» » Йәнә шыршы балҡыны

Йәнә шыршы балҡыны29.12.2017

Йәнә шыршы балҡыныЯңы йыл байрамы алдынан ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркы ҡаршыһында боҙ ҡаласығын асыу күптән инде матур традицияға әйләнгән.
Уртала биҙәлгән ҡупшыҡай әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып тора. Халыҡ, күрәһең эштән тура бында килгән. Балаларын етәкләгән ата-әсәйҙәр, оло апай-ағайҙар һәм үҫмерҙәр шыршы тирәләй тамаша күҙәтергә йыйылды.
Ябалаҡлап ҡына яуған ҡар күңелгә сихри тойғолар өҫтәй, үҙең дә һиҙмәҫтән ниндәйҙер мөғжизә көтәһең. Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды, моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла...
Балалар гөрләшеп боҙ тауҙарынан шыуа, лабиринтта уҙышып уйнай. Әйткәндәй, һырғалаҡтарҙың һәр йәш арауығы өсөн айырым эшләнеүе яҡшы. Юғиһә, өлкәндәрҙең бәләкәстәрҙе имгәтеүҙәре лә бар. Былтыр ошондай осраҡтар йыш булғыланы бит.
Быйыл боҙ һындарының ниндәйе генә юҡ! Әкиәт персонаждары, балыҡтар, ҡусҡар, йөрәк, йылды символлаштырыусы эт һ.б.. Былтыр авторҙарҙың тырышып эшләгән скульптураларын бер нисә көн эсендә вәхшиҙәрсә емереүҙәре иҫегеҙҙәлер. Бәғзе әҙәмдәр арҡаһында ҡалабыҙҙың даны барлыҡ республикаға таралды. Был юлы һындар тирә-яҡты йәмләп оҙаҡ ултырһалар ине, тип теләйек. Шулай ҙа уларҙы ҡалын боҙ киҫәктәренән эшләгәндәр.
Боҙ ҡаласығын төҙөүҙә иң яҡшы эскиз өсөн иғлан ителгән конкурста Ирек Әсфәндиәровтың эше иң яҡшыһы тип табылды, биҙәү эштәрендә уға Илшат һәм Азат Билаловтар ярҙам иткән. Еңеүсе диплом һәм аҡсалата премия менән наградланды Шулай уҡ Ирек Әсфәндиәров «Тылсымлы боҙ» конкурсында «Диңгеҙ батшалығы» скульптураһы өсөн Гран-приға лайыҡ булды. Азат Билалов «Ғаилә» композицияһын, Ринат Шакиров «Эт - 2018 йылдың символы» эшен халыҡ хөкөмөнә сығарып, үҙ-ара беренсе урынды бүлештеләр.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм уларҙың дуҫтары ҡатнашлығында сәхнәләштерелгән тамаша барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡыш бабайҙың таяғын бер һелтәү менән ҡабыҙылған шыршы - байрамдың иң сағыу мәле булды. Сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Учалы филармонияһы артистары, «Уралтау», «Алтынай», «Айлы лотос» бейеү ансамблдәре тамашасыларға дәртле сығыштарын бүләк итте.
Костюмдар парады конкурсы байрамға айырыуса йәм өҫтәне, унда 1,5 йәштән алып 86 йәшкә тиклем йөҙләгән кеше ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов барлыҡ Учалы халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләне. Сауҙа йорттары, ойошма-учреждениеларҙы байрамса биҙәүҙә ҡатнашҡан етәкселәрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы билдәләп үтте.
Предприятие, ойошмалар араһында «Дорзеленстрой» йәмғиәте, бюджет учреждениелары араһында үҙәк ҡала дауаханаһы еңеүсе тип табылды. Сауҙа, дөйөм туҡланыу һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге предприятиелар араһында «Шатлыҡ» йәмғиәте лайыҡлы рәүештә беренсе урын алды. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йәшел шыршы матурая Уйынсыҡтар эленһә…Йәшел шыршы матурая Уйынсыҡтар эленһә…
Мәҙәниәт һәм ял паркы ҡаршыһында боҙ ҡаласыҡты асыу тантанаһы үтте. Байрам башланыр алдынан уҡ түрҙә урын алған шыршы тирәһендә халыҡ гөрләй ине.... Тотош уҡырға
Илселә байрам үттеИлселә байрам үтте
Йәй - йыл миҙгеленең иң сағыу һәм күңелле мәле. Ауыл халҡын берләштереп, уларға ял бүләк итеп, Илселә күркәм байрам ойошторолдо. Көндөң моңһоу... Тотош уҡырға
Гүзәл тамашаГүзәл тамаша
Ҡала көнө сиктәрендә Учалыла балалар коляскалары парады үтте. Унда барлығы 60 ғаилә ҡатнашты. Бында семәрле тирмәләр, мөһабәт караптар, тылсымлы... Тотош уҡырға
Наурыз байрамы үттеНаурыз байрамы үтте
Байрамса биҙәлгән мәҙәниәт йорто алдында дәртле көй яңғырай. Халыҡ байрамға ағыла. Мәҙәниәт усағының бер яғында йәрминкә бара. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар,... Тотош уҡырға
Мөғжизәһеҙ ҡалмайыҡМөғжизәһеҙ ҡалмайыҡ
Яңы йыл - күптәрҙең иң яратҡан байрамы. Бала саҡтан унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Ә бит мөғжизәле мөхитте үҙебеҙ ҙә булдырырға һәләтлебеҙ. Бының... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.