» » Киләсәк беҙҙең ҡулда

Киләсәк беҙҙең ҡулда14.04.2017

Киләсәк беҙҙең ҡулдаОшо көндәрҙә ҡаланың Ижад һарайында «Беҙҙең киләсәк - үҙебеҙ» лозунгыһы аҫтында Йәштәр форумы уҙҙы, унда 15 йәштән 18 йәшкә тиклем 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Был мәртәбәле йыйын ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелә. Уның маҡсаты - йәштәрҙең тәғәйенләнешен табыуы һәм ошо йүнәлештә үҫеүе өсөн шарттар булдырыу. Сарала өлкән кластар уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет тырышлығы менән ойошторолған форум юғары кимәлдә үтте.
Форумдың эше шулай уҡ секциялар ултырыштарында барҙы: хәрби-пат-риотик тәрбиә, сәләмәт тормош, тормош ҡиммәттәре, ижад һ.б. Һәр кемгә үҙен кәрәкле юҫыҡта һынап ҡарау мөмкинселеге булды.

Район хакимиәте башлығының со-циаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ҡатнашыусыларҙы ҡала-районыбыҙҙың бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Йәш ғаиләләр, яңы уҡы-уын тамамлаған белгестәр өсөн ниндәй программалар эшләгәнен бәйән итте.
- Төбәгебеҙҙә йәштәр уҡыһын, эшләһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Рәхәтләнеп, хәүефһеҙ итеп ял итергә мөмкин. Төрлө спорт төрҙәре, туризм менән шөғөлләнергә, ижади һәләттәреңде үҫтерергә була, саңғы-роллер трассаһы, тау саңғыһы паркы ла бар. Район етәкселеге йәш-тәрҙең теләген, тәҡдимдәрен һәр ваҡыт күҙ уңында тота. Киләсәгебеҙ һеҙҙең ҡулда, төбәгебеҙҙең патриоттары булып ҡалыуығыҙҙы теләйем, - тине ул.
Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы шулай уҡ йәштәр сәйәсәтенең төрлө өлкәләренә инвестицион проекттар талап ителгәнен билдәләне. Форумда йәштәр араһында районыбыҙ буйынса иң яҡшы туристик һуҡмаҡ ойоштороуға конкурс иғлан ителде. 3-5 кешенән торған команда үҙенең проектын әҙерләп, комиссия алдында яҡларға тейеш. Еңеүселәр Ҡазан ҡалаһына путевка менән бүләк-ләнәсәк.
62 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән, гәүһәр туйҙарын билдәләгән Рәйсә һәм Рәшит Ғәйфуллиндарҙың да форумда ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Ололар бәхетле йәшәү сере менән уртаҡлаштылар, кәңәштәрен бирҙеләр.
Артабан сараның практик өлөшө башланды. Секциялар ултырышы бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Мастер-класстар, уйындар, күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Беренсеһе йәш быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүгә арналды. Ғөмүмән, ҡала-районыбыҙҙа был юҫыҡта ҙур эш алып барыла. Йыл һайын мәктәптәрҙә ГТО нормалары тапшырыла, 10-сы мәктәптә кадет кластары булдырылған. Дүрт класта 83 уҡыусы белем ала.
Форумда ҡатнашыусыларға Калаш-ников автоматын йыйып-һүтеү, ҡул һуғышы буйынса оҫталыҡтар күрһә-телде.
Хәтерегеҙҙәлер, былтыр Рәсәйҙә Оборона министры Сергей Шойгу инициативаһы менән «Юнармия» Бөтә Рәсәй балалар-йәштәр хәрәкәте үҙ эшен башлап ебәрҙе. Уның йүнәлеше - электән килгән, ләкин һуңғы йылдар-ҙа онотола барған традицияларҙы ҡабат дауам итеү. Беҙҙә лә был хәрә-кәт ойошторолған. Учалы ауылының Хөснөтдинов исемендәге мәктәптең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы Артур Ғилметдинов «Юнар-мия» тураһында ентекле һөйләп үтте.
«Юнармия» уйын аша йәштәргә тәрбиә биреүҙе хәстәрләй. Сөнки ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мауыҡтырғыс эш алымдары ҡулланыу, ил һағында торған заманса хәрби техникаларҙы күреп үҫеү мөһим. Был йәһәттән тарихи үткәне булған «Зарница» уйынын дауам итеү ҙә изге бурыс һанала. Һәр хәлдә Рәсәй сирек быуат дауамында юғалып торған традицияларҙы тергеҙеп, үҙенең ил һаҡсыларын мәктәп эскәмйәһенән әҙерләргә тотондо.
- Әлбиттә, хәрби тәрбиә биреү йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләү тигәнде аңлатмай. Сөнки армияның көс-ҡеүәте ҡоралға ғына бәйләнмәгән. Уның төп нигеҙе - юғары хәрби белемле офицер-ҙар, һау-сәләмәт, рухлы һалдаттар. Йәш армиясылар мәктәбе иһә Ватанды тыныс шарттарҙа ла яҡлай алырлыҡ быуынды тәрбиәләйәсәк. Был хәрәкәт бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән дүрт йүнәлеште үҙенә ала. Рухи-әхлаҡи, мәҙәни-тарихи, уҡыу һәм социаль йүнәлештәр. Беҙ шәфҡәтле, ярҙамсыл, үҙ иленең яҡты киләсәген төҙөргә әҙер булған быуын тәрбиәләргә теләйбеҙ. Алда ҙур һәм ҡыҙыҡлы юл көтә, - тине Артур Рәүеф улы.
«Йәштәр һәм ғаилә ҡиммәттәре» майҙансығына йәштәр күп йыйылды. Социаль-психологик үҙәк белгестәре ҡыҙ-егеттәргә ғаилә ҡороуға психологик әҙерлек тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Төрлө уйындар уҙғарҙы-лар. Оло парҙарыбыҙ Рәйсә һәм Рәшит Ғәйфуллиндар ҙа секцияла ихлас ҡат-нашты. Үҙҙәренең ғаилә ныҡлығын һы-нанылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа айырылышыуҙар күбәйә. Мәҫәлән, 2014 йылда 659 пар ғаилә ҡорһа - 343 пар айырылышҡан, 2015 йылда 541 никахлашыусы теркәлгән, 339 ғаилә айырылышҡан, 2016 йылда 481 ғаилә сәсен сәскә бәйләһә, 309-ы тарҡалған. Йәштәрҙең 40 проценты өйләнешкәндән һуң 5 йыл эсендә айырыла. Был тәү сиратта егет-ҡыҙҙарҙың ғаилә ҡороуға баштан уҡ әҙер булмауҙары, холоҡтарының тура килмәүе менән аңлатыла.
«Йәштәр сәләмәт тормош яҡлы» майҙансығында ойоштороусылар туристик ҡорамалдар күргәҙмәһен, тематик стендтар эшләп ҡуйғандар, станциялар буйлап ҡыҙыҡлы уйын уй-натылды.
«Йәштәр һәм ижад» секцияһында кейеҙ баҫыу, киҫеү һәм тегеү, хореография, театр сәнғәте буйынса дәрестәр алырға мөмкин ине. Төбәгебеҙҙә һәләтле йәштәр күп, уларҙың ижади белемдәрен һәр яҡлап үҫтереү өсөн яҡшы шарттар бар. Был тәңгәлдә С.Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡы-тыусылары ла ҙур эш башҡара. Уҡыу йортонда 8 бүлек асылған, 12 һөнәргә уҡыталар. Бындай уникаль «ассортимент» республикала ғына түгел, илебеҙҙең уҡыу йорттарында ла юҡ.
Училище студенттарының үҙ ҡулдары менән кейеҙҙән яһалған биҙәүестәре, кейемдәре айырым иғтибарға лайыҡ, йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡ-һындырҙы. Үҙҙәре теккән костюмдарҙы кейеп музыкаль әҫәр сәхнәләштерҙе-ләр. Йәштәрҙең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Боронғо ижади ҡомарҙарға егет-ҡыҙҙарҙың да битараф ҡалмауы ҡыуандырҙы.
Шулай итеп, форум гөрләп үтеп тә китте. Йәштәрҙең үҙ-ара аралашыуы, фекер уртаҡлашыуы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреүе ҙур әһәмиәткә эйә булды.  Йыйындар артабан да ойошторолоп торһон.
Әлиә ДАУЫТОВА.



