» » Сәйлән оҫтабикәһе

Сәйлән оҫтабикәһе23.12.2016

Сәйлән оҫтабикәһеЗәлифә Мөбәрәкова өйөндә гөлдәр йәйен-ҡышын сәскәгә күмелеп ултыра, ағастар йыл әйләнәһенә йәшел япрағын ҡоймай. Ҡул йылыһы һалынып эшләнгән был ижадтар тере үҫемлектәрҙән һис ҡалышмай, сағыу һәм матур. Сөм һауыт тулған меңләгән ваҡ сәйләндәрҙе (бисер), уларҙан яһалған күп тажлы сәскәләрҙе, һалынып төшкән япраҡлы ағастарҙы күргәс: «Был эш менән булыр өсөн күпме түҙемлек кәрәк!» - тигән аптырау ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисерәһең. «Тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренә ул. Ә ысынбарлыҡта бик мауыҡтырғыс шөғөл», - ти Зәлифә Ғилметдин ҡыҙы беҙҙең кисерештәрҙе аңлап.
Мәҡәлә геройыбыҙ сығышы менән Рысай ауылынан. Иманғолда йәшәй. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында хеҙмәт иткән. Дүрт бала әсәһе. Ҡыҙы Рита Силәбе өлкәһенең Нөғәйбәк районында төпләнгән, педиатр булып эшләй, ике ҡыҙ үҫтерә. Альбина тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә, әлеге көндә икенсе улы менән декрет ялында. Нил улы - сауҙа нөктәһендә менеджер, Айнур - тау сәнәғәте колледжының 2-се курс студенты.
Өлгөр хужабикә ҡул эштәре менән элек-электән мауыға.

- Нимә генә бәйләмәнем мин. Ябай япмаларҙан башлап, итәктәр, кофта, күлдәктәргә тиклем, - ти ул. - Ике йыл элек өлкән ҡыҙым топиарий (ҡулдан яһалған «бәхет ағасы») менән шөғөлләнә башланы. Уның эштәрен ҡараным да сәйләнде файҙаланып берәй нәмә яһап ҡарарға булдым. Иң тәүге эштәремде - роза сәскәләрен - тиҙ арала туған-тыумасаға, таныштарға бүләк итеп таратып бөттөм.
Ҡул эштәре нигеҙен Зәлифә Мөбәрәкова интернет селтәрендә-ге видеоларға ҡарап өйрәнә лә үҙенсә үҙгәртеп матурлыҡ тыу-ҙыра. Ижадтар өсөн материалдар һатып алына. Сәйлән, мәҫәлән, Магнитогорскийҙан кил-терелә. Учалыла уның 450 граммы 285 һум бул-һа, күрше ҡалала - 150 һум самаһы. Сәйләндәр төрлө ҡалынлыҡтағы, йомшаҡлыҡтағы сымға теҙелә. Һөҙөмтәлә, сағыу төҫтәрҙәге орхидея, гортензия, глоксиния, яран, пион, миләүшә сәскәләре хасил була.
Шулай уҡ, Зәлифә Ғилметдин ҡыҙы төрлө ағастар яһай. Уның өйөндә толстянка («аҡса ағасы» исеме аҫтында билдәле), глициниялар «үҫә». Ағастың оло-ны ныҡлы тимер - электродтың өҫтөнә гипсҡа мансылған бинт менән кәрәкле формала ҡатырылып яһала. Ағас ҡабығына оҡшатып тышы сыймаҡлана. Артабан ул колерҙар менән кәрәкле төҫ килеп сыҡҡансы бер-нисә ҡат буяла, өҫтөнә лак һәм ялтыр һөртөлә. Ботаҡтарға ал-дан йыйылған сәйлән япраҡтар нығытыла, шар-тына килтереп таштар һалына. Уртаса алғанда бер ағас бер аҙна самаһы әҙерләнә.
Кешеләр ағастарҙы үҙҙәре өсөн йә тыуған көндәргә заказ биреп эшләтәләр. Үҫемлектәрҙе уңыш килтереүсе, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап тороу-сы талсым (талисман), тип һанаусылар бар. Сәскәләрҙе уҡытыусылар, Әсә көнөнә, 8 Март һәм башҡа байрамдарға бүләк итеп алалар.
- Ижад менән булыу мине тынысландыра. Шулай уҡ, бармаҡ остарына массаж да була. Күҙҙәр-гә көс төшөрмәҫ өсөн оҙаҡ ваҡыт ултырмаҫҡа тырышам, - ти оҫтабикә.
Зәлифә Ғилметдин ҡыҙына был шөғөлөндә тормош иптәше Мәғәсүм Мөбәрәк улы ярҙамлаша. Ул материал әҙерләп би-рә һәм тимерсыбыҡҡа сәйлән теҙешә.
Күңел ялы алырлыҡ яратҡан шөғөлө булған кеше - бәхетле. Ул шөғөл, өҫтәүенә, бер аҙ килем дә килтерһә, икеләтә яҡшы.
Гөлшат МОТАҺАРОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Төймә лә бүләк,  дөйә лә бүләкТөймә лә бүләк, дөйә лә бүләк
Вәғәҙә иткәнебеҙсә, «Яйыҡ» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатыуҙы башланыҡ. Беренсе уйында өс бүләк отоусы билдәләнде.... Тотош уҡырға
Күңел наҙы ҡушыпКүңел наҙы ҡушып
Кешенең шәхес булып формалашыуы бала саҡтан башлана. Бөгөн үҫеп килгән быуын китап уҡырға яратмай, тип зарланабыҙ. Кескәй саҡтан ҡулда сағыу... Тотош уҡырға
Алтын ҡуллы оҫтаАлтын ҡуллы оҫта
Өләсәйем йортонда мөйөштә ултырған, өҫтөнә бер-нисә ҡат япма түшәлгән тимер һандыҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр иҫтә ҡалған. Әллә өлкәндәрҙең уның эсен... Тотош уҡырға
Алтын ҡуллы оҫтаАлтын ҡуллы оҫта
Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ мәҡәле. Сәфәр ауылында йәшәүсе Рушан Фәйзуллиндың йорто бер ҡарауҙа уҡ оҫта ҡуллы хужа йәшәүен аңғартып тора.... Тотош уҡырға
Ырғаҡ оҫтабикәһеЫрғаҡ оҫтабикәһе
Ҡатын-ҡыҙ һәр хәрәкәте, ҡыланышы, үҙен тотошо, тышҡы һәм эске торошо менән тирә-яҡҡа гүзәллек өләшеү өсөн яратылған. Тәбиғәттән һалынған был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.