» » Иҫке «яңы» тепловоз

Иҫке «яңы» тепловоз05.12.2017

Иҫке «яңы» тепловозУчалы тау-байыҡтырыу комбинатының тимер юлы цехы паркы яңы тепловоз менән тулыланыуын ишеткәс, шундуҡ локомотивты үҙ күҙебеҙ менән күрергә ашыҡтыҡ.
Бына, ниһайәт, депо ишегенән гудогын биреп ҡыҙғылт һары төҫтәге тепловоз күренде.
Тимер юлы цехында әлеге ваҡытта ТЭМ2, ТЭМ18, ТЭМ2 УГМК сериялы 10 локомотив һәм дүрт ҙур тепловоз иҫәпләнә. Иҫкеләренең эксплу-атациялау ваҡыты үтеп бара, шуға ла уларҙы яңыртыу талап ителә.
Әлеге машина иҫәп буйынса өсөнсөһө, ағымдағы йылдың апрель айында «күпте күргән» ТЭМ2 тепловозын Шадринск автоагрегат заводына оҙатҡандар. Урал тау-металлургияһы компанияһы структураһына ингән йәмғиәт уларҙы Венгрияның Woodward Mega проекты буйынса модернизациялау менән 2014 йылдан бирле шөғөлләнә. Заводта машинаның арбаһын, багын һәм рамын ғына ҡалдырып тулыһынса һүтәләр. Йәғни, һөлдәһен генә ҡалдыралар. Багын ремонтлайҙар, кәрәк тип тапһалар, рамын да төҙөкләндерәләр, көсәйттереп эшләйҙәр. Һуңынан иһә «ит» ҡундырыуға тотоналар, йәғни заманса итеп ҡоралар. Яңы двигатель, кузов ҡуялар, машинист ултырған салонды заманса ҡорамалдар менән йыһазландыралар.
Завод вәкилдәре лә бында ине, улар әлеге ваҡытта машинаны көйләү эштәре менән мәшғүл. Ентекле тикшереү үткәргәндән һуң тепловозды эксплуатацияға тап-шырасаҡтар. Әйтеүебеҙсә, әлеге ваҡытта яңырыу үткән локомотивтар цехта өсәү. Өс локомотив сиратын көтә.
- Әлбиттә, иҫкеһе менән яңыһы араһында айырма ҙур. Элеккеһенең двигателе 17 тонна тартһа, яңыһы ни бары 4 тонналыҡ. Еңел булһа ла, ҡеүәте ҙур, 1217 ат көсөнә эйә. Яңы двигатель һәм заманса идара итеү системаһы элекке тепловозға ҡарағанда хеҙмәт етештереүсәнлеген 10-15 процентҡа арттыра. Иң мөһиме яғыулыҡты 20 процентҡа әҙерәк ашай, - тип яңы локомотивтың ыңғай яҡтарын һанап сыҡты цехтың баш инженеры Андрей Атаманов.
Машинист Андрей Зотов (фотола - уртала) яңы тепловозға генератор ҡулайламаһы урынлаштырылыуын бәйән итте.
- Ҡулайлама двигатель эшләмәгәндә салонда һауа температураһын бер кимәлдә тота, яҡтылыҡ бирә, ҡышҡыһын яғыулыҡ майын туңдырмай, - тине ул.
Андрей Зотов цехта 1995 йылдан бирле эшләй. Тәүҙә слесарь була, һуңынан машинист ярҙамсыһы итеп ҡуялар. 2010 йылда тәжрибәле эшсе тепловоз менән идара итә башлай.
- Һанай китһәң яңы тепловоздың уңайлыҡтары күп. Мәҫәлән хәҙер, үҙебеҙ менән килтергән аҙыҡты ҡайҙа ҡуйырға, йылытырға, тигән проблема юҡ, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес бар. 12 сәғәтлек эш сменаһы өсөн был бик мөһим. Өҫтәүенә тепловоздың йөрөшө ҡаты түгел, вибрацияһы әҙ, көҙгөләре лә йылытыла, - ти машинист тәьҫораттары менән бүлешеп.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ғәйеплеләр  асыҡландыҒәйеплеләр асыҡланды
26 мартта Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелешкәнен барыһы ла яҡшы хәтерләйҙер. Уларҙың береһендә вагондар... Тотош уҡырға
Ике состав бәрелдеИке состав бәрелде
26 март 16.48 сәғәттә (икенсе сығанаҡ буйынса – 16.00 сәғәттә) Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелә. ... Тотош уҡырға
Тепловоз көслөрәкТепловоз көслөрәк
10 март көнө ҡот осҡос ваҡиға булды - Учалы ҡалаһының Горнозаводская урамындағы тимер юлы аша сыға торған урында «Лада Гранта» автомобиле тепловозға... Тотош уҡырға
Беҙгә эшселәр кәрәкБеҙгә эшселәр кәрәк
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар... Тотош уҡырға
Вакансиялар күпВакансиялар күп
Ҡаланың «Стиль» йәштәр үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе уҙҙы. Сарала ҡала-райондың 17 предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Эш эҙләп килеүселәргә 276... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.