» » Өс приз уйнатылды

Өс приз уйнатылды14.11.2016

Өс приз уйнатылды«Аҙна һайын приз» конкурсының сираттағы еңеүселәре асыҡланды. Был юлы бәхет Ишмәкәй ауылынан Зилә Мостафинаға, Сәфәр ауылынан Зәки Ғиззәтуллинға һәм Иҫке Байрамғол ауылынан Зәйтүнә Юнысоваға йылмайҙы. Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, 200-ҙән ашыу квитанция араһынан бүләк оттолар бит.
Зилә Хәлиулла ҡыҙы «Яйыҡ» гәзитен әсәһенә яҙҙырған. Ғәбиҙә Харис ҡыҙы Ҡолош ауылынан, һаулығы ҡаҡшағас ҡыҙы үҙенә күсереп алған, дүрт йыл бергәләшеп йәшәйҙәр. Ғәбиҙә Харис ҡыҙы 88 йәштә, бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татый. Үкенескә күрә, уҡып белем алырға насип булмай үҙенә, ике класты ғына тамамлай, һуңынан күрин киҫергә ебәрәләр. Бер туған ағаһы Мофассал Ленинград блокадаһында һәләк була.
- Әсәйемдең ҡолағы яҡшы ишетә, күҙе күрә. Уҡый белмәгәненә генә эсе боша. Шуға минән уҡыттыра, элек ҡыҙҙарым уҡып ишеттерә торғайны, - ти Зилә Мостафина.

Зилә ханыма ла бик йәшләй донъяның әсе нужаһын татырға тура килә. 26 йәшендә тормош иптәше фажиғәле һәләк була, өс бала менән тороп ҡала. Ун йылдан һуң бәхетен тағы бер ҡа-бат һынап ҡарай, әммә тормош аяуһыҙ, ире вафат була, улы атайһыҙ ҡала.
- Йөрәгемдәге ут-ялҡынды китап, гәзит-журналдар уҡып баҫтым. Китапханалағы бар-лыҡ китаптарҙы уҡып сыҡтым тиһәм дә хата тү-гел. Ошо көндәрҙә генә тағы бер ҡосаҡ әҙәбиәт алып ҡайттым, уҡып сығырға уйлайым. Гәзит-журналдарҙы ла күп алдырам, ауылда иң күп баҫмаға мин яҙыламдыр, моғайын. «Яйыҡ» гәзите ойошторған акцияла даими ҡатнашам, был-тыр календарь оттом. Әйткәндәй, лотерея уйындарында үҙемде йыш һынайым, отҡан саҡтар ҙа бар, - тип тәьҫораттары менән бүлеште ханым.
Зәки Ғиззәтуллин да гәзитебеҙҙең һәр һанын ентекле уҡып бара, лотерея уйынында ҡатнашып тора, әммә әлегә тиклем бүләк от-ҡаны булмаған. Шулай ҙа күңел төбөндә, бәлки бәхет йылмайыр, тигән бәләкәй генә өмөт ҡуҙы баҙлап янған икән. Бүләк отоуына сикһеҙ шатланды. «Аргументы и факты» гәзите ойош-торған лотерея уйы-нында ла ҡатнашҡан.
Зәки Сәйфулла улы оҙаҡ йылдар мәктәптә водитель булып хеҙмәт итә, хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшләп йөрөй. Тормош иптәше Гөлниса Варис ҡыҙы - китапханасы, әле хаҡлы ялда. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, дүрт ейәндәре бар.
Өсөнсө еңеүсебеҙ Иҫке Байрамғол ауылынан Зәйтүнә Юнысова. Һи-геҙ тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, «Яйыҡ» гәзитен алдырмай ҡал-ғаны юҡ. Баҫманың һәр һанын көтөп алам, башынан аҙағынаса уҡып сығам, ти ул. Алты бала үҫтереп аяҡҡа баҫтырған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 11 йыл элек вафат булған. Егермегә яҡын ейән-ейәнсәре, бүләләре бар.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, аҙна һайын һеҙҙең өсөн өс приз уйнатыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Уйында ҡатнашырға теләһә-геҙ, «Яйыҡ»ҡа яҙылған квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ йәки үҙегеҙ алып килегеҙ. Ошоға тиклем квитанцияларын ебәргәндәр ҙә был уйында ҡатнаша.
Шулай уҡ «Суперприз от!» акцияһы дауам итә, унда ҡатнашыу өсөн бер республика баҫмаһына һәм бер район гәзитенә яҙылырға кәрәк. Кви-танция күсермәләрен 450077, Өфө, Киров урамы, 45-се йорт адресы буйынса «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә ебәрергә кәрәк. Уйын Өфөлә үткәрелә, унда ноутбук, ике һыуытҡыс, өс телевизор, биш микротулҡынлы мейес һәм ун мультиварка уйнатыласаҡ.
Машинаһы булғандар өсөн «Бәхетле авто» конкурсы бар. Уйын-да ҡатнашыу өсөн ярты йылға район гәзитенә яҙылырға һәм редакциянан ав-томобилдең тәҙрәһенә йәбештереү өсөн нак-лейка алырға кәрәк. Декабрь аҙағында акция-ла ҡатнашыусылар-ҙы уйын еңеүселәрен асыҡларға саҡырабыҙ, унда инструменттар, автокомпрессор, башҡа бүләктәр отоу мөмкин-леге бар.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«21» уңыш  килтерҙе«21» уңыш килтерҙе
Баҫмабыҙға яҙылыу кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бүләктәр оттороу конкурсына ла халыҡ ихлас ҡушылды. Был аҙнала квитанцияларыбыҙ тағы ла артҡан. Иҫегеҙгә... Тотош уҡырға
Яҙыл һәм бүләк отЯҙыл һәм бүләк от
Ниһайәт, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында «Аҙна һайын приз» лотерея уйынын башлап ебәрҙек. Конкурс «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто менән... Тотош уҡырға
«Бәхетле авто» еңеүселәре«Бәхетле авто» еңеүселәре
«Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә «Яйыҡ» гәзите ойошторған «Бәхетле авто» конкурсы хаҡында алдан иғлан иткән инек. Гәзитебеҙгә... Тотош уҡырға
Елле бүләк ота алаһығыҙ!Елле бүләк ота алаһығыҙ!
Хөрмәтле райондаштар! Гәзитебеҙ ойошторған «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһына «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто ла ҡушылды. 2016 йылдың... Тотош уҡырға
Был юлы - 9 бүләкБыл юлы - 9 бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһында «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһын дауам итәбеҙ. Приздарыбыҙ артҡандан-арта. Был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.