» » Республика стипендиаттары

Республика стипендиаттары20.10.2017

Республика  стипендиаттарыБР Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле мәктәп уҡыусыларына стипендиялар билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың 100 ҡыҙ-егеттәре ай һайын 700 һум менән дәртләндерелә. Аҡсаһынан да алда бындай исемлеккә эләгеү үҙе абруй ҡаҙаныу инде!
Башлыҡ стипендиаттары араһында Учалы районынан да ике егет бар.

Арсен Танһыҡҡужин ҡаланың 5-се мәктәбендә 11-се класта уҡый. 1-се кластан алып тик «бишле» билдәләренә өлгәшә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндән сығып эш итәлер: бик күп фәндәр менән берсә ҡыҙыҡһына, төрлө кимәлдә рус теле һәм әҙәбиәте, математика, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ, география буйынса олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүсе булды - бындай ҡаҙаныш районыбыҙҙа, бәлки, бөтөнләй булғаны ла юҡтыр әле. Танылған тел белгесенең яратҡан яҙыусыһы - Лев Толстой, яратҡан шағиры - Владимир Высоцкий.
- Олимпиадаларҙа ҡатнашыу минең үҙем өсөн кәрәк. Белемеңде объектив рәүештә күҙалларға ирек бирә, киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итә, - ти егет.
Ул «Юғары иҡтисад мәктәбе» университеты үткәргән «Иң юғары проба» Бөтә Рәсәй ярышында бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән һәм иҡтисадсы булырға ҡарар иткән. «Иҡтисад - теүәл һәм гуманитар фәндәрҙе берләштергән дисциплина, минең өсөн бик ҡыҙыҡ. Юғары иҡтисад мәктәбе ойоштор-ған лагерҙа ла булып ҡайттым - ныҡ оҡшаны, шуға ла икеләнергә урын ҡалманы», - тип белдерҙе әңгәмә ваҡытында. Хыялына ирешеү өсөн әлеге мәл инглиз теле буйынса әҙерлеккә айырыуса баҫым яһай. Әйткәндәй, ҡаҙаныштары рус теле һәм әҙәбиәтендә булһа ла, башҡорт телен дә беләм, ти ҡала егете. Афарин!
Ә Айтуған Ғүмәровҡа был һорауҙы биреп тороуҙың кәрәге лә юҡ: 14 йәшлек егет Рәсүл ауылы-нан, Иманғолда уҡып ала, быйыл ҡаланың 1-се Башҡорт ли-цейына күскән, ике телдә лә иркен һөйләшә. Ни бары ике йәшендә тәүләп ҡурай тотһа, аҙағынан Ахун сәнғәт мәктәбенең Иманғол филиалында оҫталыҡты шымарта. Остазы Ильмир Ғәлинға бик тә рәхмәтле. Айтуған йәш булыуына ҡарамаҫтан, танылып та өлгөрҙө: Башҡорт һәм татар музыкаһы буйынса төбәк балалар фестиваль-конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (Магнитогорск ҡалаһы), Р.Шәрипов иҫтәлегенә Беренсе республика конкурсының 3-сө дәрәжә лауреаты, Бөтә Рәсәй «Башҡорт халыҡ инструменттары» конкурсының 3-сө дәрәжә лауреаты, халыҡ-ара «Урал дуҫтарын йыя» конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты һәм башҡа.
Сәнғәт менән генә сикләнмәй, Айтуған спорт менән дә мауыға. Айырыуса кикбоксинг менән ҡыҙыҡһына, сөнки һәр егет үҙен дә, яҡындарын да яҡларлыҡ булырға тейеш тигән фекерҙә. Бар ауыл эштәрен, шул иҫәптән ата-әсәһе кәсеп иткән умартасылыҡ рәтен белеүе тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәҫтер.
- Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлау тураһында аныҡ ҡарарға кил-мәгәнмен әле, күҙ күрер, - тип белдерҙе егет. Үҙен етди һәм олпат тота, йәшенә ҡарамаҫтан, бер ҙә «үҫмер» тип кенә яҙырға ҡул бармай.
Бер һүҙ менән, ике стипендиат та бик ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы, бындай уҙамандарҙы тәҡдим итеү оят түгел, киреһенсә, бар Башҡортостан алдында ғорурлыҡ. Был стипендия бейектән-бейек үрҙәргә ынтылғанда беренсе генә баҫҡыс булһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Илфат ЯНБАЕВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Еңеүҙәр - хеҙмәт ашаЕңеүҙәр - хеҙмәт аша
Көҙҙөң тәүге байрамы - Белем көнө алдынан изге йолаға әүерелгән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған уҡыу йылына һөҙөмтәләр яһау, киләһе... Тотош уҡырға
Һәр яҡтан алдынғыларҺәр яҡтан алдынғылар
Яҡшы өлгәшеүсе, төрлө конкурс-ярыштарҙа еңеү яулаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға йыл аҙағында БР башлығының шыршы байрамында күңел асыу форсаты тейә. Быйыл... Тотош уҡырға
Яҡшы данЯҡшы дан
Бөрө ҡалаһында 21-се тапҡыр «Керәшен һыуыҡтары» («Крещенские морозы») фестиваль-конкурсы үтте. Республиканың 300-ҙән ашыу артистары ҡатнаша, Мәскәү... Тотош уҡырға
Ваҡытынан алда үтәсәкВаҡытынан алда үтәсәк
Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда - 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм... Тотош уҡырға
Алдынғы уҡыусыларАлдынғы уҡыусылар
Тыуған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусылары ҙур көс һала. Был тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.