» » Ғаиләләргә - торлаҡ сертификаты

Ғаиләләргә - торлаҡ сертификаты26.12.2017

Ғаиләләргә  - торлаҡ сертификатыЙәш ғаиләләр өсөн торлаҡ иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә.
Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Шуларҙың береһе - ипотека. Артабан инде ғаиләлә балалар тыуған һайын ошо хаҡтың өлөшөнә дәүләт тарафынан ташлама яһала. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе ун туғыҙ ғаилә күптән көтөлгән торлаҡ сертификаттарын алды. Бындай ярҙам «Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү» республика программаһы сиктәрендә бирелде.
Был сертификат аҡсаһы йәш ғаиләләргә торлаҡ кредиттарын түләргә ярҙам итәсәк. Социаль түләүҙең дөйөм суммаһы 5,5 милион һум тәшкил итте. Район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге етәксеһе Алина Агишева әйтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең барыһына ла бер үк суммала ярҙам күрһәтелмәй. Был уларҙың алған фатирҙарының майҙанына бәйле, ғаиләлә нисә бала булыуы ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән ҡайһы бер ғаиләләргә беренсе бала өсөн 230 мең һум бирелһә, өс һәм дүрт бала тәрбиәләүселәргә 300-400 мең һумдан ашыулыҡ сертификат тапшырылды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов бындай ярҙамдың йәш ғаиләләр өсөн урынлы һәм мөһим икәнлеген билдәләне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был дәүләт программаһы 2016 йылға тиклем сиратҡа тороусыларға ғына ҡағыла. Йәғни, кемдәрҙең балаһы 2015 йылда тыуған, улар программаға инеп өлгөрҙө, артабан иһә дәүләт ярҙамы туҡтатылды. Бөгөнгө сарала 2013 йылда тыуған балалар өсөн сертификаттар тапшырылды, тағы 100 ғаилә сиратын көтә.
Руслан Ғәлийән улы, шулай уҡ төбәгебеҙҙә «Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһының да әүҙем эшләп килеүен билдәләне. Уға ярашлы, бөгөн ауылда төпләнергә теләүселәр арта бара. Агро-сәнәғәт комплексында, фермер хужалыҡтарында һәм социаль өлкәлә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һағында) эшләгән ғаиләләр һәм белгестәр торлаҡ сертификаты алып йортло булалар.
Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар - күптән көтөп алынған бүләк. Уларҙың Яңы йыл алдынан бирелеүе икеләтә шатлыҡлы.
Артур һәм Динә Ғабдуллиндар программаға сиратҡа 2012 йылда торғандар. Ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып алғандар. Социаль түләү беренсе улдары Тимур тыуғанға бирелде, уға дүрт йәш. Ноябрҙә Ғабдуллиндарҙың Таһир исемле улдары тыуған.
- Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Торлаҡ сертификаты ипотекабыҙҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк, яйлап бурыстан ҡотолабыҙ, исмаһам, - тип ҡыуанысы менән бүлеште йәштәр.
Сират ҙур булғанға күрә, ғаиләләр субсидияны йылдар буйы көтә. Ошо ваҡыт эсендә ғаилә ағзаларының береһенең йәше 35-тән уҙып китеүе ихтимал. Шуға күбеһе, сиратта торған хәлдә лә, ипотека юлларға мәжбүр. Әлфиә Әбшәһитованың ғаиләһе тап шулай эшләгән дә инде. Улар 2009 йылда «Йәш ғаилә» программаһы буйынса сиратҡа баҫа. Әммә 35 йәше тулғас, төшөп ҡалалар. Бәхеткә күрә, федераль программаның элекке шарттарына эләгеүе арҡаһында ғаиләнең был аҡса ярҙамында ипотеканы түләү хоҡуғы бар. Әбшәһитовтар ике малай тәрбиәләй. Искәндәргә - ун, Айварға - әле ни бары дүрт кенә йәш.
- Айварыбыҙ бигерәк «аҡсалы» булды. Әсәлек капиталын иғәнә итеп индереп, ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Әле иһә сертификат алып ҡыуанышабыҙ.
Ярҙамды 2009 йылдан бирле көтәбеҙ. Сертификат аҡсаһына кредитты алдан түләп бөтөүгә өмөтләнәбеҙ. Программалар артабан да әүҙем эшләһен. Йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ғаиләң менән үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә. Ҡайһы берәүҙәр, аҡса өсөн бала табалар, тип яңылыш фекерләй.
Һәр ғаилә балалары менән бәхетле, ә дәүләттән ошондай ярҙам күрһәтелеүе үҙе сикһеҙ ҡыуаныс, - тине Әлфиә Булат ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Сертификаттар тапшырылдыСертификаттар тапшырылды
Йәш ғаиләләргә булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә район хакимиәтендә бер төркөм яҡташтарыбыҙға бала тыуғанда бирелгән социаль... Тотош уҡырға
Йортло буласаҡтарЙортло буласаҡтар
Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә ҡыуаныслы сара уҙҙы - «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль... Тотош уҡырға
Өйлө булыу - бәхетӨйлө булыу - бәхет
Бер кемгә лә сер түгел: бөгөнгө йәштәрҙе иң ныҡ борсоған проблема - торлаҡ. Әлеге заманда үҙеңдең хәләл көсөңә генә йорт һалыу йә иһә фатир алыу бик... Тотош уҡырға
Йортло булдыларЙортло булдылар
Йортло булыу бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әммә күптәрҙең үҙ көсө менән йорт һалырға йәки һатып алырға хәленән килмәй. Бәхеткә күрә, һуңғы... Тотош уҡырға
Йәштәргә ярҙамЙәштәргә ярҙам
Һөйгән йәрең менән ҡыуышта ла ожмах тиһәләр ҙә, хәҙерге заман өсөн был әйтем актуаль түгел. Йәшәргә урын булмау - йәш ғаиләләрҙең башын ауырттырған... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.