» » Ауыр ҙа, хәүефле лә

Ауыр ҙа, хәүефле лә10.11.2017

Ауыр ҙа, хәүефле ләПолицияла күбеһенсә ауыл егеттәренең хеҙмәт итеүе ғорурлыҡ тыуҙыра. Физик яҡтан сыҙамлылар, утты-һыуҙы кисергә әҙерҙәр, бер нимәнән дә ҡурҡмайҙар.
Мәҫкәү ауылынан сержант Илдар Заһиҙуллин шундай аҫыл ир-егеттәребеҙҙең береһе. Полицияға осраҡлы килмәй ул. Егет атаһының юлын дауам итә. Фәрүәз Сәлмән улы оҙаҡ йылдар участка милиционеры булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Мәктәпте тамамлағас Илдар уҡыу йортона инеүҙе кисектереп тора, тиҙерәк армияға барырға хыяллана. Сөнки эске эштәр бүлегенә мотлаҡ хәрби хеҙмәт үткәндәрҙе генә алалар. Бер йыл Мәскәү эргәһендә танк ғәскәрҙәрендә һалдат һурпаһын татый. 2013 йылда армиянан ҡайтҡас, документтарын ауыл хужалығы колледжына алып барып тапшыра, водитель һөнәрен үҙләштерә. Эске эштәр бүлегендә бер кемде лә ҡолас йәйеп көтөп ултырмайҙар, һуңғы йылдарҙа полиция хеҙмәткәрҙәренең эшенә, полицияға эшкә инеүгә талаптар көсәйҙе. Илдар Фәрүәз улына ла эске эштәр бүлеге тупһаһын оҙаҡ тапарға тура килә. Армияла сынығыу алған егетте оҙайлы комиссиялар, етди тикшереүҙәр, стажировка үткәндән һуң, ниһайәт, полицияға эшкә алалар. Патруль-пост хеҙмәтенә беркетәләр.
Белемгә ынтылған егет Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының юридик факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Айырыуса атаһы менән әсәһе Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы улдарын полиция формаһында күреп шатлыҡ хистәре кисерә. Фәрүәз Сәлмән улы ғаилә династияһын дауам итеүсегә ҡарап ғорурлығын йәшермәй. Әммә ғаилә башлығына киләсәктә лә улының ҡаҙаныштарын күреп йәшәргә Хоҙай насип итмәй, уйламаған ерҙә яҡындарын ҡайғыға һалып Фәрүәз ағай мәрхүм була.
Илдар атаһының рухына, погон намыҫына тап төшөрмәҫ өсөн тырыша.
- Эш башлаған мәлдә күңелде тулҡынланыу ҙа, ҡурҡыу хисе лә биләп алғайны. Һуңынан өйрәндем, хәрби әҙерлегем ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итте, - ти егет.
Патруль-пост хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы - йәмәғәт тәртибен һаҡлау. Ҡайҙа ниндәй хәл килеп сыға, улар унда тәүгеләрҙән булып, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенән дә тиҙерәк барып етәләр. Төнгө ыҙғыштарҙа ҡатнашыусылар, эскеселәр, әйбер юғалтыусылар, наркомандар, бурҙар, кеше талаусылар - уларҙың даими «клиенттары». Кеше менән һөйләшә белергә лә кәрәк. Адекват булмағандар хәҙер күп, һалҡын ҡорал менән ташланыуҙары ла ихтимал. Ошондай ситуацияларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Дүрт көн эшләйҙәр, ике көн ял итәләр. Нигеҙҙә, төнгө дежурҙа йөрөйҙәр. Гараждарҙы, туҡталҡаларҙы ентекле тикшерәләр.
- Халыҡ хәүефһеҙлеге өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ һәм тәртип боҙоусыларҙың ҡасан да булһа яҡшы юлға баҫыуына өмөттө юғалтмайбыҙ, - тине егет ышаныс менән.
Амин, шулай була күрһен!
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Бер ғаиләнән  өс хәрбиБер ғаиләнән өс хәрби
Бер ғаиләнән өс офицер сыҡҡан осраҡ бик һирәктер. Сөнки бөтә көсөңдө, булмышыңды, һаулығыңды ғаиләңә генә түгел, ә тыуған илеңә, халҡыңдың киләсәгенә... Тотош уҡырға
Әрме - тормош мәктәбеӘрме - тормош мәктәбе
Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, героизм символы булып торған 23 февраль көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән бөтә халыҡ байрамы тип иғлан ителде.... Тотош уҡырға
Полиция менән берлектәПолиция менән берлектә
22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт... Тотош уҡырға
«Туҡмай, тимәк, ярата!?«Туҡмай, тимәк, ярата!?
«Туҡмай икән, тимәк, ярата!» Ниндәй ахмаҡ уйлап сығарғандыр был әйтемде? Моғайын, һуғышырға яратҡан әҙәм ауыҙынан таралғандыр. Ысынында яратҡан... Тотош уҡырға
Ышаныслы контрольЫшаныслы контроль
Хәрбиҙәрҙең һирәге ысын хәрби тәжрибәгә эйә. Ә бына эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең байтағы дары еҫен яҡшы белә… Иптәш подполковник та былтыр... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.