» » Ҡалабыҙ имен булһын

Ҡалабыҙ имен булһын14.02.2017

Ҡалабыҙ имен булһынДөйөм Рәсәй буйынса алғанда, «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү» программаһында башлыса ауыл ултыраҡтары ҡатнаша. Әлбиттә, ҡалаларҙа ла эшләйһе эш күп, әммә халыҡты бергә йыйыу, дөйөм ҡарарға килеү күпкә ауырыраҡ: ҡала кешеһе фатирына бикләнеп: «Тирә-яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын» , - тип йәшәргә күнеккән бит. Шөкөр, Учалы ҡалаһы халҡы был менталитетҡа күсеп бөтмәгән әле, кәрәк булғанда туплана белә. Был һыҙатты Бөтә донъя банкы, БР Финанстар министрлығы вәкилдәре килгәндәрендә лә маҡтап телгә алғандар ине. Әйтмәҫлек тә түгел шул - өс йыл рәттән ҡатнашып, өс йылда ла уңышҡа өлгәшә алдылар. Универсаль спорт майҙансығы, саңғы-роллер трассаһы, ҡала пляжын төҙөкләндереү кеүек күләмле эштәрҙең уңышлы башҡарылыуы, бөгөнгө көндә күпме файҙа килтереүҙәре тураһында гәзиттә ҡат-ҡат яҙҙыҡ инде. Программаның тәмен тойоп ҡалған учалылар быйыл да ситтә ҡалмаҫҡа булды.

9 февралдә «Таусы» боҙ аренаһында Учалы ҡалаһы халҡының дө-йөм йыйылышы үтеп, программала быйыл да ҡатнашыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Про-ект варианттары күп яңғыраны - балалар өсөн майҙансыҡтар йә велосипед юлдары һәм уларҙың туҡталҡаларын булдырыу, автотуҡтал-ҡалар һанын арттырыу, тротуарҙар һалыу һәм башҡа күп. Йыйылыш рә-йесе итеп бер тауыштан һайланған ҡала ултыра-ғы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов аң-лашылмаған урындарҙа асыҡлыҡ индерә барҙы. Мәҫәлән, йыйылған ха-лыҡты сығыштары ме-нән һөйөндөргән йәш коньки оҫтабикәләре ярыштарға йөрөү өсөн автобус һорағайны, ра-йон хакимиәте былай ҙа ошо маҡсатта йәштәр эштәре һәм спорт ко-митетына айырым транс-порт һатып алырға ниәтләнеүе тураһында хәбәр ителде. Ҡалала балалар уйнау өсөн майҙансыҡтар һанын арттырыу ҙа хәстәрләнә. Ә бына дзю-до залы йә Бурансыла мәктәп төҙөү тәҡдимдәре программа шарттарына тура килмәй, башҡаһынан тыш - ныҡ ҡиммәт. Әлеге лә баяғы Учалы-Иманғол юлын асфальтлау һорауы ла күтәрелде, тик ҡала ултырағы балансында тормағас, конкурсҡа сы-ғарып булмай.

Күпселек тауыш менән «Имен ҡала» проекты хупланды. Уға ярашлы, йәмәғәт урындарында 19 боролмалы һәм 71 стационар видеокамера урынлаштырыу күҙ уңын-да тотола. Яҙмалар он-лайн режимда (туп-тура) Берҙәм дежур-диспет-чер пультына киләсәк. Система видеоанализ модуле менән дә тәь-мин ителәсәк: дежурҙа торған кеше абайламаһа ла, видеокамера кеше ҡайнашыуын, йүгерешә башлауҙарын йә, әйтәйек, кинәт төтөн сыға башла-уын төшөрә икән, шундуҡ сигнал яңғыраясаҡ. Енә-йәттәрҙе асыҡлау, юл-транспорт ваҡиғаларын-да ғәйеплеләрҙе теүәл билдәләү, бәләгә тары-ғандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү кеүек эштәр күпкә еңеләйәсәк - юҡҡа ғына комплекс «Имен ҡала» тип аталмай бит! Был система индерелгәс, Бөрө ҡалаһында урам-дарҙа тәртип күҙгә кү-ренеп (күсмә һәм иң тура мәғәнәләрҙә!) яҡ-шырған, ти.

Йыйылышта бөтә формаль талаптар теүәл үтәлде - 10 мартҡа тик-лем материалдар Өфөгә ебәрелергә тейеш, бик йылдам эш итеү зарур.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Матурайып ҡалыр һыу буйыМатурайып ҡалыр һыу буйы
Учалы ҡалаһы ултырағы Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында бик тә һөҙөмтәле ҡатнаша килә. 2014 йыл ошо форсат менән файҙаланып... Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәтендәХалыҡ мәнфәғәтендә
Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе... Тотош уҡырға
Һөҙөмтә күренеп тораҺөҙөмтә күренеп тора
7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың... Тотош уҡырға
Йыл әйләнәһенәЙыл әйләнәһенә
Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында Учалы ҡала ултырағы ла ҡатнаша. Филармонияла ҡала халҡының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ҡала... Тотош уҡырға
Хыялыбыҙ - комплекс төҙөүХыялыбыҙ - комплекс төҙөү
Белеүебеҙсә, быйыл республикабыҙҙа муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы старт алды. Ҡунаҡбай ауыл Советы ла... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.