» » Агроном - ул ер табибы

Агроном - ул ер табибы27.10.2017

Агроном -  ул ер  табибы«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе үҫтерә, бер үлән һабағы үҫкән ерҙә икене үҫтерә, ул кешегә барлыҡ ғаләм рәхмәтле булыр», - тип яҙып ҡалдырған 1700-се йылдар башында Англияның мәшһүр яҙыусыһы Джонатан Свифт. Бала саҡтан үҫемлек донъяһын үҙ итеп, әле лә уға тоғро ҡалған Айҙар Ғамир улы Ғәләүетдинов агроном һөнәрен һайлағанға һис үкенмәй.
- Мин ябай ауыл балаһы. Атайым ғүмере буйы совхозда управляющий, механик булып эшләне. Бәләкәйҙән атайым артынан ҡалманым, уның менән бергә мотороллерға ултырып көн һайын ҡыр-яландарҙы йөрөп сыға инек. Совхоздың һәр яланын, баҫыуын биш бармағымдай беләм. Игенселәрҙең ҡыҙыу ураҡ мәлендә ҡуна ятып эшләүҙәре лә мине хыялымдан һүрелтә алманы. Мәктәпте тамамлау менән документтарҙы ауыл хужалығы институтына алып барып тапшырҙым. Ғаиләләгеләр ҙә минең агроном булыуыма ҡаршы килмәне, - тип һөйләй Айҙар Ғамир улы.
Уҡыу йортон тамамлап «Озерный» хужалығында хеҙмәт юлын башлай һәм әле лә һөнәренә тоғро ҡала. Бөгөнгө көндә «Байрамғол» агрофирмаһы»ның Яңы Байрамғол бүлексәһендә агроном булып эшләй.
«Хәҙерге заманда агрономдарҙы «Ҡыҙыл китап»ҡа индерергә кәрәк», - тип һүҙгә ҡушылды Айҙар ағайҙың коллегаһы. Уның менән тулыһынса килешәм, хужа-лыҡтың бөгөнгөһө һәм иртәгәһе тап агрономдың эшен нисек алып барыуына ныҡ бәйле. Мул уңыш финанс нигеҙен булдыра, иген уңһа, малдар ҙа ас тормай. Шуныһы үкенесле, хәҙер яҡшы белгестәрҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табыуы ҡыйын. Айҙар Ғамир улы ошо «Ҡыҙыл китап»тың исемлеген тулыландырыусыларҙың береһе.
Яңы Байрамғол бүлексәһе быйыл баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алған. 1492 гектар майҙанда бойҙай, арпа, һоло, борсаҡтан тыш, быйыл 90 гектарҙа тритикале сәскәндәр. Уңыштары юғары, арпа гектарынан - 34 ц, тритикале 29 ц биргән. «Яңғыҙ ҡайын»дағы арпа баҫыуы рекордлы уңыш биргән, гектарынан - 41 ц.
- Тритикале күберәк булыр ине, ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа өшөп бирештеләр. Быйыл уның майҙанын ике тапҡырға арттырҙыҡ, - ти агроном.
790 тонна бесән, 900 тонна һалам әҙерләнгән. Әйткәндәй, ҡалған хужалыҡтар һаламды аҙыҡҡа һанамай торған, нигеҙҙә урып-йыйыу ваҡытында уҡ уны ваҡлап ашлама итеп ҡалдыралар. Агрофирмала иһә һалам дефицит, комплекста торған һыйырҙарҙың аҫтына һалыу өсөн ташыйҙар.
Яңы Байрамғол бүлексәһендә 500 баштан ашыу йылҡы малы аҫрала. Айҙар Ғамир улы әй-теүенсә, бесән, фураж етерлек запас менән әҙерләнгән.
«Байрамғол» агрофирма-һы» 3262 гектар майҙандан 8185 тонна иген йыйып ал-ған, уртаса уңыш 25,1 ц. Ху-жалыҡтың бойҙайы ла уңған быйыл, гектар ҡеүәте - 26 ц, арпа - 28 ц, һоло - 25 ц, ҡа-рабойҙай - 13 ц. Һыйырҙар ҙа мул һыйланасаҡ, бер башҡа фураж менән бергә 51 ц аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән.
Агроном әйтеүенсә, иген-де юғалтыуһыҙ, бер бөртөгөн дә ҡырҙа ҡалдырмай йы-йып алғандар.
ехниканың иҫке булыуы ғына эшкә әҙерәк аяҡ салған.
