» » «Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһын

«Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһын27.03.2017

«Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһынАхун ауылының «Аҡ шишмә» өлгөлө халыҡ театры районда берҙән-бер татар театры булыуы менән айырылып тора. Тау битләүенән сылтырап аҡҡан шишмәләй саф, таҙа, тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ сая, күл-йылғаларға ғүмер бирерлек көс-ғәйрәтле булһын тип уны шулай атағандар. Ауылда «Аҡ шишмә» тип йөрөтөлгән урын да бар.
Театрҙы бына инде 17 йыл Нәзифә Усманова етәкләй. Нәзифә Ғил-метдин ҡыҙы Ахун ауы-лында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын та-мамлағандан һуң 1985 йылда тыуған ауылына художество етәксеһе бу-лып эшкә ҡайта. Бер уҡ ваҡытта мәктәптә рит-мика дәрестәрен алып бара. 2000 йылдан Ахун мәҙәниәт йорто директоры.

Театр коллективында бөтәһе 15 кеше иҫәпләнә.
- Мәҙәниәт йортонан - рәссам-ҡуйыусы Гөлнара Хажива, художество етәксеһе Сафия Мөслимова һәм мин, ә ҡалғандары - барыһы ла ауыл халҡы. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша. Хаҡлы ялда булған Сара Вафина, Хәлиҙә Солтанова, Рушан Дияров бер спектаклдән дә тиерлек тороп ҡалмайҙар. Йәштәрҙе йәлеп итеүе ауырыраҡ, сөнки уларҙың күбеһе ситкә йөрөп эшләй. Шулай ҙа Гөлназ Сөләймәнова, Әлфиә Шафиҡова, Фәнис Хазиханов, Бүләк Фәйзул-лина, Эдик Шаһиев, Нил Садиҡов, Фәнис Әх-мәтов, Фидан Баҡыев, Илмир Мөслимов, Фә-нис Әйүпов, Гөлнур Дауытовалар - даими ҡатнашыусыларҙан, - тине Нәзифә Ғилметдин ҡыҙы.
2009 йылда Ахун ауылы театры «Бисәкәй» драмаһы менән «халыҡ» статусын алыуға өлгәшә.
Театр репертуарында трагедиялар ҙа, коме-диялар ҙа бар, ошо йылдар эсендә ике тиҫтәгә яҡын спектакль ҡуйылған. Халыҡ айы-рыуса комедияларҙы йылы ҡабул итә.
Спектаклдәр менән ра-йон буйынса ла сығалар. Мәҫәлән, «Яусылар» комедияһын Һәйтәк, Илсе, Яңы Байрамғол, Ҡобағош ауылдары халҡы ҡараған. Әлбиттә, бындай гастролдәр менән артыҡ ҙур аҡса эшләп булмай. Интернет, телевидение кеүек көслө конкуренттар булғанда кешеләрҙе мәҙәниәт йорттарына йәлеп итеүе ҡатмарлы. Спектаклгә инеү өсөн юғары хаҡ ҡуйһаң бөтөнләй залдың буш буласағын көт тә тор. Юл сығымдарын ҡапларлыҡ етһә, шуға ҡәнәғәт коллектив.
- Элекке менән са-ғыштырғанда бөгөн ауылдаштарҙы театрға йәлеп итеүе күпкә ауы-рыраҡ. Уҙған быуатта ил, идея өсөн янып йәшәй торғайныҡ, ә хәҙер һәр кем үҙе өсөн. Шулай ҙа, ғаилә менән уйнаусы актерҙарыбыҙ бөгөн дә бар. Мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Зәкиә һәм Жәүәт Фәхрисламовтар, әсәле-ҡыҙлы Дауытовалар, аталы-уллы Ба-ҡыевтар. Хатта сәх-нәлә башҡарған роль шауҡымында ысын хис-тойғолар хасил булып өйләнешкән пар ҙа бар - ул Гөлнара һәм Жәүәт Әмировтар, - ти етәксе.
Ошондай сәнғәт, мәҙә-ниәт тип янып йәшә-гән кешеләр арҡаһында ғына ауылдарҙа мәҙә-ниәт усаҡтары һүнмәй, һү-релмәй килә лә инде. Үтеп киткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм Ха-лыҡ-ара театр көнө ай-ҡанлы ҡала-райондың был өлкәлә хеҙмәт итеүсе кешеләрҙең барыһына ла ижад дәрте, яңынан-яңы идеялар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ!
Гөлшат МОТАҺАРОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тынғы белмәҫ АйгөлТынғы белмәҫ Айгөл
2007 йылдан Рәсәйҙә 25 март мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә. Был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте күҙгә күренмәй, әммә... Тотош уҡырға
Уңышлы һәм емешле үттеУңышлы һәм емешле үтте
Билдәләнгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә районыбыҙҙа төрлө кимәлдәге меңдән ашыу сара уҙҙы. Конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гранттар алыу, еңеүҙәр... Тотош уҡырға
Тынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиәТынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиә
«Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә…» Ғабдулла Туҡай. Таһир Закировтың Ахун ауылы клубында ҡуйылған «Яусылар» комедияһын ҡарағандан һуң, халыҡ күтәренке... Тотош уҡырға
Артистар ҡыуандырҙыАртистар ҡыуандырҙы
Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йорто янындағы үҙешмәкәр коллектив Мәҙәниәт йылы айҡанлы Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың - дәрте бар» комедияһын тамашасы... Тотош уҡырға
Яҙҙы ҡаршылапЯҙҙы ҡаршылап
Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде. Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.