» » Наурыҙҙар байрам уҙғара

Наурыҙҙар байрам уҙғара25.04.2017

Наурыҙҙар байрам уҙғараЯҙ һәм хеҙмәт байрамын бына инде нисә йыл наурыҙҙар бергәләп тыуған ауылдарында уҙғара. Быйыл да традицияны боҙмай “Ауыл көтә улдарын” сараһын планлаштыралар. Быйыл ул ике көн дауамында, 30 апрель -1 майҙа уҙғарыласаҡ.
Ауылды төҙөкләндереү, өмәләр ойоштороу, бала саҡ уйындарын уйнау, кисен клубта марш, өсмөйөш уйнауҙан тыш быйыл наурыҙҙар XVII быуат аҙағында XVIII быуаттың беренсе яртыһында ошо ауылда йәшәгән Ҡобағыш сәсәндең бүләһе атаҡлы Ҡарас сәсәнгә обелиск асасаҡ. Мәғлүм булыуынса, Ҡарас сәсән мәргән уҡсы булған, сараның беренсе көнөндә уҡсылар бәйгеһе лә ойоштороласаҡ, ә 1 майҙа уҡ-ян менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мастер-класстар уҙғарыу һәм махсус приздар өсөн ярыштар үткәреү күҙаллана.
Шулай итеп, 30 апрель көнө 9.00 сәғәткә наурыҙҙар ауылдаштарын һәм ҡунаҡтарҙы ошо матур сараға көтөп ҡала.
Гүйә ҡанат үҫә иңдәремә
Ҡайтып килһәм тыуған ауылыма.
Көс-дәрт арта кеүек күтәрелһәм
Боғасты ла тигән тауына.
Хөрмәт итәм, бер туғандай күрәм
Ауылымдың һәр бер кешеһен.
Ҡул бирешеп иҫәнләшеп китәм
Осратҡанда олоһон-кесеһен.
Беҙ бит наурыҙалар, ҡан-ҡәрҙәштәр
Бер Яйыҡтың һыуын эскәнбеҙ.
Боғастының йәшмә таштарында
Тәгәрәшеп уйнап үҫкәнбеҙ.
Ҡарас сәсән рухы – күңелдәрҙә
Йыр-бейеүгә, моңға маһирбыҙ.
Тура һүҙле булыу ҡанға һеңгән,
Уҡыуға һәм эшкә таһылбыҙ.
Сал Ирәмәл кеүек олпат, ғорур
Аҡһаҡалдар йәшәй ауылда.
Һындырмаған олатайҙар рухын
Ғәрәсәт тә, утлы дауыл да.
Ағинәйҙәр беҙҙә аҡ яулыҡта
Кәңәштәрен бирә йәштәргә.
Улар фатихаһы тайпылдырмай,
Дәртләндерә изге эштәргә.
Сос егеттәр, һылыу ҡыҙҙар беҙҙә,
Егәрлеләр еңгә-килендәр.
Яҡты ҡараш һәм яғымлы һүҙгә
Һыуһағандар беҙгә килһендәр.
Беҙ ҡунаҡсыл, беҙҙең күңел асыҡ
Изге, яҡты уйлы һәр кемгә.
Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-туғандар менән
Шөкөр итеп тыуған һәр көнгә.
Беҙ бит наурыҙалар, ҡан-ҡәрҙәштәр
Бер Яйыҡтың һыуын эскәнбеҙ.
Ожмах кеүек гүзәл ерҙә тыуып
Изге йәнле булып үҫкәнбеҙ!
Беҙ бит наурыҙалар!
Римма Солтанова.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Мәргәнлектә көс һынағыҙ!Мәргәнлектә көс һынағыҙ!
Нимә ул бренд? Инглиз теленән «тамға» тип тәржемә ителә. Башта ҡулланыусының хәтеренә уйылған берәй төр тауар тураһында мәғлүмәт мәғәнәһендә... Тотош уҡырға
Ҡушылығыҙ!Ҡушылығыҙ!
Ҡарас сәсән призына 18 мартта Уральск ҡасабаһында йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры үткәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ярыш тәртибе һәм... Тотош уҡырға
БЫЛ - ЙӘШМӘЛӘР ИЛЕБЫЛ - ЙӘШМӘЛӘР ИЛЕ
Йыйынтыҡта Наурыҙ ауылында тыуып, Яйыҡ һыуын һыулап үҫкән, күңелдәрендә Ҡарас сәсән рухын йөрөткән һүҙ оҫталарының ижад емештәре урын алған. Уларҙың... Тотош уҡырға
Афарин, наурыҙҙар!Афарин, наурыҙҙар!
Булған заманалар, һәр ауылда һабантуй үткәрелгән. Һуңғараҡ дәүерҙәрҙә колхоз-совхоздарҙың үҙәк усадьбаларында ғына ойошторолдо. Ә коллектив... Тотош уҡырға
Халыҡты берләштергән көнХалыҡты берләштергән көн
Еребеҙгә, ниһайәт, бар тереклекте уятып, йәнә яҙ килде. Тәбиғәтебеҙҙең ошо миҙгеле айырыуса байрамдарға бай. Йылдар үтһә лә, уларҙың әһәмиәте... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.