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Киләсәк -  йәштәр ҡулындаКиләсәк - йәштәр ҡулында
Ял көндәрендә ҡалабыҙҙа «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҙеш перспективалары» тип аталған... Тотош уҡырға
Хәйриәлек - иң изге ғәмәлХәйриәлек - иң изге ғәмәл
Уҙған аҙнала хәйриәлек эшмәкәрлеге буйынса республика Советының күсмә ултырышы үтте. Уның сиктәрендә Учалыға БР Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм... Тотош уҡырға
Йәш эшҡыуарҙар өсөнЙәш эшҡыуарҙар өсөн
Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында «Стратегия «25-20». Төбәк-ара хеҙмәттәшлек - уртаҡ уңыштың яңы мөмкинлектәре» исемле «Урал аръяғы-2014» инвестицион... Тотош уҡырға
Йәштәр һынатмайЙәштәр һынатмай
Ҡалуй ауылының тәбиғәт ҡосағында ла «Киләсәк - йәштәр ҡулында» лозунгыһы аҫтында шаяндар һәм отҡорҙар уйыны үтте. Унда бөтәһе дүрт команда көс... Тотош уҡырға
«Һарығош» алға әйҙәй«Һарығош» алға әйҙәй
18-28 июндә Һамар өлкәһендә «Һарығош-2014» йәштәр форумы үтәсәк. Уҙған йылда был форумда Башҡортостандан 100 кеше ҡатнашты, республикабыҙ тәҡдим... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.