» » Заманса ҡаҙанлыҡтар сафҡа инде

Заманса ҡаҙанлыҡтар сафҡа инде08.12.2017

Заманса ҡаҙанлыҡтар  сафҡа индеПредприятиеның Үҙйылға руднигында өс яңы блоклы-модулле ҡаҙанлыҡтар сафҡа индерелде.
Заманса ҡорамалдар йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Ошо көндәрҙә объекттарҙы тантаналы рә-үештә файҙаланыуға тапшырҙылар. Заманса ҡаҙанлыҡ Үҙйылға руднигының производство майҙансығын йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
- Объекттың сифаты менән ҡәнәғәтбеҙ, ойошма үҙенә алған йөкләмәне ваҡытында башҡарҙы. Әлбиттә, быйылғы йылытыу миҙгеле үтмәйенсә баһа биреү ир-тәрәк. Яңы ҡаҙанлыҡтарға күсеү программаһы артабан да дауам итәсәк, - тине Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, БР Дәүләт Йы-йылышы - Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллин.
- Ҡаҙанлыҡты тау-байыҡтырыу комбинатының мөрәжәғәте буйынса 10 июлдә төҙөүгә тотондоҡ. Ике ай ҙа үтмәне объект тулыһынса әҙер булды, 27 сентябрҙә эшләй башланы. Әлеге ваҡытта ҡорамал автоматик режимға күсерелгән, йәғни үҙаллы эшләй, - тип белдерҙе Силәбе ҡалаһының «Генерация ҡорамалдары» компанияһының генераль директоры Игорь Сироткин.
Быға тиклем предприятие объекттары һәм Межозерный ҡасабаһындағы сит ҡулланыусылар йылылыҡ менән Үҙйылға руднигының иҫке ҡаҙанлығы ярҙамында тәьмин ителгән. Шуны ла билдәләргә кәрәк, иҫке объектта утыҙ ете кеше эшләһә, яңы ҡорамалдарҙы иһә йәмғеһе алты кеше генә контролдә тотасаҡ. Иҫке ҡаҙанлыҡты киләсәктә административ бина итеп үҙгәртергә ниәтләйҙәр.
Яңы объект менән беҙгә лә яҡындан танышыу форсаты эләкте. Йылытыу системалары урынлаштырылған бина иркен, яҡты. Иҫәпләгестәрҙә, ниндәй ҡеүәттә күпме йылылыҡ сарыф ителгәне күренеп тора. Ҡорамал газ һәм дизель яғыулығы ярҙамында эшләй.
Андрей Кряжевских әлегә тиклем иҫке ҡаҙанлыҡта эшләгән. Айырманың һиҙелерлек булыуын ул да билдәләне:
- Ҡаҙанлыҡты бер туҡтауһыҙ ҡарап тороу кәрәкмәй, барлыҡ эштәр менән контролер идара итә. Беҙ иһә система күрһәткестәренең дөрөҫлөгөн генә тикшерәбеҙ. Гарантия ваҡыты үткәс, техник хеҙмәтләндереүҙе үҙебеҙ башҡарасаҡбыҙ.
Тәүгеһенә ҡарағанда ҡеүәте кәмерәк булған ике газ ҡаҙанлығы рудниктың автотранспорт предприятиеһын, ремонт-механика цехын, яғыулыҡ-майлау материалдары келәтен һәм нейтралләштереү станцияһын йылылыҡ менән тәьмин итәсәк. Үҙйылға руднигының энергохужалығын яңыртыуға 190 млн. һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән, шул иҫәптән, яңы ҡаҙанлыҡтар төҙөүгә 53,6 млн һум йүнәлтелгән. Был объекттар сафҡа ингәс, йәмғиәт Межозерный ҡасабаһындағы сит ҡулланыусыларҙы йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе тулыһынса туҡтатты.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Иҫке «яңы» тепловозИҫке «яңы» тепловоз
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тимер юлы цехы паркы яңы тепловоз менән тулыланыуын ишеткәс, шундуҡ локомотивты үҙ күҙебеҙ менән күрергә ашыҡтыҡ. ... Тотош уҡырға
Һаҡсыл ҡараш кәрәкҺаҡсыл ҡараш кәрәк
Уҙған йома БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев эш сәфәре менән Учалыла булды. Ҡала-район предприятиеларының экологик хәле... Тотош уҡырға
.. санаңды йәй әҙерлә.. санаңды йәй әҙерлә
Йәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль... Тотош уҡырға
Кескәйҙәргә һөйөнөсКескәйҙәргә һөйөнөс
Ниһайәт, ҡалабыҙҙың Рәсәй урамында урынлашҡан 220 урынлыҡ 18-се балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2012 йылда... Тотош уҡырға
Яңы завод асылдыЯңы завод асылды
«Техноплекс» заводы төбәгебеҙҙә тотороҡло эшләп килгән сәнәғәт предприятиеларының береһе. Тирә-яҡҡа ул заманса төҙөлөш материалдары: йылылыҡ һаҡлау... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.