» » Үҙебеҙҙең тарихтан һабаҡ алайыҡ

Үҙебеҙҙең тарихтан һабаҡ алайыҡ07.11.2017

Үҙебеҙҙең тарихтан һабаҡ алайыҡ30 октябрҙә - Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Дан скверында митинг үтте.
Учалы районының Почетлы гражданы Вәкиф Шайморатов район ауылдарынан нисәшәр кеше нахаҡҡа хөкөм ителеүе тураһында бәйән итте. Ә район хакимиәте башлығының урынбаҫары Зөһрә Гордиенко: «Йәш быуындар тарихтың был бите тураһында ла белергә һәм киләсәктә бер тапҡыр ҙа ҡабатланмаһын өсөн бар көстәрен һалырға тейеш!» - тип телмәр тотто.

Тынлыҡ минуты иғлан ителде, һәйкәлгә гөлләмә-веноктар һалынды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белдереүенсә, бөгөнгө көндә лә тө-бәгебеҙҙә 146 сәйәси золом ҡорбаны иҫәпләнә.
Был көн 1937-1938 йылдарҙағы репрессиялар тураһында һүҙ барһа ла, дата ул осорға бәйле түгел. 1974 йылдың 30 октябрендә Мордва һәм Пермь төр-мәләрендә ултырыусылар бер көнлөк аслыҡ акцияһы иғлан иткән була. Ә ул дәүерҙә, совет власына ҡаршы көрәшеүселәр булһа ла, бармаҡ менән генә иҫәп-ләрлек булғандыр... Шулай ҙа 1991 йылда РСФСР-ҙың Юғары Советы 30 октябрҙе Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итә.
...ә 7 ноябрь - Октябрь революцияһының йөҙ йыл-лығы. Яҡшы булдымы, насар булдымы - йәмғиәтебеҙҙә был хаҡта һаманға тиклем бәхәстәр тынмай. Дискуссия башлап тормайыҡ, әммә һабаҡ алырға кәрәктер: нисек кенә хөрт булып күренмәһен, тыныс тормош йәмғиәттәге ҡан сәсрәткән бола-сыуалыштарҙан мең артыҡ! Планетабыҙҙың төрлө тарафтарында «төҫлө революциялар» ялҡыны тоҡандырылған мәлдә был хаҡта онотмау хәйерле. Египет, Ливия, Сүриә, шул уҡ Украина һ.б. Ҡайһыһында законһыҙ юл менән быға тиклем килгән системаны емереп ырғытҡандан һуң ябай халыҡ етеш һәм тыныс йәшәй башланы? Власҡа килгәндәр генә ота, ҡалғандар зар илап терһәк тешләй.
Эйе, икенсе миҫал да бар - Октябрь революцияһынан һуң ил алға китә. Әммә бы-ның өсөн башта Граждандар һуғышы, аслыҡ-яланғаслыҡ, сәйәси репрессиялар аша үтергә тура килә бит.
Ике ярҙағы 30 октябрь һәм 7 ноябрь даталарын 4 ноябрь байрамы тоташтыра - Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға - 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы ғәскәрҙәре Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеүгә бәйле. Был данлыҡлы кампанияла башҡорттар ҙа ҡатнашыуы мәғлүм.
Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлап, тәү сиратта, тыныс тормош теләйбеҙ!
Илфат ЯНБАЕВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ғүмере заяға уҙмағанҒүмере заяға уҙмаған
30 октябрь - сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнө, 4 ноябрь - Халыҡ берҙәмлеге көнө. Был даталарҙың йәнәш килеүе бер ҙә осраҡлы түгелдер.... Тотош уҡырға
Еңеү байрамы менән!Еңеү байрамы менән!
Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре! Хөрмәтле учалылар! Һеҙҙе ысын йөрәктән илебеҙҙең төп байрамы - Бөйөк Еңеү көнө менән... Тотош уҡырға
«Антитеррор антологияһы»«Антитеррор антологияһы»
17-28 ноябрь Мәскәү ваҡыты буйынса 23.30 сәғәттә «Россия 24» телеканалы «Антитеррор антологияһы» исемле документаль фильмдар циклы күрһәтә. ... Тотош уҡырға
Таҫма таратасаҡтарТаҫма таратасаҡтар
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Халыҡ фронты - Башҡортостан Республикаһында Рәсәй өсөн» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе «Георгий таҫмаһы»... Тотош уҡырға
Ғорурланырлыҡ ауылдашыбыҙҒорурланырлыҡ ауылдашыбыҙ
Афғанстандан һалдаттарыбыҙ сығарылыуға сирек быуат та үтеп китте. Яҙмыш булдымы, яңылыш булдымы? Сәйәси хатамы, әллә кисектергеһеҙ ихтыяжмы? Тиҫтә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.