» » Урамдар яҡтырып ҡалды

Урамдар яҡтырып ҡалды28.11.2017

Урамдар яҡтырып ҡалдыМәсьәләне ыңғай хәл итергә өҫтөнлөклө проекттар ҙа булышлыҡ итә, ағымдағы йылда «Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы» ярҙамында Һөләймән, Ҡобағош, Һөйәрғол, Вознесенка, Сәфәр ауылдарында урамдарға заманса лампалар ҡуйылған.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға дүрт миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән, уның 400 мең һумын ауыл халҡы үҙе йыйған. Кешеләрҙең был эшкә етди ҡа-рауҙары шатландыра, аҡса йыйыуҙа әүҙем булыуҙарын билдәләргә кәрәк. Әйткәндәй, аҙ сығымлы яҡтыртҡыстар ҡулланыу арҡаһында электр энергияһы өсөн түләүҙәр ҡырҡа кәмегән.
Учалы ауылында ла был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр бар. Әлеге ваҡытта урамдарҙы яҡтыртыу системаһын камиллаштырыу бара. Бағаналарға яңы заманса лам-палар ҡуйыла. Ошо маҡсаттан район ҡаҙнаһынан 3 миллион һум аҡса бүленгән. Халыҡ бик ҡәнәғәт, быға тиклем тышҡа сығырға ла ҡурҡып ултырһалар, хәҙер иһә ҡараңғы төшһә лә шик-шөбһәһеҙ теләгән ереңә барып килергә мөмкин.
- Быға тиклем бағаналағы лампалар тиҙ янып сыға торғайны. Алыштырһалар ҙа фәтеүә юҡ, бер ай ҙа үтмәй, тағы эшләмәйҙәр. Айырыуса балалар өсөн хафаланаһың. Иртән дөм ҡараңғыла мәктәпкә барырға мәжбүрҙәр ине бит бахырҙар.
Былтыр проблеманы хәл итеүҙәрен һорап ауыл Советына йыш мөрәжәғәт иттек. Хәҙер заманы заманмы, аҙым һайын хәүеф һағалай. Телевизорҙан яуыздарҙың балаларға һөжүм итеүҙәре тураһында йыш һөйләйҙәр, ғәзиздәрең белем усағына барып еткәнсе йөрәгеңде усыңа ҡыҫып ултыраһың. Күреүебеҙсә, әле урамдарҙағы лампаларҙы яңыларына алмаштырғандар, энергияны ла һаҡлай, оҙаҡҡа етә тиҙәр, - тип ҡыуаныстары менән бүлеште Учалы ауылында йәшәүселәр.
Подряд эштәрен Өфө ҡалаһынан «Мир» йәмғиәте ойошмаһы алып бара. 6 декабргә тиклем бағаналарға лампаларҙы ҡуйып бөтөргә тейештәр.
- Учалы ауылында - 375, Өргөн, Һәйтәк, Ҡалҡан ауылдарында 71 лампаны алмаштырыу ҡаралған. Элекке 250 Вт лампалар урынына энергия һаҡлаусы 55 Вт ҡуябыҙ. Улар яңы технологиялар буйынса яһалған. Быға тиклем ҡулланғандарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, сифатлыраҡ, оҙаҡҡа етә. Иң мөһиме - яҡтылыҡты экономиялау яғынан отошло. Әле урамдарҙы яҡтыртыу бюджетҡа йылына 2 миллион һумға барып баҫа, яңыларын ҡуйғас, сығымдар яҡынса 1,5 миллион һумға тиклем кәмер, тип уйлайбыҙ, - тине Учалы хакимиәте башлығы Альберт Мостафин.
Биләмәләге электр бағаналарының барыһына ла ошондай яҡтыртҡыстар ҡуясаҡтар. Мәҫәлән, былтыр «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында Баһаутдинов урамында 26 энергия һаҡлаусы лампа эленгән, ошо рәүешле 10 ай эсендә сығымдары элекке менән сағыштырғанда 47 процентҡа кәмегән. Әле ауылдағы күп урамдарҙы яңы лампалар яҡтырта, ваҡытына ҡарап үҙҙәре һүнә, ҡабына. Ҡышҡы мәлдә урамдар киске 18.00 сәғәттән иртәнге 8.00 сәғәткә тиклем яҡтыртыла.
Яңы биҫтәләрҙәге электр бағаналарында ла 68 яңы лампа ҡуйылған. Уларҙы ошо арала монтаж эштәрен тамамлағандан һуң тоташтырырға тейештәр. «Барвиха» һәм Көнсығыш биҫтәләрендә 85 лампаны алмаштырыуға аукцион иғлан ителгән. Әлеге мәлдә подрядсы ойошмалар менән контракт төҙөргә ҡалған. Эштәрҙе 2018 йылда башларға ниәтләйҙәр.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Төҙөкләндереү  әүҙем бараТөҙөкләндереү әүҙем бара
Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге мөдире Альбина Политавкина менән «Стройзаказсы» муниципаль унитар предприятиеһының баш... Тотош уҡырға
Мансурға газ килдеМансурға газ килде
[b]«Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең төбәктәрҙе газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһына ярашлы, районыбыҙҙа ауыл-ҡасабаларҙы «зәңгәр... Тотош уҡырға
Ятып ҡалғансы, атып ҡалЯтып ҡалғансы, атып ҡал
2014 йылда Башҡортостанда «Урындағы инициативаларҙы яҡлау» программаһы буйынса пилот проекты булдырылғайны. Әлеге ваҡытта Республика Башлығы Рөстәм... Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәтендәХалыҡ мәнфәғәтендә
Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе... Тотош уҡырға
Сүплеккә ырғытмағыҙ!Сүплеккә ырғытмағыҙ!
Беҙҙә шулай бит инде, башта вата-емерә ниҙер ҡылына ла, аҙағынан, дөрөҫ булдымы икән, тип уйлана башлайҙар… Билдәле булыуынса, «Энергия һаҡлау һәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.