» » Социаль объекттар ремонтлана

Социаль объекттар ремонтлана03.11.2016

Социаль объекттар ремонтланаСоциаль учреждениеларҙа ремонт эштәре әүҙем бара. Ҡаланың 4-се, Учалы ауылының 72-се, Мәҫкәү ауылының балалар баҡсаларында инеү урыны, ҡаланың 7-се, Иманғол ауылы балалар баҡсаларында, Миндәктең 6-сы урта мәктәбендә бәҙрәф, Озерный мәктәбендә тамашалар залы төҙөкләндерелә. Уральск ауыл Советында ла йыл һайын бер-нисә учреждениеға иғтибар бүленә. Урындағы һәм республика бюджетынан, төрлө программаларҙа ҡатнашыу һәм бағыусылар ярҙамы менән һуңғы дәүерҙәрҙә, мәҫәлән, китапхана, «Ирәмәл» балалар ижад үҙәге, балалар баҡсаһы, мәктәп ремонтланған. Әлеге мәлдә мәҙәниәт йортонда, спорт клубында эштәр бара. Шулай уҡ, ике йыл элек алыштырыла башлаған мәктәп тәҙрәләре ошо ҡасабаның ир-уҙаманы, «Буринтех» ғилми-производство предприятиеһы етәксеһе Ғниәтулла Ишбаевтың 200 мең һумлыҡ ярҙамы һәм «Реаль эштәр» программаһы буйынса алынған 100 мең һум иҫәбенә алыштырылып бөтәсәк.
Уральск ҡасабаһында 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Улар араһынан 18 йәшкә тиклемгеләре - 704.
- Мәҙәниәт йорто 90-сы йылдарҙа янғандан һуң тулыһынса яңынан төҙөлдө, шунан алып бинала капиталь ремонт булғаны юҡ. Тау-байыҡтырыу комбинаты ауыл Советына йыл һайын 400 мең һум аҡса бүлә. Беҙ ярҙам аҡсаһын төрлө объекттарға йүнәлтәбеҙ. Мәҫәлән, уҙған йыл был аҡсаға балалар баҡсаһы ремонтланды. Быйыл клубтың ике яҡтан запас сығыу урыны яңыртылды, бер-нисә бүлмә буялды, әле бына кәрниз көпләнә, - тип эштәр менән таныштырҙы ауыл Советы башлығы Фәнил Әхмәҙиев.
Мәҙәниәт йорто менән Олеся Хәлилова етәкселек итә. Клубта бала-лар театры, «Йәйғор» фольклор, «Рябинушка» вокал коллективтары, «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамбленең төп составы, уның ветерандары, милли инструменталь ансамбле, ҡытын-ҡыҙҙар өсөн аэробика түңәрәге эшләп килә. Уральскийҙың көслө бейеүселәре, «Йәйғор»ҙоң һәләтле апайҙары даны районда ғына түгел, республикала билдәле.
Быйылдан ҡасабаның спорт клубы урта мәктәп ҡарамағына тапшырылған. Әлегә тиклем ул «Байрамғол» агро-фирмаһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе балансында торған. Фәнил Хәлит улы билдәләүенсә, бындай спорт мәктәбе районда башҡа юҡ. 22x36 метр майҙанындағы иркен, бейек бина халыҡ-ара, республика кимәлендәге турнирҙарҙы уҙғарырға мөмкинлек бирә. Спорт клубы буш тормай, бигерәк тә кистәрен ул йәше-ҡарты менән тула. Волейбол, мини-футбол, футбол, баскетбол, ауыр атлетика, көрәш, армрестлинг секциялары эшләй. Биш йәш төркөмөнә бүленгән командалар бар. Спорт төрҙәре буйынса айырым тренерҙар тәғәйенләнгән. Клубта ҡа-тын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн сисенеү, тренерҙар өсөн бүлмәләр, душ бар.
- Уральск үҙенең футболсылары менән дә дан тота. Бына әлеге көндә беҙҙең ҡалала эшләп йөрөгән 12 егетебеҙ республика Беренселегендә район да-нын яҡлап сығыш яһай.
Спорт клубында 14 йыл ремонт булғаны юҡ ине. «Спорт залы» тип исемләнгән республика программаһына заявканы күптән яҙғайныҡ. Быйыл, ниһайәт, 600 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. 50 кв. метр майҙанында серегән урындарында бинаның иҙәне алыштырыла. Шулай уҡ түшәмдең ектәрендә ҙур тишектәр бар, ел өрөп, бысраҡ төшөп тора ине. Хәҙер улар ямалды, өҫтөнән тигеҙләп һыланды, ағартылды. Стеналарҙы, иҙәндәрҙе буярға ҡалды, - тине спорт клубы тренеры Риф Хәзиев.
Әйткәндәй, өс йыл элек тау-ба-йыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән бинаның тәҙрәләре алыштырылған булған.
Социаль учреждениеларҙы төҙөк-ләндереүҙән тыш әлеге мәлдә ҡасабаға һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртыла. «Таҙа һыу» программаһы ярҙамында атҡарыла ул. Бөгөнгә ер аҫтына торбалар һалыныу тамамланған, ҡоҙоҡтарға бәйле эштәр генә ҡалған. Һөҙөмтәлә, бөтәһе 23 һыу колонкаһы, ике башня, 16 янғын гидранты буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Уральскийҙа тормош шарт-тары тағы ла яҡшырасаҡ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Чемпиондар сәхнә түрендәЧемпиондар сәхнә түрендә
Ҡала филармонияһының тамаша залы Олег Газманов башҡарыуындағы дәртле «Рәсәй!» йыры аҫтында ҡулдарына флагтар тотҡан йәш спортсылар менән тулды.... Тотош уҡырға
Киләсәк бөгөндән башланаКиләсәк бөгөндән башлана
Оло быуын вәкилдәре Комсомольск ауылын МТС тип һөйләргә күнеккән. «Поляковка» совхозы гөрләп торған дәүерҙә ҡасабала машина-трактор станцияһы, мунса,... Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәтендәХалыҡ мәнфәғәтендә
Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе... Тотош уҡырға
Иң мөһиме - сифатИң мөһиме - сифат
Уҙған аҙнала Наурыҙ ауыл Советында эш сәфәре менән район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев булып ҡайтты. Унда ул социаль объекттар эшмәкәрлеге... Тотош уҡырға
Таусыларға - афарин!Таусыларға - афарин!
28 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҙур тантана үтте - теннис залы асылды. Бер ыңғайы оло дата - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.