» » Һабанда һайрар мәл

Һабанда һайрар мәл16.05.2017

Һабанда һайрар мәлМайҙың уртаһы ла етте, әммә көн һаман йылытмай. Тәбиғәттең әлеге көйһөҙлөгө ауыл хужалығы эшсәндәренә лә насар йоғонто яһай, сәсеү кампанияһын тотҡарлай. Республика хужалыҡтары быйыл баҫыу эштәренә бер-ике аҙнаға һуң төшһә лә, беҙҙең хеҙмәтсәндәр ваҡытында башланы. Төбәктә ҡар тиҙ иреп бөттө, көндәр ҙә йылы һәм ҡояшлы торҙо. Быйыл сәсеү 28 мең гектар майҙанда атҡарыласаҡ, уның 13 мең гектарын бөртөклө иген культуралары биләйәсәк. Әлеге мәлдә аграрийҙар дәррәү баҫыу эштәрен башлаған.
«Урал аръяғы-Агро» МТС-ында ла эштәр ойошҡанлы бара. Хужалыҡ яңы миҙгелде яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала. Сәсеүгә 27 апрелдә төшкәндәр.
Предприятиеның һөрөнтө ерҙәре 4612 гектар тәшкил итә. Ахун биләмәһендә-ге баҫыуҙарҙа бойҙай, арпа, һоло, ҡа-рабойҙай культуралары сәселәсәк. Әйткәндәй, хужалыҡтың 65 баш эре мөгөҙлө малы бар. Улар әлеге ваҡытта Ахун фермаһында тора. Хужалыҡ бы-йыл тәүләп мал аҙығына сорго-судан гибридын үҫтерергә йыйына. Үҫемлек яҡшы уңыш бирә, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, тиҙәр белгестәр.
Игенселәрҙе Ахун эргәһендәге Мар-тин баҫыуында тап иттек, төшкө ашҡа туҡтағандар ине. Ашнаҡсылар Ҡәҙриә Киньзякова, Әлиә Ғимаева эшселәрҙе тәмле аш менән һыйлай.
- Бойҙай сәсәбеҙ, баҫыуҙарҙа 3 бе-рәмек «ДжонДир» сәсеү агрегаты йө-рөй. Ерҙе бер юлы эшкәртеп, һөрөп, сәсеп, культивациялап баралар. Эш ике сменала ойошторолған. Илгизәр Яныбаев, Рафаэль Танатов, Ильяс Сө-ләймәнов, Тайфур Фәттәхов, Руслан Мөслимов, Ринат Шәймөхәмәтов, Алмас Кәримов, Евгений Уфимцевтың тырышлығын айырым билдәләп китеү урынлы булыр, ҡалғандар ҙа һынат-май, кампанияның мөһимлеген аңлай-ҙар. Һауа торошо ғына күңелде ҡыра, яҡшылап эшләргә мөмкинлек бирмәй. Ер дымлы, техникаға йөрөүе ауыр. Дымлы ер тырмаға, тәгәрмәскә йәбешә. Планды 50 процентҡа үтәгәнбеҙ, баҫыу эштәрен ваҡытында тамамларбыҙ, тип ышанабыҙ. Орлоҡ етерлек, ағыуланған, - тине хужалыҡтың баш агрономы Ильшат Мирзин.
Үҙҙәрендә иген культураларын сәсеүҙе тамамлау менән, башҡа хужалыҡтарға ярҙамға барасаҡтар. Заявкалар күптән бирелгән. Районыбыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ хужалыҡтар ҡалды. Иң мөһиме - улар ярҙамында баҫыуҙарыбыҙ буш ятмаясаҡ. Бәрәкәтле ергә орлоҡ һалына, киләсәккә өмөт менән ҡарай-быҙ. Ошо өмөттәр һүрелмәһен өсөн йыл уңышлы ғына килә күрһен. Тырыш хеҙмәттең, моғайын, һөҙөмтәһе булыр, тип ышанабыҙ.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Бирешергә уйҙары юҡБирешергә уйҙары юҡ
Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Быйыл игенселәр өсөн һауа шарттары ыңғай торҙо, яҙ ваҡытынан 7-10 көнгә иртәрәк килде. Әлеге... Тотош уҡырға
Сәсеү тамамланаСәсеү тамамлана
Районда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ҡайһы бер хужалыҡтар бөртөклө культураларҙы сәсеп бөттө, йылы яратыусы ҡарабойҙай, кукурузға, судан... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙаМал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән,... Тотош уҡырға
Баҫыу эштәре тынмайБаҫыу эштәре тынмай
Яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында хужалыҡтар сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төштө. Шулай ҙа баҫыу эштәрен улар ваҡытында атҡарып сыға алдылар. Тиҙ арала... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.