» » Мөстәҡиллеккә - бер быуат!

Мөстәҡиллеккә - бер быуат!17.11.2017

Мөстәҡиллеккә - бер быуат!Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә барлыҡҡа килә. Был датаға ҙур әһәмиәт бирелә, хатта РФ Президенты В.В. Путин 2019 йыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Бик хуп, тик тап ошо көндәрҙә был байрамға нигеҙ һалған оло ваҡиғаларға йөҙ йыл тулыу тураһында ла онотмайыҡ.
Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороуҙы юллаған хәрәкәт көсәйә. Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөү зарур, тип ҡарар ҡабул ителә. Ҡоролтайҙа Башҡорт Үҙәк Шураһы һайлана. 1917 йылдың 16 ноябрендә был вәкәләтле орган Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губернияларының айырым өлөштәрен Рәсәйҙең автономлы өлөшө - Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә. Был ҡарар 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайында раҫлана.
Шөкөр, учалылар был хаҡта онотманы. 11 ноябрь көнө «Ижад һарайы» муниципаль автоном учреждениеһында Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы традицион яндан уҡ атыу буйынса район һәм ҡала мәргәндәре турниры үтте. 
Ярыштың өс этабында барлығы 60 уҡсы ҡатнашты, улар араһында иң оло мәргән Зәйет Шакировҡа 87 йәш булһа, иң кесеһе - Бәхтийәр Исхаҡовҡа 4 кенә йәш ине.
Көсөргәнешле ярышта билдәләнгән турнир чемпиондары: 16 йәштән олораҡ ир-ат - Руслан Әхмәҙиев, 16 йәштән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар - Лиана Ихсанова, 16 йәшкә тиклем егеттәр - Юламан Шаһиев, 16 йәшкә тиклем ҡыҙҙар - Әлиә Заһиҙуллина, ун ике йәшкә тиклем малайҙар - Артем Тутушкин, 12 йәшкә тиклем ҡыҙҙар - Әҙилә Кәримова, 8 йәшкә тиклем ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында - Самира Рәхимова.
Сара күңелле үтә, һуңынан бар ҡатнашыусылар Зәйнулла ишан исемендәге мәсеткә саҡырылып, табын ҡорола.
- Бәйгене ойошторған район мәҙәниәт бүлегенә, Учалы мөхтәсибәтенә һәм Ижад һарайы етәкселегенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Күмәкләгән яу ҡайтарған, әгәр һәр ғәмәлдә лә бергә һәм татыу эш итһәк, илебеҙ сәскә атыр, халҡыбыҙға рух һәм ҡеүәт килер, ғөрөф-ғәҙәттәребҙ, телебеҙ, динебеҙ юғалмаҫ! - ти уғатарҙар тренеры, был шөғөлдөң үҫешенә күп көс һалған Илдар Исхаҡов.
Эйе, халыҡыбыҙ борондан дан тотҡан оҫталыҡтың тергеҙелеүе - оло кинәнес!

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Иң мәргәне - ЛилиәИң мәргәне - Лилиә
«Тамыр» телеканалының 25 йыллыҡ юбилейына арнап, Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында, 12-17 йәшлек балалар араһында милли йәйәнән... Тотош уҡырға
Аҡ ҡағыҙҙа йәшәйешебеҙ сағылаАҡ ҡағыҙҙа йәшәйешебеҙ сағыла
Быйылғы йылдың тәүге кварталында бөтәһе 36 хат алдыҡ. Уларҙың күпселеге гәзитебеҙ биттәрендә баҫылды. Шулай ҙа төрлө сәбәптәр менән сыҡмай ҡалғандары... Тотош уҡырға
Уңышҡа өлгәштеләрУңышҡа өлгәштеләр
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы йәш һайлаусылар араһында викторина иғлан иткәйне. Маҡсаты - йәш быуында РФ һәм БР-ҙың электораль... Тотош уҡырға
«Байыҡ» еңеүселәре«Байыҡ» еңеүселәре
Күгәрсен районында алтынсы йыл рәттән «Байыҡ» республика балалар конкурсы үтте. Унда 3 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен яратыусылар... Тотош уҡырға
Дәүләтселегебеҙгә - 95 йыл!Дәүләтселегебеҙгә - 95 йыл!
Борондан башҡорттар Рәсәйҙә айырым урын биләй. Беҙҙән башҡа империяға ҡушылған бер халыҡ та ергә аҫабалыҡ хоҡуғына (вотчинное право) эйә булмай.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.