» » Уңыш еңел яуланмай

Уңыш еңел яуланмай01.12.2016

Уңыш еңел яуланмайТәүге ҡулланыусылар йәмғиәттәре райо-ныбыҙҙа 1913 йылда барлыҡҡа килә. Юҡҡа ғына ойошторолмайҙар улар. Тәү сиратта халыҡты көндәлек кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Заманалар менән бергә был система ла байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Районыбыҙ ҡулланыусылар союзына ла уның шауҡымы теймәй ҡалмай, реформаларҙан һуң ул «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәтенә әйләнә.
Быйыл илебеҙҙең ҡулланыусылар йәм-ғиәттәре үҙҙәренең күр-кәм 100 йыллыҡ юби-лейҙарын билдәләне. «Нур» йәмғиәте лә эске сауҙаны үҫтереү, уның социаль мөһимлеген күтәреү өсөн бар-лыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалана. Хеҙмәт-тәренең һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы. Әйтәйек, 2016 йылдың 9 айы эсендә тауар әйләнеше 202 миллион һум тәшкил иткән. Бөгөнгө көндә 28 магазин, ике дарыухана, ике икмәк бешереү һәм колбаса цехы эшләй. Йәмғиәттә 170 кеше хеҙмәт итә. Сауҙа нөктәләрендәге бай ас-сортимент, хаҡтарҙың социаль йүнәлешлелеге, хеҙмәтләндереү кимәле - эштәре бар яҡлап та маҡтауға лайыҡ. Икмәк бешереү цехтарында икмәктән тыш төрлө ҡалас, кондитер изде-лиелары бешерелә. Айына 130 тонна икмәк-ҡалас етештерелә. Әйткәндәй, конкуренция ҙур булыу-ға ҡарамаҫтан, сауҙа нөктәләрендә «нур»ҙар бешергән икмәкте халыҡ сиратта тороп ала. Сере ниҙә һуң?
- Икмәк - ул иң ҡәҙерле ризыҡ. Шуға уны юғары сифатлы итеп ҡомалаҡ әсеткеһе менән әсетеп бешерәбеҙ. Технологияны еренә еткереп үтәйбеҙ, - ти икмәк бешереүсе Ай-гөл Солтанова.
Колбаса цехында 20-нән ашыу төр колбаса һәм ыҫланған ит про-дукцияһын етештереп һатыуға сығаралар. Итте халыҡтан һатып алалар. Продукцияларын районда ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенең сауҙа нөктәләрендә лә көтөп алалар. Әлбиттә, уңыштар еңел генә яуланмай. Юғары һө-ҙөмтәлелеккә, бөгөнгө һатып алыусының талаптарына һәм их-тыяжына йүнәлеш то-топ, сауҙа баҙарында үҙ урыныңды дөрөҫ билдә-ләп, дөйөм тырышлыҡ менән генә ирешеп була.
«Нур» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәис Хәбибуллин коллектив эшмәкәрлеген тап шул рәүешле ойоштороуға ирешкән. Бының өсөн уға хеҙмәттәштәре лә, халыҡ та рәхмәтле.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Урып-йыйыу  тамамландыУрып-йыйыу тамамланды
Быйыл район хужалыҡтарының ураҡ эштәрен иртә тамамлауҙары барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, әлбиттә. Быға тиклем мөһим кампания сентябрь аҙағынаса... Тотош уҡырға
Яңы офис асылдыЯңы офис асылды
Кесаҙна көнө ҡалабыҙҙа электр энергияһын ҡулланыусылар өсөн яңы офис, йәғни «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең... Тотош уҡырға
Фәҡәт халыҡ өсөнФәҡәт халыҡ өсөн
Кооперацияның бер төрө булған ҡулланыусылар йәмғиәте Учалы районында 1923 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуҙың төп маҡсаты - халыҡты көндәлек... Тотош уҡырға
Хаҡтар ниңә арта?Хаҡтар ниңә арта?
Европанан санкциялар индерелгәндән һуң халыҡ, иң мөһиме аҙыҡҡа хаҡ артмаһын, тип борсолғайны. Ил етәкселеге быға юл ҡуйылмаясаҡ, тип барыбыҙҙы ла... Тотош уҡырға
Өлгөлө магазинӨлгөлө магазин
Заманалар үҙгәргән һайын тормош талаптары ла үҙгәреп тора. Элек ауылыбыҙҙа бер генә рабкооп магазины эшләһә, хәҙер эшҡыуарҙарҙыҡы менән бергә биш... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.