» » Уйын дауам итә

Уйын дауам итә05.12.2016

Уйын дауам итә«Яйыҡ» гәзите бүләктәр оттороуҙы дауам итә. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, килгән квитанциялар лотерея ҡумтаһына һыймай башланы хатта. Был юлы тағы өс уҡыусыбыҙ баҫмабыҙҙан иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.
Абҙаҡ ауылынан Рәҡиә Аманова 82-се йәше менән бара. Сығышы менән Малай Муйнаҡ ауылынан.
- Гәзит-журналдарҙы 1955 йылдан алып алдырам, - ти бүләк отоусы. - Ул ваҡытта башҡорт гәзите - «Ураҡ һәм сүкеш», «Йәшлек» - «Ленинсы» гәзите тип атала ине.

Ул дәүер кешеләренеке кеүек үк Рәҡиә апайҙың да бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы юҡлыҡ йылдарына тура килә. 7-се класты тамамлағандан һуң колхозда һауын-сы булып эш башлай. Ҡалала төҙөлөштә, тимер юлында хеҙмәт итә. Кейәүгә сыҡҡас быҙау ҡараусы, мәктәптә йыйыштырыусы була. Фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн ул Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән наградланған.
Тормош иптәше Таяр Шәйәхмәт улы менән дүрт тиҫтә йылға яҡын татыу ғүмер кисереп алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урындарын табып ғүмер итәләр. Өлкән улдары Таһир Комсомольск ауылында йәшәй, йөк автомобилендә икмәк ташый, Әниә ҡыҙҙары - По-ляковка ауыл Советында бухгалтер, Лиә - Учалыла, шулай уҡ бухгалтер, Зөл-фиә - Абҙаҡ балалар баҡсаһы мөдире, Лилиә ҡыҙҙары - Вознесенка мәктәбендә уҡытыусы, кинйәләре Вил Себергә йөрөп эшләй. Бөгөн Рәҡиә Фәхрислам ҡыҙы 16 ейән-ейәнсәренә, 7 бүлә-бүләсәренә өләсәй.
- Уйында йыл да тиерлек ҡатнашам, әммә бүләк отҡаным юҡ ине. «Яйыҡ»тың һәр һанын көтөп алам. Тағы ла «Йәш-лек»тән, «Башҡортостан ҡыҙы»нан айырылғаным юҡ, «Лечебные письма», «Тысяча советов» жур-налдарын яратып уҡыйым, - тине ханым.
Икенсе бүләгебеҙ - термос-кружка - Туңғатар ауылынан Жәмилә Йо-сопова бәхетенә сыҡты. Ул Малай-Муйнаҡ ауы-лы ҡыҙы. 1987 йылда Туңғатарға килен булып төшә. Һөнәре буйынса - ашнаҡсы, бөгөнгө көндә хужабикә. Тормош иптәше Азамат Ансар улы менән Лена исемле бер ҡыҙ үҫтергәндәр.
Жәмилә һәм Азамат Йосоповтар - дини ғаилә. Ауылда мәсет төҙөү эшен күтәреп сыҡҡандар.
- «Яйыҡ»ты элек-электән алдырһам да квитанциямды тәүге тапҡыр ебәрҙем. Дө-рөҫөн әйткәндә, отош уйындарына ышанып бар-майым. «Тайны здоровья», «ЗОЖ», «Азбука Корана» гәзиттәрен яҙҙырам. Артабан да «Яйыҡ» гәзи-те коллективына ижади уңыштар, оҙон ғүмер те-ләйем, - тине ул.
Өсөнсө булып Ҡо-бағош ауылынан Рә-шидә Ғатауллина кви-танцияһы сыҡты. Ул сәй йыйылмаһын отто. Гәзит уҡыусыбыҙ ғүмере буйы фермала эшләгән: һыйыр, бейә һауған, быҙау ҡараған. Тормош иптәше Жәүәт Мәсрүр улы 45 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскәс, Рәшидә Хакимйән ҡыҙы һигеҙ балаһы менән тороп ҡала. Шулай ҙа бөгөлөп төшмәй ул, лайыҡлы тормош көтә. Ҡыҙғанысҡа күрә, бала ҡайғыһын да татырға тура килә уға. Бөгөн Роза һәм Зилә ҡыҙҙары Ураҙҙа йәшәйҙәр, Лүзә һәм Рафаил Ҡобағошта төпләнгәндәр, Венера - Себерҙә, Лена - Мәскәүҙә. Балалары әсәләре янына ҡайтып, йә үҙҙәре-нә ҡунаҡҡа алып барып хөрмәт һәм ихтирам күр-һәтәләр.
- Уҡырға ныҡ яратам, «Яйыҡ», «Йәшлек» кенә етмәй, китапхананан китаптар алып уҡыйым. Лотереяны ла күҙәтә барғайным. Баш-ҡалар ҡатнашҡас, мин дә ҡыҙығып киттем дә почтальонға әйтеп квитанциямды ебәрттем. Күңел йыуанысы биргән баҫманан бүләк отоуы-ма ныҡ шатмын! - тине Рәшидә апай.
Уйын дауам итә. Гәзит уҡыусыларға ҡыуаныс һәм шатлыҡ өләшеүҙе беҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ.
Гөлшат МОТАҺАРОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Өлгөрөп ҡалығыҙ!Өлгөрөп ҡалығыҙ!
«Һәр аҙна һайын приз» акцияһын дауам итәбеҙ. Йыйылған 129 квитанция араһынан тәүгеләрҙән булып бәхет Яңы Байрамғол ауылынан Кирәевтар ғаиләһенә... Тотош уҡырға
Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар!Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар!
Гәзитебеҙҙең оттораһы приздары күп әле, тимәк «Яйыҡ»ҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында лотерея уйыны дауам итә. Икенсе отоштоң тәүге бүләге... Тотош уҡырға
Төймә лә бүләк,  дөйә лә бүләкТөймә лә бүләк, дөйә лә бүләк
Вәғәҙә иткәнебеҙсә, «Яйыҡ» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатыуҙы башланыҡ. Беренсе уйында өс бүләк отоусы билдәләнде.... Тотош уҡырға
Был юлы - 9 бүләкБыл юлы - 9 бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһында «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһын дауам итәбеҙ. Приздарыбыҙ артҡандан-арта. Был... Тотош уҡырға
Бер юлы өс бүләкБер юлы өс бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә 2015 йылға яҙылыу дауам итә. «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһын уҙғарыу мөхәрририәтебеҙҙең изге йолаһына әүерелде. Тәжрибә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.