» » Балҡып китте мәҙәниәт йорто

Балҡып китте мәҙәниәт йорто22.12.2017

Балҡып китте мәҙәниәт йортоКапиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә Иманғол мәҙәниәт йорто асылды.
«Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә башҡарылған эштәр тураһында гәзиттә яңыраҡ яҙғайныҡ инде. Ярты быуатҡа яҡын элек төҙөлгән бина бөтөнләй яңырып ҡалды: тамашасылар залы, сәхнә ремонтлана, яңы урындыҡтар, ишектәр ҡуйыла, йылытыу радиаторҙары алмаштырыла. Спорт залында - яңы иҙән һәм тәҙрәләр.
Икенсе ҡаттағы кабинеттар ҙа төҙөкләндерелә, оҙаҡламай бында балалар музыка мәктәбенең күсеүе көтөлә.
- Бар ауылдаштарға рәхмәт, - ти клуб мөдире Рәмил Әхмәтйәнов. - Мәҙәниәт йортона элек инерлек түгел ине бит - һыуыҡ, иҫке, ҡотһоҙ. Ремонт кәрәк тип һүҙ сығарғас, тәҡдимде хупланылар, һәр йорттан алты йөҙ һум аҡса йыйылды.
Рәмил Ғәли улын, БР атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм танылған тренер булараҡ, спорт залының яңырыуы айырыуса ҡыуандыра. «Көрәшкәндә берәй спортсы ҡаршылаш-ын күтәреп матҡа бәргәндә, икеһе лә серек иҙәнде емереп аҫҡа төшмәһен, тип ҡурҡа торғайным, - ти ул. - Хәҙер ни, йән рәхәте, милли көрәш секцияһына йөрөүселәр тағы артыр, тип уйлайым. Тейешле шарттар булһа, йәш быуынды компьютерҙа артыҡ ултырыуҙан да, заман боҙоҡлоҡтарынан да арындырыу еңелерәк».
Әйткәндәй, өр-яңы, заман фитнесс-залдарына урынлаштырыла торған ике тренажерҙы ла абайланыҡ.Иманғолдарҙың район Советындағы депутаты Василий Копытов бүләк иткән икән.
Ошо мөғжизәле үҙгәреш өсөн талап ителгән аҡсаның ете йөҙ етмеш мең һумын БР бюджеты бүлә, йөҙ егерме мең - урындағы ҡаҙнанан, шул тиклем үк сумманы халыҡ үҙе йыя. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән «Урал таштары» йәмғиәте хәйриә ярҙамы күрһәткәндәр. Ике айҙа эсендә бар эштәрҙе «Монолит» предприятиеһы бригадаһы атҡарып сыға.
- Был эште күмәкләп тотонғанда ғына атҡарыу мөмкин ине, - тип билдәләне ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев. - Халыҡтың Программала әүҙем ҡатнашыуы дәртләндереүгә лайыҡ. Шуға ла йылытыу системаһын ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлдек. Был эштәр башланып ҡына тора, шулай ҙа яҙға тиклем мәҙәниәт йорто газ яғыулығына күсерелер, тип көтәм. Клуб бер ваҡытта ла буш тормаһын, йыр-моң, шатлыҡлы ауаздар һәр ваҡыт яңғыраһын бында! Һәм дөйөм милкегеҙгә һаҡсыл ҡарашта булырға өндәйем, юғиһә иң сифатлы ремонт та оҙаҡҡа сыҙамай.
Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм филармония ар-тистары халыҡты матур концерт менән һөйөндәрҙө. «Өй туйлау» бик тә дәртле һәм сағыу мәҙәни сараға әйләнде. Иманыбыҙ камил, бихисап ваҡыт үткәс тә, «Башҡортостандың йөҙ йыллыҡ юбилейы алдынан клуб яңыртылғайны», - тип иҫкә аласаҡтар әле был ваҡиғаны киләсәктә.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ахунда - яңыртылған спорт залыАхунда - яңыртылған спорт залы
Ахун ауылында ремонттан һуң спорт залы файҙаланыуға тапшырылды. Был көндө мәҙәниәт йорто бинаһында урын-лашҡан спорт залы бала-саға, өлкәндәр менән... Тотош уҡырға
Төҙөкләндереү  әүҙем бараТөҙөкләндереү әүҙем бара
Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге мөдире Альбина Политавкина менән «Стройзаказсы» муниципаль унитар предприятиеһының баш... Тотош уҡырға
Ярҙам вәғәҙә ителдеЯрҙам вәғәҙә ителде
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Амангилде ауыл Советы буйынса эш сәфәре башҡарҙы. Иң башта район етәксеһе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол... Тотош уҡырға
Социаль объекттар ремонтланаСоциаль объекттар ремонтлана
b]Социаль учреждениеларҙа ремонт эштәре әүҙем бара. Ҡаланың 4-се, Учалы ауылының 72-се, Мәҫкәү ауылының балалар баҡсаларында инеү урыны, ҡаланың... Тотош уҡырға
Мәҙәниәт йорто асылдыМәҙәниәт йорто асылды
Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев эш сәфәре менән Яңы Байрамғол ауылында булды. Унда ул тәү сиратта социаль объекттар... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.