- Егеттәр ярты көн баҫыу-ҙа, ярты көн техникаларын ремонтлай. Уларҙың ыҙа-лағанын күреп йән әрней. Техник базаны яңыртыу талап ителә. «Башҡорт МТС»ына рәхмәтлебеҙ, Әбйәлилдән, Хәйбулланан 4 «Дон», 3 «Ньюхолланд» ярҙамға килде, үҙебеҙҙең «Учалы МТС»ы ла хәленән килгәнсе булышты, - ти Айҙар Ғамир улы.
Агрофирма йылдағыса алдынғылар рәтендә, сәсеү мәле булһынмы, ураҡҡа төшһөндәрме - һәр ваҡыт ваҡытында эштәрен тамам-лап ҡуялар. Был юлы ла агра-рийҙарына һүҙ тейҙерерлек түгел, Әлим Хөснуллин ра-йондың комбайнсылары араһында үҙенең «Дон» ком-байнында иң күп иген һуғып алып беренселеккә сыҡҡан.
Мул уңыш йыйыу - агроном өсөн ҙур бүләк. Бының өсөн, әлбиттә, һәр эште ваҡытында үтәп ҡалырға кәрәк.
- Беҙҙең ер - байлыҡ сы-ғанағы, уны дөрөҫ файҙа-ланырға, баҫыуҙарҙы сәсеүгә әҙерләүҙе көҙҙән башларға, ерҙе ашландырыуға ҙур әһә-миәт бирергә кәрәк, - тигән фекерҙә тәжрибәле агроном. Хужалыҡта яҙғы баҫыу эш-тәренә әҙерлек башланған да инде, орлоҡтарын барлап, баҫыуҙарын таҙартыу ме-нән мәшғүлдәр.
- Агроном булып эшләү ауырмы, еңелме? - тип һорайым Айҙар Ғамир улынан.
- Еңел, тиһәм - ышан-маҫһығыҙ. Ауыр булһа ла, эшемдән йәм табам, күңелемә яҡын был эш, үҙем һайлап алғанмын, - тине ул йылмайып.
Мәҡәлә геройыбыҙҙы ба-ҫыуға сығарып фото төшө-рөргә уйлағайныҡ, һуңынан ҡыр эштәре тамамланған, унда барыуҙан ни фәтеүә, тип иген келәтенә генә һуғы-лырға булдыҡ. Бында беҙҙе агрофирманың баш агрономы Айҙар Заһиров ҡаршыланы. Агрономдар артынан келәткә йүнәлдек, ҙур ангарҙар эсенә һалынған иген культураларын күреп телһеҙ ҡалдым, хатта. Тауҙай өйөлөп ятҡан мул уңышты минең дә күптән күргәнем юҡ ине. Үҙе таҙа, ҡоро. Уны ҡасан таҙартып, киптереп һалырға өлгөргәндәрҙер!
- Игенде елгәреүҙә тәүҙә бер смена эшләне, һуңынан өлгөрә алмай башлағас, ике смена ойошторорға тура килде, - тине баш агроном. Ә быныһы ниңә урынлаштырылмаған, тигәндәй, келәт биләмәһен-дә өйөлөп ятҡан игенгә ҡы-ҙыҡһынып ҡарауымды күргәс:
- Был игенде иһә, халыҡҡа пай ерҙәре өсөн таратып бирәбеҙ, халыҡ килеп ала башланы, - тип яуап бирҙе беҙгә Айҙар Заһиров.
2011 йылдағы кеүек, быйылғы йыл да мул уңыш үҫтерә алыуыбыҙҙы күрһәтте. Ауыл хужалығы эшсәндәрен ҡанатландырған миҙгелдәр йышыраҡ булһын.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Икмәк булһа, йыр ҙа булаИкмәк булһа, йыр ҙа була
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, тиҙәр. Быйыл иһә мотлаҡ йырларға тейешбеҙ. Респуб-лика аграрийҙары баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алды, иң мөһиме - районыбыҙ... Тотош уҡырға
Уңыш йыйыу мәле етәУңыш йыйыу мәле етә
Район хакимиәтендә хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған семинар-кәңәшмәлә быйылғы иген уңышын... Тотош уҡырға
Урып-йыйыу  тамамландыУрып-йыйыу тамамланды
Быйыл район хужалыҡтарының ураҡ эштәрен иртә тамамлауҙары барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, әлбиттә. Быға тиклем мөһим кампания сентябрь аҙағынаса... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бараМал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара
Малсылыҡ тармағы өсөн иң мөһим осор етте - районда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һуңғы арала яуып үткән ямғырҙар үләнгә һиҙелерлек... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙаМал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән,... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.