» » «Мәңгелек урман» һағында

«Мәңгелек урман» һағында15.09.2017

«Мәңгелек урман» һағындаУрман өлкәһендәге структур үҙгәрештәр артынан ситтән күҙәтеп өлгөрөүе лә ҡатмарлы инде... Быйыл Яңы йылдан «Учалы лесничествоһы» ҡаҙна учреждениеһының вәкәләттәренең һәм штаттарының бер өлөшө «Лесничестволар идаралығы» дәүләт ҡаҙна предприятиеһына күсерелеп (Учалы бүлегендә 10 хеҙмәткәр, етәкселәре - Ришат Игликов), ул үҙе «Учалы урман хужалығы» дәүләт автоном учреждениеһына әйләндерелде. Коллективта 38 кеше, директор - Айбулат Байғарин.

Фотола: Ямалетдинов Илнур Илдар улы төп сығышы менән ҡара урмандар араһындағы Ҡолош ауылынан, тап урмансы һөнәрен һайлауына аптырайһы юҡ. Әлеге ваҡытта Илтабан участка лесничествоһы начальнигы. «Яуаплы, белемле, эшһөйәр», - тип маҡтай уны етәкселәре.

«Лесничестволар идаралығы» бүлегенә башлыса урман хужалығын алып барыу, контроль һәм надзор эштәре йөкмәтелһә, «Учалы урман хужалығы» урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнә. «Биләүҙәге бала ҡырҡҡа үҙгәрә» тигәндәй, ойоштороу үҙгәрештәре алда ла күп булыр әле (бер ра-йоныбыҙҙа урман менән туранан-тура 4 структур подразделение эш итә!), иң мөһиме - исемдәре нисек кенә үҙгәрмәһен, «йәшел байлығыбыҙҙы» хәстәрләүселәр, урманда тәртип һаҡлаусы һәм уның киләсәген ҡайғыртыусылар бар әле.
Айбулат Алик улы хаҡлы ғорурлыҡ менән быйыл башҡарған эштәре тураһында бәйән итте:
- 140 гектарҙа ағас ултыртып, урман культуралары буйынса планды 100 процентҡа башҡарҙыҡ. Ҡалған йүнәлештәрҙә лә дәүләт йөкләмәләре үтәлә килә. Шул иҫәптән 40 гектарҙа алдан булдырылған культура майҙандары тулыландырылды (һәләк булған үҫентеләр урынына яңылары ултыртыла), питомникта 1,2 гектарҙа сәсеү башҡарылды. Ғөмүмән, сәсмәлек сығанағы булған питомникта хәлдәр яҡшы - быйыл кәртәләп алдыҡ, бөгөнгө көндә берәр миллион 1 һәм 2 йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре йәйрәп үҫә, ваҡыты һәм форсаты еткәс, урманға күсереп ултыртыласаҡтар. 501 гектарҙа урман культуралары тәрбиәләнде, 74 килограмм ылыҫлы тоҡом ағастары орлоғо әҙерләнде.
- 2014 йылдың «боҙ ямғыры» эҙемтәләре тамам бөтөрөлдөмө?
- Юҡ әле, ифрат ҙур зыян кил-гәйне бит! Үткән 3 йылда 12 мең гектарҙан ашыу майҙан белгестәр тарафынан ентекләп тикшертелде, 9 меңдән ашыу гектарҙа санитар-сәләмәтләндереү саралары баш-ҡарылды. Бөгөнгө көндө 8 мең самаһы гектар майҙанды тикшертеү, талап ителгән өлөштә санитар-сәләмәтләндереү саралары үткәреү бурысы тора. Алдағы интервьюла әйткәйнек инде - быйыл ямғырҙар саманан тыш күп булып, ошо сәбәпле ағастарҙың ҡаҡшап, төрлө ауырыуҙарға нығыраҡ бирешә башлауҙары ла ихтимал. Был йәһәттән дә даими күҙәтеү алып барабыҙ.
- Ә миҙгел еүеш торғас, янғындар күп сыҡмағандыр инде?
- 2 урман янғыны теркәлде, ләкин майҙандары байтаҡ булды. Беренсе осраҡта 19,2, икенсеһендә 47 гектар зыян күрҙе. Ут бәләләрен иҫкәртеү өсөн байтаҡ эш башҡарылды: 120 километр минераллашҡан һыҙаттар һөрөлдө, 165 километрҙа элеккеләре яңыртылды, 25 аншлаг ҡуйылды һ.б. БР Хөкүмәте ҡарары менән 25 августан алып урман фондында янғынға ҡаршы айырым режим иғлан ителеүен иҫкә алыу ҙа урынлы булыр. Әлеге яуым-төшөм ваҡытлыса ғына икән, көҙгө ямғырҙар даими яуа башлағансы урмандарҙа айырыуса һаҡ булыу зарур - ҡоро үлән йәһәт кибә лә, тоҡанырға әҙер генә тора бит ул. Айырым режим осоронда ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәгән өсөн штраф күләмдәре ҡырҡа артыуын да онотмайыҡ.
- Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы алдынғы хеҙмәт-кәрҙәрҙән кемдәрҙе айырыуса бил-дәләрһегеҙ?
- Кирәбе участка лесничествоһы начальнигы, БР-ҙың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Алмас Ғөмөрҙаҡов, Илтабан участка лес-ничествоһы начальнигы Илнур Ямалетдинов, Урал аръяғы участка лесничествоһы мастеры Азат Мө-хәмәтйәнов, инженер Юлай Ғәлин һәм башҡаларҙың хеҙмәте бигерәк тә маҡтауға лайыҡ.
Илфат ЯНБАЕВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Олатайым эҙенәнОлатайым эҙенән
Урмансы булып эшләүе бер ваҡытта ла еңел булмаған. Бөгөн урман ҡуртымсылар ҡулына күскәс, икеләтә ауырға тура килә. Ошондай ҡатмарлы осорҙа... Тотош уҡырға
Хәүефле осор башланаХәүефле осор башлана
Күпселек янғындар кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Уларҙың күбеһе урман фонды һәм уға сиктәш ерҙәрҙә, юл, күл, йылға буйҙарында сыға. Ағас... Тотош уҡырға
Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!
Халыҡҡа ағас биреү тәңгәлендә һорауҙар күбәйеп киткәс, «Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Айбулат Алик улы Байғарин урындағы... Тотош уҡырға
Зыян барланаЗыян барлана
18-19 октябрь боҙло ямғыр яуғайны. Бер тәүлек эсендә 28 миллиметр яуым-төшөм теркәлә, был иһә айлыҡ нормаға бәрәбәр. Бар бәлә электр сымдары өҙөлөү... Тотош уҡырға
Дөйөм бурысыбыҙДөйөм бурысыбыҙ
«Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда биләмәләрендә 2 урман янғыны осрағы теркәлә, 5 гектар майҙан утҡа... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.