» » Тормош балалар менән йәмле

Тормош балалар менән йәмле25.11.2016

Тормош балалар  менән йәмлеҺәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөнөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла? «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул», - тип сағыштырған Риф Мифтахов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Был йәһәттән, Рәсүл ауылында йәшәүсе Әлфинә Камалетдинова бәхетле ҡатын. Ул биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Әлфинә Айрат ҡыҙы Иҫтамғол ауылы һылыуы, тормош иптәше Харис Талха улы Ҡотойҙан. Тәү-ҙә тормош иптәшенең ауылында йәшәйҙәр, һу-ңынан Әсәлек капита-лына Рәсүлдән йорт һатып алып шунда күсәләр.

Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған был мөләйем, һомғол буйлы ҡатынды биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. Өл-кән ҡыҙы Лилианаға 16 йәш, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлегендә белем ала. Әйткәндәй, Әлфинә үҙе лә бейеүсе, заманында «Ләйсән» ан-самблендә бейей, ҡыҙы ла әсәһенән күрмәксе, үҙен сәнғәт өлкәһендә һы-нарға уйлай. Руфинаға - 9, Заринаға 8 йәш, мәктәптә уҡыйҙар. Ата-әсәһенең йөҙөн ҡыҙарт-май уҡырға тырышалар ҡыҙҙар. 5 йәшлек Арсен менән 4 йәшлек Аслан әлегә балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Шуға ҡара-маҫтан, хәрефтәрҙе яҡ-шы таныйҙар, һанарға ла өйрәнгәндәр. Апалары белгәндәрен ҡустыларына өйрәтә, буш ваҡыттарында бергәләшеп әкиәттәр уҡыйҙар. Эшһөйәрлек хистәрен балаларға бә-ләкәйҙән һала башларға кәрәк, тип иҫәпләй ата-әсә. Был йәһәттән ул-ҡыҙҙары үҙҙәре лә шәп. Яҡындарына һәр яҡлап ярҙамлашалар.
Ғаилә ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш ултырталар. Бы-йыл арбуз, ҡауын да үҫ-тергәндәр.
- Заманалар ауыр, донъя көтөүе көндән-көн ҡатмарлаша, тиҙәр. Шунлыҡтан, күптәр бер-ике сабый менән генә сикләнеүҙе хуп күрә. Ә донъяның ҡасан еңел булғаны бар һуң? Һуғыш ва-ҡытында әсәй-өләсәйҙәр кәм тигәндә алты бала тапҡандар. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа, ти бит халыҡ. Йортобоҙҙоң балалар тауышы менән ту-лы булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Өйҙә булмаһа-лар, үҙемә урын таба алма-йым. Уларҙың мәктәптән, баҡсанан ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәм. Иң мөһиме - сабыйҙарым ауырымаһын, иҫән-һау булһындар. Туғандар күп булһа, күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул. Тормош иптәшемдең терәген, яр-ҙамын тоймаһам, ишле балалар табырға баҙнат итмәҫ инем, - ти Әлфинә Айрат ҡыҙы.
Камалетдиновтарҙың күп балалар тәрбиәләү батырлығын дәүләт тә юғары баһалаған. Ошо көндәрҙә Әлфинә Айрат ҡыҙы «Әсәлек да-ны» миҙалы менән бү-ләкләнгән.
- Хөкүмәтебеҙ күп балалы ғаиләләргә йылы мөнәсәбәттә. Льготалар менән файҙаланабыҙ, пособие түләнә. Балалар мәктәптә бушлай туҡ-лана. Әсә көнө айҡанлы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ошо бөйөк исемде ла-йыҡлы күтәреүҙәрен, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләүҙәрен, донъялары түңәрәк, илебеҙ тыныс булыуын теләйем, - тине ханым.
Әлиә ДАУЫТОВА.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейекҠояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек
Бөгөн ир-егеттәр менән тиң, хатта тормошта уларҙан да артығыраҡ дәрәжә яулаған, юғары вазифаларҙа идара иткән, үҙ күңелен генә күреп йәшәгән... Тотош уҡырға
Эше менән күркәмЭше менән күркәм
Хәҙерге заманда почта хеҙмәте менән файҙаланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Интернет селтәренән айырылмай, электрон хат-хәбәрҙәр алышҡан тормошта йәшәһәк... Тотош уҡырға
Булмышы менән тәрбиәсеБулмышы менән тәрбиәсе
Тәрбиәсе һөнәрен күптәр бик еңел, ябай эш тип күҙ алдына килтерә. Балалар менән уйнап-көлөп көндәре үтә, ти хатта ҡайһы берәүҙәр. Тәрбиәсе эше ситтән... Тотош уҡырға
Балалар - тормоштоң йәмеБалалар - тормоштоң йәме
Ғәзиз балаһын күкрәгенә ҡыҫып һөйөүҙән олораҡ бәхет юҡтыр ул әсә кеше өсөн. «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит... Тотош уҡырға
Хеҙмәттә үткән ғүмерХеҙмәттә үткән ғүмер
Ир беләк, ҡатын терәк, ти халыҡ мәҡәле. Боронғоларҙан килгән был аҡыл Фәттәховтар ғаиләһенә тулыһынса тап килә. Илсе ауылында бына инде ярты быуат... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.