» » Әҙерлек - тейешле кимәлдә

Әҙерлек - тейешле кимәлдә16.03.2018

Әҙерлек - тейешле кимәлдәАлты йыл эсендә президент һайлау тураһындағы законға төҙәтмәләр 15 тапҡыр индерелгән икән.
Былтырғыларына күҙ һалайыҡ - теркәүҙән төшөрөү танытмалары ғәмәлдән сығарылды, тауышты йәшәгән ереңдән башҡа урында ла биреү мөмкинлеге бирелде һәм һайлауға хәҙер йәмәғәт палаталары күҙәтеүселәр ебәрә ала.
Йәғни Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙы ойоштора, ә йәмәғәт палаталары күҙәтә, ошо юл менән сафлыҡ, үтә күренмәлелек тәьмин ителә лә инде.
Учалы районының төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина белдереүенсә, ҡала-районыбыҙҙағы 65 һайлау участкаһы ла 2018 йылдың 18 мартын-да үтәсәк сараға тулыһынса әҙер. Һайлау комиссиялары эшен 15 февралдә башланы.
Ошо арауыҡ эсендә ике тапҡыр өйҙәр буйлап йөрөп сыҡтылар. Күрһәтелгән адрес буйынса граждан йәшәйме-юҡмы, һайлауға киләсәкме, бәлки, өйҙә генә тауыш бирергә теләге барҙыр, шуны тикшерҙеләр.
Законға ярашлы, участка һайлау комиссияһында өйҙә генә тауыш биреү тураһында ғаризалар ҡабул ителә. Нигеҙҙә, был мөмкинлек менән оло быуын вәкилдәре, инвалидтар файҙалана.
Үрҙә әйтелгәнсә, был юлы тауышты йәшәгән ереңд-ән башҡа урында ла биреү мөмкинлеге булдырылды. Бының өсөн гра-ждан 13 мартҡа тиклем үҙенең участ-каһынан «төшөп» йыртма талон алғандан һуң, ҡайҙа һайларға йыйына, шунда теркәлергә тейеш ине.
Әлфиә Ҡорбан ҡыҙы әйтеүенсә, 1015 яҡташыбыҙ теркәүҙән төшөү тураһында талон алған да инде.
Төбәк һайлау комиссияһы кампанияның мөһим рәсми ҡағыҙын - 58800 бюллетенде имен-аман ҡабул итеп алды. Тейешле документтарға махсус марка, рәсми мисәт һәм ҡултамға ҡуйылды. Улар өс телдә - башҡортса, русса, татарса.
Законға ярашлы, участка комиссияларына бюллетендәрҙе һайлауға ике көн ҡалғас, йәғни 16 март көнө тапшырасаҡтар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре мөһим документтарҙы тәүлек әйләнәһенә һаҡлай.
Ошо көндәрҙә беҙ Иманғол ауылының Ж.Ғ. Сөнәғәтуллин исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Рәсүл филиалында урынлашҡан 3101-се һайлау участкаһының эше менән яҡындан таныштыҡ.
Комиссия рәйесе Фрүзә Шәмиғолова һөйләүенсә, әлеге ваҡытта исемлектәр өҫтөндә эшләйҙәр, халыҡҡа тауыш биреү көнө, урыны һәм ваҡыты хаҡында мәғлүмәт бирәләр. Һайлау участкаһына Рәсүл, Ҡоҙаш, Урал ауылынан 580 кеше киләсәк тип көтөлә.
Биләмәлә йәшәгән ун ҡыҙ-егет һайлауҙа тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Ҡырҡ бер гражданды өйҙәренә барып тауыш бирҙертәсәктәр.
Фрүзә Шәмиғолова һайлау комиссияһын алтынсы йыл етәкләй. Әлеге кампанияның, 2012 йылдағы менән сағыштырғанда, эше самаһыҙ күп булыуын билдәләне. Ханым дистанцион рәүештә уҡып, сертификат та алған.
- Беҙҙә халыҡ әүҙем, һәр һайлауҙарҙа ла 80 проценттан ашыу килмәй ҡалмайҙар, - ти комиссия рәйесе.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һайлауҙарҙа -  яңы тәртиптәрҺайлауҙарҙа - яңы тәртиптәр
Быйыл илебеҙҙә мөһим ваҡиға - Рәсәй Президенты һайлауҙары уҙасаҡ. Уға әҙерлек ниндәй кимәлдә бара, яңы алымдар ҡулланыласаҡмы? Ошо һәм башҡа... Тотош уҡырға
Әүҙем ҡатнашаларӘүҙем ҡатнашалар
Учалы ҡала-районында һайлауҙар ойошҡан рәүештә бара. Ҡаланың 3-сө лицейында урынлашҡан 3152-се һайлау участкаһына ла халыҡ яйлап килә башланы.... Тотош уҡырға
Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!
13 сентябрь - Берҙәм һайлау көнөнә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Әһәмиәтле ваҡиға алдынан Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғәрифуллина менән... Тотош уҡырға
«Мөһим ваҡиғалар буласаҡ»«Мөһим ваҡиғалар буласаҡ»
2015 йылда федераль һәм республика кимәлендәге һайлау булмаясаҡ. 13 сентябргә тура килгән берҙәм һайлау көнөндә беҙҙе республиканың 53 районындағы... Тотош уҡырға
«Бишле» ҡуйылды«Бишле» ҡуйылды
6 ноябрь көнө БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев район хакимиәте бинаһының ҙур залында урындағы территориаль һәм участка комиссиялары... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.