» » Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?19.12.2017

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләр араһында «Тормош - сикһеҙ!» тип аталған конкурс ойошторолдо.
Ярышта ете ғаилә көс һынашты. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ярыш сәме, дәрт һәм көс тойоп килеүҙәре үҙе үк ҙур еңеү.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко сәләмләне:
- Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн аралашыу һәм иғтибарҙан да мөһимерәк нимә бармы икән? Яңғыҙ түгел икәндәренә инаныу өсөн ауыр тормош хәлендә ҡалған ата-әсәләргә лә бындай осрашыу мөһим. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйыу тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ынтылыш бирә. Иң мөһиме - өмөтөгөҙ һүнмәһен.
Тәүге этапта һәр ғаилә үҙенең «Визитка»һы менән сығыш яһаны, һуңынан әкиәт-тамаша ҡуйҙылар, Өсөнсө этапта әсәләр үҙҙәренең оҫталығы менән уртаҡлашты. Милли ризыҡтар әҙерләгәндә йырлап-бейеп тә ебәрҙеләр, теге йәки был аҙыҡ төрө тураһында әкиәт тә һөйләп ишеттерҙеләр. Тәмлекәс менән ҡунаҡтарҙы һыйлағас, әсәйҙәр отҡорлоҡта, зирәклектә һынау тотто, үҙ-ара ярыштар уҙғарҙы. Дүртенсе этап «Атайҙарҙың ҡулынан бөтә эш тә килә» тип аталды. Экология йылы булараҡ, уларға өйҙә сыйырсыҡ оялары эшләп килтерергә ҡушылғайны. Атайҙар был конкурсҡа бик етди әҙерләнгәндәр, һәр береһе үҙенең фантазияһын эшкә ҡушып, «өйгә эшен» намыҫ менән башҡарған. Уларҙың тырышлығын жюри ағзалары юғары баһаланы. Һуңғы этап спорт менән бәйле булды. Бында айырыуса Ғәлиндар ғаиләһе әүҙемлек күрһәтте.
Илсе ауылынан Зифа Баязитова һәм Данил Мортазиндың ижади эштәре күңелдәрҙе бик тетрәндерҙе. Әсә ҡыҙын ҡурсалаусы фәрештә ролендә, ҡыҙы әсәһенә булған йылы хистәрен белдереп, йыр башҡара һәм улар бергәләп атайҙы саҡыралар. Атай кеше ҙур ҡурсаҡ тотоп сыға һәм «Әлдә һеҙ бар әле, донъяла!» йыры менән сығыш яһай.
Конкурс барышында филармония артистары, «Алтынай» балалар ансамбле тама-шасыларҙы йыр-моң менән дәртләндереп торҙо.
Конкурсҡа йомғаҡ яһау ваҡыты ла яҡынлашты. «Ижади ғаилә» номинацияһын ҡалала йәшәүсе Сафиндар алды. Ғаилә башлығы Илфир Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Гөлнара менән Дмитрий һәм Дана исемле балалар үҫтерәләр.
«Креатив ғаилә» номинацияһы Лилиә һәм Артур Ғиләзевтарға эләкте. Ғаилә башлығы «Урал таштары» йәмғиәтендә эшләй. Ғаиләлә Эмин һәм Эмиль исемле иге-ҙәк малайҙар тәрбиәләнә. Елена һәм Руслан Мостафиндар «Спорт һөйөүсе ғаилә» тип танылды. Улар һәр буш минуттарын үҙҙәренең һөйөклө ҡыҙҙары Диана һәм Дарина менән үткәрергә яраталар. «Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы ғаилә» номинацияһына Фирдания һәм Рифҡәт Сәләховтар эйә булды. Улар икеһе лә тау-байыҡтырыу комбинатында эшләйҙәр. Конкурсҡа улдары Рамаҙан менән килгәндәр. Рәмилә һәм Тимур Әһлиуллиндар «Дуҫ ғаилә» тип танылды. Марсель һәм Эльвина исемле балалар үҫтерәләр. Әдилә һәм Данис Ғәлиндар «Үҙенсәлекле ғаилә» тип билдәләнде. Улар икеһе лә тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә. Ярышҡа ҡыҙҙары менән килгәндәр. Мортазиндар «Ғаилә оҫталығы» номинацияһына һәм Гран-приға лайыҡ булды. Ғаиләлә Гүзәлиә исемле ҡыҙ бала тәрбиәләнә.
Әүҙем, талантлы балалар береһе лә буш ҡалманы. Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, ҡала мәҙәниәт үҙәге уларға бүләктәр әҙерләгәйне. «Берҙәм Рәсәй» партияһы китаптар бүләк итте. Йылы, ҡанатландырғыс һүҙҙәргә, йыр-моңға бай булды сара.
- Физик мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙ һәм малайҙар тиҫтерҙәре кеүек актив тормош алып барырға теләй һәм уларҙың быға тулы хоҡуғы бар. Бындай конкурстар тәү сиратта улар тиҫтерҙәре менән иркен аралаша алһын өсөн ойошторола.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа сәнғәттең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы берләштереүгә, ижади һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән, үҙ-ара аралашырға өйрәткән саралар ҙа әһәмиәтле.
Балаларға күңел йылыһын өләшкән, мәрхәмәтле саранан ситтә тороп ҡалмағандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ, - ти конкурсты ойоштороусыларҙың береһе «Изгелек бүләк ит» ойошмаһы етәксеһе Регина Абзалова.
Әйткәндәй, 23 декабрь көнө «Изгелек бүләк ит» ойошмаһы балаларға Яңы йыл иртәлеге ойошторасаҡ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Имен ғаилә - ил терәгеИмен ғаилә - ил терәге
«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу күптән инде изге йолаға әйләнгән. Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмайынса бер... Тотош уҡырға
Гәзитебеҙ дуҫтарын йыйҙыГәзитебеҙ дуҫтарын йыйҙы
Йәнә «Яйыҡ» гәзите призына «Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе» фестивале гөрләп үтте. Әйтергә кәрәк, быйыл фестиваль программаһы тулыһынса... Тотош уҡырға
Изгелек бүләк иттеләрИзгелек бүләк иттеләр
Мәҙәниәт һәм ял паркында яңғыраған дәртле музыка тауышы әллә ҡайҙан уҡ ишетелә. Уның эргәһенән тыныс ҡына үтеп булмай, һәр кем ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай... Тотош уҡырға
Тәүәккәллек - ярты уңышТәүәккәллек - ярты уңыш
b]«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмай бер бөтөн булып... Тотош уҡырға
Ғаилә бәҫен күтәрепҒаилә бәҫен күтәреп
«Йәш ғаилә» конкурсы йылдан-йыл ғаилә традицияларын нығытыусы, районыбыҙҙың әүҙем йәштәрен билдәләүсе, дәртләндереүсе сараға әүерелә бара. Быйыл да... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.