» » Белемдәрҙе һынаныҡ

Белемдәрҙе һынаныҡ25.04.2017

Белемдәрҙе һынаныҡ22 апрелдә республикала башҡорт теле буйынса төбәк диктанты үтте. Өфөлә уны Башҡорт дәүләт университетында яҙҙылар. «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында ойошторолған акцияға интернет селтәре аша тура бәйләнештә Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама ҡалалары ҡушылды. Шулай уҡ, өсөнсө йыл уҙғарылған сарала тәү тапҡыр Ямал-Ненецк автономиялы округында һәм Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
Учалылар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Иртәнге сәғәт унға Ижад һарайына тел буйынса белемде тикшереп ҡарарға йыйылдыҡ. Ҡала-райондың башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, шулай уҡ мәғариф бүлеге, киң мәғлүмәт сара-лары вәкилдәре ҡатнашты. Йәмғеһе 50-гә яҡын кеше ине.
Ураҙ лицейынан төбәк диктантын яҙыуға 19 уҡыусы килгән.
- Был акцияла беҙ икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ, - тип белдерҙе уҡытыу-сылары Лилиә Заһитова. - Республикала туған тел буйынса бындай һынауҙы ойоштороуҙары бик яҡшы. Сараның маҡсаты - халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында грамоталылыҡты үҫтереү, тел проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтеү. Беҙ ҙә шул маҡсаттарға ҡушылдыҡ.
Диктант өсөн өҙөк билдәле яҙыусы, ғалим Ғайса Хөсәйеновтың «Әсәм теле - сәсән теле» әҫәренән алынған. Әйткәндәй, сараға 89 йәшен тултырған Ғайса Батыргәрәй улы үҙе лә килгәйне. Тексты БР-ҙың халыҡ артисы Рәсүл Ҡа-рабулатов уҡыны.
Диктант махсус бланктарҙа яҙылды. Исем-шәрифтәрҙе күрһәтеү мотлаҡ түгел ине, псевдонимды йәки шифрҙы яҙыу ҙа етә. Тик ни бары йәшерен исемде үҙеңә онотмау мөһим, сөнки ул 28 апрелдә «regdict.bashedu.ru» сайтына һалынасаҡ диктант һөҙөмтәһен ҡарау өсөн кәрәк буласаҡ.
«Онлайн» режимда инде имен-аман өҙөктөң уртаһына барып еттек тигәндә, Өфө менән интернет бәйләнеше өҙөлдө. «Хәҙер нимә эшләйбеҙ?!» - тип ғауғалашып алдыҡ бер аҙ. Әммә ойоштороусылар бындай осраҡты ла күҙаллаған икән: бер көн алда шулай уҡ Рәсүл Ҡарабулатов уҡыуында видеояҙма әҙерләп һалғандар. Ҡытыршылыҡтарға ҡарамай диктант яҙылып бөттө.
- Быйылғы текст ауыр булдымы? - тигән һорау менән төбәк диктанты яҙыуҙа өсөнсө йыл ҡатнашҡан Сәфәр мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина-ға мөрәжәғәт иттек.
- Уҙған йылдарҙағы менән сағыш-тырғанда диктант еңелерәк булды. Рәсүл Ҡарабулатов та интонацияһы, паузалары менән ярҙам итте. Тик арабыҙҙа төп өлөштә башҡорт теле уҡытыусылары ғына булыуы бер аҙ күңелдәрҙе ҡырҙы. Йылдан йыл әҙәбиәтте уҡытҡас әҫәр-ҙәрҙе яттан белеп бөткәнбеҙ тиерлек, башҡорт теле уҡытыусыларының яҙыу һәм һөйләү телмәре былай ҙа грамоталы тип уйлайым. Бәлки, юғарынан тейешле ҡарар төшөрөргә кәрәктер, башҡа һөнәр эйәләре лә килһен. Ни өсөндөр рус теленән диктант яҙғанда ҡатнашыу мотлаҡ булараҡ йөкмәтелә, ә башҡорт теленән тик теләккә генә ҡайтып ҡала, - тигән тәҡдимен еткерҙе Айгөл Хәлит ҡыҙы.
«2»-ле алыуҙан ҡурҡыу был осраҡта урынһыҙ, сөнки төбәк диктанттың төп маҡсаты билдә түгел, ә әүҙем гражданлыҡ позицияңды күрһәтеү, халыҡтың берҙәмлеге бит.
Гөлшат МОТАҺАРОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Еңеүҙәр - хеҙмәт ашаЕңеүҙәр - хеҙмәт аша
Көҙҙөң тәүге байрамы - Белем көнө алдынан изге йолаға әүерелгән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған уҡыу йылына һөҙөмтәләр яһау, киләһе... Тотош уҡырға
Дан йырлайым һиңә,  туған телем!Дан йырлайым һиңә, туған телем!
Халыҡ-ара туған тел көнө күп ерҙәрҙә юғары баһаланып, төрлө саралар менән ҡаршы алына. Был көн район-ҡалабыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары өсөн дә... Тотош уҡырға
Телгә һөйөү тәрбиәләнәТелгә һөйөү тәрбиәләнә
Мәҙәниәт йылына алмашҡа Әҙәбиәт йылы килде. Рәсәй - күп милләт вәкилдәрен үҙенә һыйындырған ил. Һәр халыҡ тәүге урында үҙ мәҙәниәт, әҙәбиәтен күҙ... Тотош уҡырға
«Мәңге йәшә, Салауат!»«Мәңге йәшә, Салауат!»
Милләтебеҙҙең данлыҡлы улы Салауат Аҙналин хаҡында һүҙ йөрөткәндә «батыр» һүҙен ҡушып һөйләргә күнеккәнбеҙ. Ә бындай исемде борон-борондан халҡыбыҙ... Тотош уҡырға
Тел – күңел көҙгөһөТел – күңел көҙгөһө
2000 йылда ЮНЕСКО тарафынан телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында 21 февраль - Халыҡ-ара Туған тел көнө тип иғлан ителде. Бөгөн башҡорт теленең... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.