» » Имен ғаилә - ил терәге

Имен ғаилә - ил терәге05.12.2017

Имен ғаилә - ил терәге«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу күптән инде изге йолаға әйләнгән.
Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмайынса бер бөтөн булып сығыш яһарға өйрәтә. Быйыл да конкурста иң креатив, иң ҡыйыу алты ғаилә көс һынашты: Амановтар, Абзаловтар, Усмановтар, Ғәлимырҙиндар, Хәжиәхмәтовтар һәм Нуретдиновтар. Уларҙың һәр ҡайһыһында, ике йәки өс бала тәрбиәләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ваҡыт һәм теләк табып, ошо ярышҡа килеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Ярыш биш этаптан торҙо. «Ижади» тип аталған тәүге һынауҙа конкурсанттар үҙҙәренең ғаилә тарихы менән таныштырҙы.
Икенсе этапта «Татлы» конкурсын тамаша ҡылдыҡ. Бында өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо.
Ҡунаҡбай ауылынан килгән Нуретдиновтар ғаиләһе өҫтәлендә еләктән, сейәнән бешерелгән бәлештәрҙән тыш, төрлө тәм-том да бар ине. Конкурста улар беренсе тапҡыр ҡатнаша. Ләйсән декрет ялында бер йәшлек Эльзаны тәрбиәләй, ә 4 йәшлек Лилиә менән 6 йәшлек Айҙар балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Тормош иптәше Роман тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй.
Амановтарҙың өҫтәлендә күгәрсен һөтө генә етмәне, тиһәң дә хата булмаҫ. Улар башҡорт милли аш-һыуын тәҡдим итте. Бында башлы ҡорот, талҡан, һары май, әжегәй, буҙа, алманан ҡаҡ, ҡыҫтыбый, бәлеш, йыуаса, бишбармаҡ, сәк-сәк - барыһы ла урын алған. Иҫәпләһәң, аш-һыуҙың төрө егерменән ашып китә ине. Был, әлбиттә, хужабикәнең уңғанлығы менән бәйле.
- Бишбармаҡты киленебеҙ оло ҡәйнәһенең рецебы буйынса әҙерләне,- тип һөйләй Лиә Аманова. - Ата-бабаларыбыҙҙың йолаһы буйынса, бында ҡаҙы, ҡарта, ҡарын һәм йылҡы ите һалына. Ә ҡамыр мотлаҡ ромб формаһында ваҡ ҡына итеп ҡырҡыла.
Абзаловтарҙың өҫтәлендә еләктән бешерелгән бәлеш, мейестә быҡтырылған тауыҡ, төрлө һуттар урын алған. Ә күҙҙең яуын алып ултырған сәк-сәк бөтәһенең дә иғтибарын үҙенә тартты. Ул нәҙек кенә итеп туралған, ашағанда ауыҙҙа иреп тора.
Хәжиәхмәтовтарҙың өҫтәле лә төрләндерелгән. Емеш-еләктән әҙерләнгән десерт салаты, мейестә быҡтырылған өйрәк, йыуаса, бишбармаҡ күҙҙең яуын ала. Өҫтәлдең йәмен ике аҡҡош формаһында биҙәлгән салат тәшкил итте.
Артабан «Ғаиләнең ижади конкурсы» этабы старт алды. Концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Усмановтар ғаиләһендә әсә кеше бәләкәй ҡыҙы менән «Белые ангелы» йырын йырланы, ә атай оло ҡыҙы менән матур итеп вальс өйөрөлдө.
Амановтар ғаиләһе «Ҡара юрға» йырына бейеү һалған. Ғаилә башлығы Илдар «Техно-Николь» заводында эшләй, Әлфиә декрет ялына саҡлы Абҙаҡ урта мәктәбендә музыка етәксеһе булып хеҙмәт иткән. Улар конкурста ҡыҙҙары Илнара һәм улдары Айназ менән ҡатнаштылар.
Хәжиәхмәтовтарға килгәндә, Әлфинур Илсе балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып хеҙмәт итә. Тормош иптәше Венер Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында шахтер булып эшләй. 4 йәшлек Ангелина һәм 6 йәшлек Эвелина балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Быйыл Әлфинур «Учалы һылыуы» конкурсында ҡат-нашып, Гран-приға лайыҡ булған, ике йыл рәттән ғаиләләре менән «Коляскалар парады» конкурсында ҡатнашҡандар, Әлфинур шыршы уйынсыҡтары эшләү менән дә мауыға. Конкурсҡа жилеттар тегеп, ситенә һәр береһенең исемдәрен яҙып кейеп килгәндәр. Әлфинур думбыра сиртте, Венер ҡурайҙа һыҙҙырҙы, ҡыҙҙары иһә «Бәхет өсөн» йырын йырлап сәхнәләштерҙеләр.
Абзаловтар ғаиләһендә ике ҡыҙ бала - 5 йәшлек Риана һәм 7 йәшлек Арина үҫеп килә. Ғаилә башлығы Руслан Үҙйылға руднигында эшләй, Регина «Изгелек бүләк ит» беренсел ойошма етәксеһе. Улар «Ике аҡҡош» бейеүен бик килешле итеп башҡарҙылар. Зауыҡлы, аҡ атластан тегелгән костюмдарҙы Регина үҙе теккән.
- Ғаиләбеҙҙең үҙ йолалары бар, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйбеҙ. Берҙәм, татыу булғанға ауырлыҡтарҙы еңеүе бер ни тормай. Бындай конкурстар ғаилә мөнәсәбәттәрен нығыта, ә был иһә йәш ғаиләләр өсөн бик мөһим, - ти Регина Абзалова.
Ярыш булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Һәр ғаилә матур сығыш яһаны. Жюри ағзаларына урындарҙы өләшеү еңелдән булмағандыр, шуға күрә улар республикала район данын яҡлаясаҡ ғаиләне билдәләп, башҡаларҙы номинациялар буйынса тәбрикләне. Нуретдиновтар ғаиләһе - «Интеллектуаль», Ғәлимырҙиндар - «Берҙәм», Амановтар - «Спорт һөйөүсө», Усмановтар «Ижади», Абзаловтар «Креатив» тип табылды. Ә Гран-при Хәжиәхмәтовтар ғаиләһенә тапшырылды.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Гәзитебеҙ дуҫтарын йыйҙыГәзитебеҙ дуҫтарын йыйҙы
Йәнә «Яйыҡ» гәзите призына «Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе» фестивале гөрләп үтте. Әйтергә кәрәк, быйыл фестиваль программаһы тулыһынса... Тотош уҡырға
Тәүәккәллек - ярты уңышТәүәккәллек - ярты уңыш
b]«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмай бер бөтөн булып... Тотош уҡырға
Ғаилә бәҫен күтәрепҒаилә бәҫен күтәреп
«Йәш ғаилә» конкурсы йылдан-йыл ғаилә традицияларын нығытыусы, районыбыҙҙың әүҙем йәштәрен билдәләүсе, дәртләндереүсе сараға әүерелә бара. Быйыл да... Тотош уҡырға
Илселә байрам үттеИлселә байрам үтте
Йәй - йыл миҙгеленең иң сағыу һәм күңелле мәле. Ауыл халҡын берләштереп, уларға ял бүләк итеп, Илселә күркәм байрам ойошторолдо. Көндөң моңһоу... Тотош уҡырға
Оло бәхетОло бәхет
Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсә булыу иң ҙур бәхет. Ике яратҡан йәрҙең мөхәббәт емеше, көтөп алған сабый донъяны йәм, наҙ менән тултыра. Шуның менән бер рәттән ул... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.