» » Хеҙмәт алдынғыларына дан һәм хөрмәт!

Хеҙмәт алдынғыларына дан һәм хөрмәт!17.10.2017

Хеҙмәт алдынғыларына дан һәм хөрмәт!9 октябрь тендерҙа еңеп, Учалы юл ремонт-төҙөү идаралығы ҡаланан Иманғол ауылына тиклем 5,5 километр асфальт түшәү йөкләмәһен алды.
Предприятиеның баш инженеры Юлай Минһажев эштәр быйылдан башланасаҡ, тип самалай. Урыны-урыны менән элекке шоссе турайтыласаҡ, шуға ла электр, газ, элемтә селтәрҙәрен күсерергә кәрәк. «Яҙ еткәнде лә көтөргә кәрәк булмаҫ, барыһы ла ыңғай тора икән, ғинуар айынан уҡ ҡырсынташ ташый башларға мөмкин. Төп эш күләме 2018 йылға планлаштырылған бит, 2019 йылда юл сафҡа индереләсәк», - тип самалай Юлай Салауат улы. Бик мәслихәт, район властарының һәм йәмәғәтселектең нисәмә йыл юллауҙары бушҡа булманы, һыу тамсылап таш тишә! Был төҙөлөш Иманғол ултырағы ауылдары өсөн генә кәрәк түгел. Беренсенән, юл буйлап шәхси торлаҡ төҙөлөштәре киң йәйелдерелгән, байтаҡ кеше саң йотоп йәшәргә мәжбүр ине. Ә икенсенән, Иманғол аша бар-ғанда, Белорет һәм Өфөгә юл 12 километрға ҡыҫҡара. Илтабандан Ураҙға тиклем участкала асфальт ныҡ ҡына тетелеүен иҫәпкә алған-да, транспорт ағымының тос өлө-шө Иманғол аша йүнәләсәге көн кеүек асыҡ (Баҙарғол яғынан да юл асфальтлана килә, быйыл Учалы юл ремонт-төҙөү идаралығы йәнә 1 километр түшәне). Ошо сәбәпле халыҡ алдан борсола башланы - ауыр йөк автомобилдәре яңы юлды ла бик тиҙ арала юҡҡа сығарасаҡ бит. Проблеманы нисектер хәл итеү тураһында алдан уйлана башларға кәрәктер.
Икенсе яңылыҡ - ошо арала Учалы юл ремонт-төҙөү идаралығы әлегә тиклем Учалы ауылында биләгән бинанан Илсе ауылы йүнәлешендәге үҙҙәренең асфальт-бетон заводтары территорияһына күсә. Бында производство базаһы ла, административ-көнкүреш бинаһы ла бөтә техник шарт-талаптарға яуап килтереп төҙөлгән.
Идаралыҡтың эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһында әйтһәк, бы-йыл 8 айҙа 111 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. Шул иҫәптән Шар-тымка янында - 1, Ҡарт Муйнаҡ эргәһендә - 1,3, Яңы Байрамғол ауылы тирәһендә 1,5 километр юл ремонтлана. Әлбиттә, хәлдәренән күберәк тә килер ине, күпме аҡса бүленә, шуға ҡарап эш итәләр инде. Әйткәндәй, төбәктең төп транспорт артерияһы булған Белорет-Учалы-Мейәс трассаһы район аша 147 саҡрым һуҙыла, 60 проценты ремонтҡа мохтаж... Бынан тыш «Техноплекс» һәм «ТехноНиколь» заводтарының сәнәғәт майҙансыҡтарында, ҡала эсендә «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә күләмле эштәр башҡаралар. Үҙҙәренә тапшырылған ултыраҡ-ара юл участкаларын тәртиптә тотоуҙан тыш, аукционда еңеп, Миндәк, Ахун, Иманғол, Мансур һәм Наурыҙ ауыл Советтары биләмәләре ултыраҡтарының эсендә лә юлдарға көндәлек хәстәрлек башҡаралар. Башҡа, сағыштырмаса бәләкәйерәк күләмдә заказдары ла етерлек.
Ошо көндәрҙә Юл хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Әңгәмәсебеҙ бар коллегаларын байрам менән ҡотланы, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе һәм беҙҙең үтенес буйынса хеҙмәт алдынғыларын атаны: грейдерсы Наил Әхмәтшин, водителдәр Алик Таипов, Андрей Заматохин, Николай Захаров, асфальт-бетон заводы слесары Нәжип Шакиров һәм башҡалар. Ғөмүмән, һигеҙ тиҫтәләп кешенән торған коллек-тивта береһе лә һынатмай, ауыр, әммә бар халыҡ өсөн үтә кәрәкле эште намыҫ менән башҡаралар.
Илфат ЯНБАЕВ.


P.S.Юлай Минһажев предприятиела заман технологиялары үҙләштерелә барыуын да ҡәнәғәтлек менән билдәләне. Мәҫәлән, үҙ заводтарында әҙерләнгән ПБВ ҡулланып быйыл 2300 метр юл һалынған. ПБВ тигәне - ҡәҙимге битум урынына полимер-битум беркеткес матдә ҡулланыу. Бик ябайлаштырып ҡына әйткәндә, махсус ҡушымталар ҡулланыла икән, асфальттың сифаты һәм сыҙамлығы, файҙаланыу срогы һиҙелерлек дәрәжәлә арта.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Элекке дан ҡайтһын!Элекке дан ҡайтһын!
Төҙөүселәр көнөн билдәләгәндә, әлбиттә, тәү сиратта хөкүмәттән көтөп ятмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре ҡайғыртҡан, ғаилә нигеҙе булдырыуҙы хәстәрләгән... Тотош уҡырға
Һөҙөмтәле эшләйҙәрҺөҙөмтәле эшләйҙәр
Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән йыл һайын әллә нисә саҡрым соҡорланған, файҙаланыуға яраҡһыҙ юлдар төҙөкләндерелә.... Тотош уҡырға
Юлдар төҙөкләндереләЮлдар төҙөкләндерелә
Юлдар халыҡ көнитмешенең, йәшәйеш сифатын сағылдырған төп күрһәткес. Уларҙың торошо ни тиклем һәйбәт булһа, ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың көнкүреше лә... Тотош уҡырға
«Ҡала ҡапҡаһы»«Ҡала ҡапҡаһы»
Дөрөҫөн генә әйткәндә, төбәгебеҙҙә ҙур төҙөлөш предприятиелары бөтөнләй ҡалманы. Әммә Төҙөү селәр көнө айҡанлы ҡотларлыҡ яҡташтарыбыҙ әле лә бихисап.... Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирәРөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирә
- Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Учалы-Иманғол автомобиль юлы төҙөлөшө хаҡындағы мәсьәләне хәл итеү ниндәй стадияла? Беҙҙең ветерандарыбыҙ был һорау менән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.