» » Егеттәр  һынатмай

Егеттәр  һынатмай21.11.2016

Егеттәр  һынатмайУчалы ауыл хужалығы колледжы (былтыр 98-се һөнәрселек училищеһы статусын ошо исемгә үҙгәртте) ҡала-районыбыҙҙа ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто. Һуңғы йылдарҙа республиканың төрлө төбәктәрендә эшләгән училище-колледждарҙың хәле еңелдән түгел, белем усаҡтарына ябылыу хәүефе янай, студенттар һаны йылдан-йыл кәмей.
Беҙҙең 98-се һөнәр-селек училищеһын да урап үтмәне был проблема, уны ябыу-ҡушыу тураһында күп һүҙ ҡуҙғалтылды. Ниһайәт, ҙур тырышлыҡ менән уҡыу йорто һаҡланып ҡалды, колледжға әйләнде. Күреүебеҙсә, студенттар һаны ла арта бара. Быйылғы уҡыу йылына планды тулыһынса үтәгәндәр, 100 студент йыйғандар. Уҡырға теләүселәр кү-бәйгән, хатта урындар етмәй башлаған. Ситтән, алыҫ ауылдарҙан уҡығандарҙың барыһы ла ятаҡ менән тәьмин ителгәндәр. Әммә уҡыусылар һаны артыу сәбәпле ятаҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Колледж етәкселеге ошо проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй.
- Мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек, ата-әсә-ләр менән әңгәмәләр үткәреү үҙен аҡланы, планды 100 процентҡа үтәнек. Киләһе йылға 125 студент алырға тейешбеҙ, - ти директор Марат Ғәйнуллин.

Йәш быуын бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәренең юғары баһаланыуын яҡшы аңлай. Эш табыуы күпкә еңел, хеҙмәт хаҡтары ла юғары. Иң мөһиме - колледжда төп һөнәргә уҡыуҙан тыш, өҫтәмә профессия алыу мөмкинлеге лә бар. Шуға ла ҙур теләк, районыбыҙҙа ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йортона хөкүмәт тарафынан иғтибар күберәк күрһәтелһен ине. Иң борсоғаны - быйылдан башлап студенттарға туҡланыуға аҡса бүленмәй. Аҙ тәьмин ителгән, ишле ғаиләләрҙән булған балаларға ғына бушлай ашау ҡаралған, ә ундайҙарҙың һаны 20-гә лә тулмай. Марат Зәки улы әйтеүенсә, проблеманы ҡулдарынан килгәнсә хәл итергә тырышалар. Колледж үҙе иген, бал, йәшелсә һатып эшләп алған аҡсаны уҡыусыларҙы туҡландырыуға тотон-ған. Киләсәктә уҡыу йортонда техник-механик һөнәренә уҡытыу ҙа күҙаллана, әммә барыһы ла финансҡа бәйле. Бының өсөн матди-техник база булдырыу талап ителә. Бөгөн республика етәкселеге ауыл хужалығын үҫтереү, белгестәр әҙерләү мәсьәләләрен күтәрә, ләкин тәү сиратта был йүнәлештә эшләгән уҡыу йорттарына иғтибарҙы көсәйтергә кәрәклеген күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Йәштәрҙе ауылда ҡал-дырыу, агросәнәғәт тармағын үҫтереү өсөн тәү сиратта тейешле шарттар булдырырға кәрәк. Ауыл хужалығы колледжы нисә йылдар инде ауыр-лыҡтарға ҡарамай, бе-лгестәр әҙерләү буйынса тырышып үҙ эшен дауам итеүе яҡшы күренеш.
Уҡыу йорто сту-денттары һөнәр генә алып ҡалмай, практика ваҡытында ер эшен үҙ ҡулдары менән татып ҡарарға ла өлгөрәләр. Мәҫәлән, өсөнсө курс уҡыусылары Кәрим ауы-лынан Булат Йосопов менән Ҡораманан Морат Шәһивәлиев тракторсы-машинист һөнәренә уҡыйҙар, быйыл колледжда бер ай практика үткәндән һуң, «Урал Агро» МТС-ында ла эшләргә өлгөргәндәр. Июль айынан октябргә тиклем комбайн ме-нән иген һуҡҡандар. Тәжрибә туплап ҡына ҡалмағандар, үҙҙәренә аҡса ла эшләгәндәр.
Егеттәр «Challenger» комбайнында Мәҫкәү, Уральск, Байрамғол, Ахун, Кәрим ауылдары эргәһендәге баҫыуҙарҙа иген урғандар. Һө-ҙөмтәләре лә юғары, 5 мең центнер ашлыҡ һуҡҡандар. Тырыш хеҙ-мәттәрен баһаламай ҡал-мағандар.
- Колледжда үткән практика түләүле, теләк буйынса эш хаҡы йәки берәй категорияны һай-лап алырға мөмкинлек бирелә. Егеттәргә МТС-та эшләгәндәре өсөн өҫтәмә дәртләндереү сараһы итеп тағы бер категорияны бушлай уҡытасаҡбыҙ, - ти Марат Зәки улы.
Булат менән Морат «Д» (К-700, Т-150) һәм «Д» (автобус) категорияларын һайлағандар.
Уларҙың тырышлығы ҡалған студенттарға ла өлгө булып тора. Ошондай егеттәр бар-ҙа ауыл хужалығы тармағы йәш кадрҙар менән тәьмин ителер, тип ышанабыҙ. Әлегә Морат менән Булатҡа уҡыуҙарын уңышлы тамамлауҙарын теләйбеҙ. Яҙ тағы ла мөһим ваҡиға көтә үҙҙәрен, әрме хеҙмәтенә барасаҡтар. Ватан алдында изге бурыстарын үтәп, тыуған яҡтарыны имен-аман әйләнеп ҡайтһындар.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Техника хәле тикшерелдеТехника хәле тикшерелде
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу мәл - яҙғы баҫыу эштәре алдында тора. Сәсеүҙең ваҡытында һәм сифатлы үтеүе, шул иҫәптән, техниканың төҙөклөгөнә лә... Тотош уҡырға
Абруйы юғалмаһынАбруйы юғалмаһын
Элек һөнәрселек училищеларының абруйы бик ҙур булды. Уларҙың ниндәйе генә юҡ ине, йәнең теләгәнде һайла. Ашау-эсеү, кейем-һалым, йәшәү бушлай, бөтә... Тотош уҡырға
Иртәгәһен уйлайҙарИртәгәһен уйлайҙар
Яңы уҡыу йылы башланды, урта мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар уҡыу йорттарына таралышты. Ҡайһы берәүҙәр 9-сы кластан һуң уҡ киләсәген хәл итергә... Тотош уҡырға
Беҙгә эшселәр кәрәкБеҙгә эшселәр кәрәк
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар... Тотош уҡырға
Емешле хеҙмәттәшлекЕмешле хеҙмәттәшлек
«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм яңынан әҙерләү системаһын үҫтереү» тип аталды Учалы тау-металлургия... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.