҫрай. Дүрт улы бар, ғәзиздәре үҙ аллы тормош көтә. Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, бер һанын да ҡалдырмай уҡып бара.
- Күңел төшкәндә, ҡыйын ваҡыттарҙа эс-серҙәремде уртаҡлашыусы гәзит ул. «Яйыҡ»ҡа шул тиклем өйрәнгәнмен, шуға ла яҙылмай ҡалғаным юҡ, - ти ул.
Уйыныбыҙ дауам итә, һеҙҙән ярты йылға йәки бер йылға яҙылған квитанцияларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яҙыл һәм бүләк отЯҙыл һәм бүләк от
Ниһайәт, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында «Аҙна һайын приз» лотерея уйынын башлап ебәрҙек. Конкурс «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто менән... Тотош уҡырға
Яҙылығыҙ, отоғоҙ!Яҙылығыҙ, отоғоҙ!
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 2016 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу мәле бара. Һәр йылдағыса, «Яйыҡ» үҙенең тоғро дуҫтарын... Тотош уҡырға
Был юлы - 9 бүләкБыл юлы - 9 бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһында «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһын дауам итәбеҙ. Приздарыбыҙ артҡандан-арта. Был... Тотош уҡырға
Матбуғат-2015       Яҙылығыҙ! Отоғоҙ!Матбуғат-2015 Яҙылығыҙ! Отоғоҙ!
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 2015 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яылыу кампанияһы башланыуы тураһында ай башында уҡ хәбәр иткәйнек инде. Һәр йылдағыса,... Тотош уҡырға
Матбуғат-2014Матбуғат-2014
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! «Еңеүсегә - елле бүләк!» тип аталған лотерея уйынын беҙ бер нисә йыл рәттән көҙгө яҙылыу кампанияһы ваҡытында ғына... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.