» » Дауахана халыҡ өсөн кәрәк

Дауахана халыҡ өсөн кәрәк15.08.2017

Дауахана халыҡ өсөн кәрәкРәсәй халҡының - 26, Башҡортостандың 39,6 проценты (1610,6 мең кеше) ауылда йәшәй. Һуңғы йылдарҙа илдә - 19 мең, республикала 54 ауыл ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Бының төп сәбәптәренең береһе - тейешле медицина хеҙмәтенең булмауы. 2006 йыл менән сағыштырғанда, медицина учреждениеларына барып етеү ваҡыты һәм юлы өс тапҡырға оҙайған. Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим, айырыуса район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдар өсөн. Мәҫәлән, районыбыҙҙың төньяғында урынлашҡан төпкөл ауылдарҙың береһе - Илсеғол ауыл хакимиәтенә 10 ауыл ҡарай, әлеге көндә Мулдаш, Һөйөндөк, Көсөк, Һөләймән, Кәрим, Мулдаш ауылдарында фельдшер-акушер пункттары эшләй, Илсеғолда участка дауаханаһы ҡабул итеүҙәр ойошторған. Тиҙ ярҙамды кәрәк ваҡытта Комсомольск участка дауаханаһынан саҡырталар.
Илсеғол участка дауаханаһы заманса биҙәлмәгән булһа ла, насар хәлдә түгел. Әммә капиталь төҙөкләндереү үтһә, тағы ла шәп булыр ине. Учреждениеның тәҙрәләре иҫке. Тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән бер өлөшөн алыштырғандар, ҡалғандарын да яңыртырға кәрәк. Бина мейес менән йылытыла, йылытыу системаһын яйға һалыу ҙа мөһим, сөнки һыуыҡ. Иң мөһиме - учреждение халыҡ өсөн кәрәк, улар өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Һәр кемдең Учалыға барып дауаланырға хәленән килмәй, барған хәлдә лә һине һалып ҡуясаҡтар, тигәнде аңлатмай. Шуға ла урындағы табибыңа мөрәжәғәт итеп, тейешле дауа алыу күпкә отошло. Бөгөнгө көндә дауаханала биш койка-урын иҫәпләнә, шулай уҡ көндөҙгө стационарҙа 10 урын, уларҙың бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ. Койка-урындар күберәк булһа, ауырыуҙарҙы алыҫтағы дауаханаға ебәрмәйенсә, урында ғына дауалап булыр ине, әлбиттә.
- Шулай ҙа, кисекмәҫ ярҙам талап иткәндә, урын юҡ, тип сирлене кире бороп ҡайтара алмайбыҙ, ҡабул итергә тура килә, - тиҙәр дауахана хеҙмәткәрҙәре.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәргә ҡытлыҡ кисерә участка дауаханаһы, шәфҡәт туташтары етешмәй. Штатты ҡыҫҡартыу ҙа насар йоғонто яһаған, мәҫәлән, киске дежурствоға кеше юҡ. Өҫтәмә штат булдырырға кәрәклеген һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, үтенестәрен кире ҡаҡҡандар. Оптимизация шауҡымы арҡаһында оҙаҡламай ауылдарҙа ФАП-тар, участка дауаханалары ла ябылып бөтөр инде. Әйткәндәй, участка дауаханалары һаны 2000 йылдан алып биш тапҡырға - 3,6 меңдән 400-гә тиклем кәмегән. Элек уларҙа 85 мең урын булһа, хәҙер 12,4 меңе генә ҡалған. Күреүебеҙсә, «Ауыл табибы» проекты ла төпкөл ауылдарҙың хәлен һиҙелерлек яҡшыртты тип әйтеп булмай, сөнки йәш белгестәр, нигеҙҙә, үҙәк район дауаханаларына ҡайта.
Бөгөнгө көндә ауыл дауаханаһын участканың баш табибы Ғәфүр Хәкимов етәкләй, шәфҡәт туташтары Зифа Хисаметдинова, Рәфилә Сәй-фүтдинова, лаборант Эльмира Нәҙер-шинаның да эш тәжрибәһе байтаҡ, оҙаҡ йылдар аҡ халаттарын иңдәренән төшөрмәйҙәр. Иң һөйөнөслөһө, быйыл учреждениела физиотерапия бүлмәһе ҡабаттан эшләй башлаясаҡ. Дауахана хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары Мират Ғиззәтуллинға рәхмәтле, социаль комиссия рәйесе булараҡ юллай торғас, 10 йыл элек ябылған кабинет ҡабаттан асыласаҡ. Әлегә бүлмәне төҙөкләндереү менән мәшғүлдәр. Илсеғол төбәгендә йәшәгән халыҡ өсөн был айырыуса ҡыуаныслы, исмаһам, үҙҙәрендә дауаланырға форсат буласаҡ.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яҡшы һүҙ - йәнгә дауаЯҡшы һүҙ - йәнгә дауа
Медицинала осраҡлы кешеләр юҡ. Был һөнәр эйәләре бала саҡтан уҡ киләсәктә аҡ халат кейеп, ауырыуҙарҙы дауалап аяҡҡа баҫтырыу тураһында хыяллана.... Тотош уҡырға
Берҙәм эш һөҙөмтә бирәсәкБерҙәм эш һөҙөмтә бирәсәк
Район хакимиәтендә үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, фельдшер-акушер пункттары, табип амбулаториялары мөдирҙәре, ауыл Советы... Тотош уҡырға
Яңы көс менәнЯңы көс менән
Матурлыҡ кәйефте күтәрергә һәләтле. Шуны иҫәпкә алып, Уральск участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре бина алдында сағыу төҫлө сәскәләр үҫтерә. Һәр... Тотош уҡырға
Һаулыҡ һаҡсыларыҺаулыҡ һаҡсылары
Эй, кеше ғүмере! Ваҡыт үтә барған һайын, кеше һаулығы ла ҡаҡшай. Бына мине лә йөрәк һыҙлауы, Учалы ауылындағы участка дауаханаһына юллатты. Был... Тотош уҡырға
Ауылдаштар ярҙамыАуылдаштар ярҙамы
Юғары вазифалар биләп, абруйлы шәхес булғас та тыуған ауылын онотмаусылар һирәк. Улар араһында Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән Ғиниәт Ишбаевты яҡшы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.