Лайыҡлы баһа08.09.2017

Лайыҡлы баһа 6 сентябрҙә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Фиҙаҡәр, ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тип һүҙ тотто Республика Башлығы, - һеҙҙең үҙегеҙгә һәм һеҙ эшләгән коллективтарға, сөнки яңғыҙыңа ғына бындай ҡаҙаныштарға ирешеп булмай. Барығыҙға ла ҙур өмөттөр бағлайбыҙ - артабан да әүҙем хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барырһығыҙ, яңынан-яңы уңыштар менән шатландырырһығыҙ, тип көтәбеҙ!
57 бүләкләнеүсе араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Бөтә учалылар яратып ҡараған «Учалы телерадиостудияһы» муниципаль автоном учреждениеһының баш редактор-директоры Лариса Рифат ҡыҙы Самойловская «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән награданың тап Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙына тапшырылыуы бик тә хаҡлы. Ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр саҡ халҡым, Учалым, Башҡортостаным, тип янып йәшәгән кеше бит ул!
Бар күңелен биреп эшләгән бөгөнгө көндәге төп шөғөлө - Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе (1998 йылдан). БР Министрҙар кабинетының эштәр менән идара итеү идаралығының социаль-гуманитар бүлеген етәкләгән осорҙан алып был ойошмаға кураторлыҡ алып бара. 1996 йылда - союздың идара ағзаһы, 1998 йылда ойошманың рәйесе итеп һайлана.
Миҙалдар, бик күп Почет грамоталары менән наградланған, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен йөрөтә. Бик әүҙем һәм өлгөр кеше булғас, дәрәжә-исемдәренең осона сығыуы ла ҡатмарлы: Волга буйы федераль округының Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫештереү бу-йынса йәмәғәт советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2009 йылдан), 2005 йылдан - БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы ағзаһы һ.б.
Айырым һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер, Рәшиҙә Искәндәр ҡы-ҙы - РФ Президенты Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе. Был үҙе генә лә бик юғары баһа инде.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хеҙмәттәшебеҙгә -  юғары исемХеҙмәттәшебеҙгә - юғары исем
6 октябрҙә баш ҡалабыҙҙың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Ә бының алдынан Республика... Тотош уҡырға
Абдулла Солтанов - Почетлы гражданАбдулла Солтанов - Почетлы граждан
14 сентябрь, яңы һайлауҙарға һанаулы көндәр ҡалғанда, 3-сө саҡырылыш район Советының һуңғы 49-сы сессияһы уҙғарылды. Һуңғы ултырыш булһа ла, бик... Тотош уҡырға
Полиция менән берлектәПолиция менән берлектә
22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт... Тотош уҡырға
Кандидат раҫландыКандидат раҫланды
Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп раҫланды. Ҡарар 21 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан... Тотош уҡырға
Ваҡытынан алда үтәсәкВаҡытынан алда үтәсәк
Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда - 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.