» » Мөхәббәткә таянып

Мөхәббәткә таянып09.01.2018

Мөхәббәткә таяныпТөбәгебеҙҙә тырыш, уңған ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе Ҡунаҡбай ауылынан Айгөл һәм Самат Ғатауллиндар.
Мәҡәлә геройҙарыбыҙ шау-шыулы ҡалаға ҡарғанда, ауылды хуп күргән. Самат Булат улы - Илтабандыҡы, ә Айгөл Рәис ҡыҙы ҡалабыҙҙа үҫкән. Ҡала ҡыҙы булһа ла, тормош иптәшенең Ҡунаҡбайға күсеү теләгенә бер ҙә ҡаршы килмәй. Өс бала тәрбиәләйҙәр, өлкәндәре Тимурға ун туғыҙ йәш. Үҫмер Учалы ауыл хужалығы колледжында уҡый, ҡыҙҙары Альбинаға - 16, кинйәләре Салауатҡа 4 йәш. Тимур киләсәккә пландарын аныҡ билдәләмәгән, шулай ҙа Себер тарафтарына барып, эшләп ҡайтырға ниәте бар. Альбина иһә кинолог булырға хыяллана, эттәр тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплаған. Йорт дуҫтары Динго менән Борханды күнектереү менән мәшғүл. Салауат балалар баҡсаһына йөрөй. Һөйкөмлө, тиктормаҫ малай. Ғатауллиндар ҙур, күркәм йорт һалалар. Төҙөлөш эштәрен тамамлап, киләһе йылда өй туйларға йыйыналар.
Әле үҙҙәре һалып сыҡҡан бәләкәй өйҙәрендә йәшәйҙәр. Ишле ғаилә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса һыйырлы булған. Айгөл Рәис ҡыҙы быға тиклем Ҡунаҡбай ауылында ике йыл клуб мөдире булып эшләй. Мәҙәниәт эшенең ниндәй тынғыһыҙ, күп ваҡытты алғанын яҡшы беләбеҙ. Ахырҙа, клуб эшен ҡалдырырға тура килә уға. Әле тегеү фабрикаһында эш башлаған. Графигы ла, эш шарттары ла ҡәнәғәтләнерлек, ти. Ғаилә башлығы ла мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, Аҡҡужа ауылы клубында режиссер. Самат Булат улының актерлыҡ һәләттәрен билдәләп китеү ҙә урынлы булыр. Оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшкәне юҡ, «Юлдаш» халыҡ театрында уйнай. Ғөмүмән, Ғатауллиндарҙың ғаиләһе йәмәғәт тормошонда бик әүҙем. Бергәләшеп ғаилә конкурстарында, төрлө сараларҙа сығыш яһайҙар.
Самат Булат улы шәхси хужалыҡ эшен яйға һалыу менән дә мәшғүл. 80 башҡа яҡын роман тоҡомло һарыҡтары бар. Ҡышҡыһын уларҙы ҡурала аҫраһалар, йәйгелек-кә көтөүсе яллап, ҡырға сығаралар. Көтөүлек ерҙәрен рәсмиләштергәндәр. Тимур атаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы.
Роман тоҡомло һарыҡтар ите, йөнө буйынса яҡшыларҙан һанала. Һарыҡ булһа ҡураңда - тәңкәң йөрөр кеҫәңдә, тип халыҡ бушҡа  әйтмәгән. Ғатауллиндарҙың продукцияһына йыл әйләнәһенә ихтыяж кәмемәй. Ваҡ мал ғаиләгә яҡшы табыш килтерә. Айырыуса, махсус һимертелгән һарыҡтарҙы ҡорбанға тип күпләп алалар икән. Әлбиттә, уларҙы көрәйтеү өсөн аҙығын да йәлләмәйҙәр. Көндәлек рациондарында бесәндән тыш, фураж да ҡаралған. Самат Булат улы киләсәктә бәрәндәр һанын тағы ла арттырып, хужалығын ҙурайтырға уйлай. Айгөл ханымға ла эш етерлек. Һарыҡ йөнө хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй. Ташлап әрәм иткәнсе, тип хужабикә уларҙы үҙе эшкәртергә булған. Орсоҡ менән йөн иләй, яҡындарына ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй.
- Әсәйем иҫән саҡта өйрәткәйне, хәҙер кәрәге тейҙе. Киләсәктә кейеҙ баҫырға ла иҫәп бар, - ти Айгөл Рәис ҡыҙы.
Күркәм ғаиләгә именлек, хыял-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында сәскәләй биш ҡыҙы, ҡар-бурандарҙан һаҡлап, яҡлап барыусы ныҡлы терәге - ире бар. Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы... Тотош уҡырға
Һарыҡсылыҡ - табышлы шөғөлҺарыҡсылыҡ - табышлы шөғөл
Башҡортостанда һарыҡсылыҡ менән борон-борондан шөғөлләнгәндәр. Йөнөнән тула, кейеҙ баҫһалар, тиреләрен эшкәртеп тирмә өсөн кәрәк-яраҡ, төрлө... Тотош уҡырға
Тынғы белмәҫ АйгөлТынғы белмәҫ Айгөл
2007 йылдан Рәсәйҙә 25 март мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә. Был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте күҙгә күренмәй, әммә... Тотош уҡырға
Татыу йәшәү үҙе матурлыҡТатыу йәшәү үҙе матурлыҡ
Оҙаҡ йылдар татыу, иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер итеүсе ғаилә парҙары һәр саҡ һоҡландыра. Бөгөн һүҙем Илтабан ауылында йәшәүсе ғаилә - үҙҙәренең... Тотош уҡырға
Өс быуын артистарыӨс быуын артистары
Ҡунаҡбай ауылы мәҙәниәт йоротоноң һәүәҫкәр артистары Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» исемле драмаһы буйынса спектакль күрһәтте. Сәхнәгә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.