» » Иң тәмле икмәк - Поляковкала

Иң тәмле икмәк - Поляковкала23.03.2018

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаРайоныбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер ыңғайы «Нур»ҡулланыусылар йәмғиәтенең Поляковка ауылындағы кондитер цехына индек.
Улар етештергән икмәк-ҡаластарҙы район халҡы бигерәк яратып ашай.

Цех алдына килеп туҡтау менән, яңы бешкән икмәк еҫе танауға килеп бәрелде. Мөдирҙәре Әнисә Шәһәбүтдинова беҙҙе әйҙүкләп ҡаршы алды.
- Бөгөн беҙ ҡунаҡтар көтмәгәйнек. Әйҙәгеҙ!
- Йыраҡ ара үтеп тә, һеҙҙең продукцияны ауыҙ итеп сыҡмаһаҡ, үкенескә ҡалыр, - тигән булабыҙ йылмайып.
Ҡунаҡ көтмәһәләр ҙә, тәү сиратта бина эсендәге таҙалыҡ күҙгә ташланды. Һәр ҡайҙа ла тәртип, бөхтәлек.
Икмәк бешереүселәр Флүзә Рәхимова, Дилара Закирова, Света Корнеева өлпөрәп торған эҫе ҡаластарҙы мейестән яңы сығарып торалар ине. Әнисә Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, бында тәүлегенә 1,5 тонна икмәк бешерелә, шулай уҡ башҡа төр кондитер изделиялары ла етештерәләр. Яңы «Rowenta» мейестәрендә, ҡомалаҡтан үҙҙәре әҙер-ләгән асылыҡты ҡушып бешергән икмәктәр лотоктарға теҙелде. Әйткәндәй, ҡомалаҡты коллективтары менән урманға сығып, бергәләшеп әҙерләйҙәр.
Тоҡлап киптереп элеп ҡуялар. Уҙған йәй үҙҙәре йыйған еләктән бәлештәр бешереп һатҡандар.
- Ҙур һыуытҡыс алып, үҙебеҙҙә үҫкән емештәрҙе унда туңдырып, ҡышҡыһын уларҙан төрлө ризыҡтар бешереп һатырға иҫәп бар, - ти уңған ханымдар.
Кондитер цехы Поляковка һәм эргәләге Комсомольск, Вознесенка ауылдарынан утыҙ кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Коллективҡа тәжрибәле оҫталар тупланған. Зөлфиә Мөхәмәтшина, Людмила Севоян, Шәүрә һәм Минзилә Зариповалар, Марина Векшина һөнәрҙәренең нескәлектәрен яҡшы белә. Яңы килгән йәштәргә икмәк бешереү серҙәрен бик теләп өйрәтәләр. Ә инде ете тиҫтәһен ваҡлаған технолог Шәүрә Киреленконың оҫталығы тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ханым һөнәре буйынса илле йылға яҡын хеҙмәт стажы туплаған. Ҡамыр изделияларын тейешле технологик талаптар менән еренә еткереп үтәүгә бик етди ҡарай ул.
- Продукциябыҙҙың сифатына ҙур иғтибар бирәбеҙ. Эшебеҙгә баһаны халыҡ ҡуя. Һатып алыусыларыбыҙҙан дәғүә ишеткә-небеҙ юҡ, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, - ти Әнисә Миҙхәт ҡыҙы.
Мөдирҙең һүҙҙәре менән килешәм, сөнки «пәләкәү-ҙәрҙең» икмәген бер тәм-ләп ҡарағандар һуңынан тик уларҙыҡын ғына һа-тып аласаҡ. Әлбиттә, «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәте етәкселегенең дә тырыш хеҙмәтен билдәләп китергә кәрәк. Рәис Хәбибуллин етәкселек иткәндән алып, предприятие бик йылдам үҫешә, һөҙөмтәле эшләй.
Айырыуса һуңғы йылдарҙа төҙөкләндереүгә, техно-логик ҡорамалдарҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Поляковкалағы цехта ла ремонт үткәреү күҙаллана.
Бында бешерелгән ризыҡ менән тотош район, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһе лә тәьмин ителә.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Уңыш еңел яуланмайУңыш еңел яуланмай
Тәүге ҡулланыусылар йәмғиәттәре райо-ныбыҙҙа 1913 йылда барлыҡҡа килә. Юҡҡа ғына ойошторолмайҙар улар. Тәү сиратта халыҡты көндәлек кәрәкле әйберҙәр... Тотош уҡырға
Телеңде йоторлоҡТелеңде йоторлоҡ
Хәҙерге көндә магазиндарҙа ярымфабрикаттарҙың күплегенә иҫең китер. Элек ит ризыҡтарын башлыса сит өлкәләрҙән ташыһаҡ, һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙә... Тотош уҡырға
Фәҡәт халыҡ өсөнФәҡәт халыҡ өсөн
Кооперацияның бер төрө булған ҡулланыусылар йәмғиәте Учалы районында 1923 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуҙың төп маҡсаты - халыҡты көндәлек... Тотош уҡырға
Табиптар етешмәйТабиптар етешмәй
Ҡаланың «Урал» кинотеатрында мәшғүллек үҙәге «Йәштәргә - эш!» акцияһын ойошторҙо. Был көндө тиҫтәнән ашыу учреждение, предприятие, ойошма үҙҙәренә... Тотош уҡырға
Фольклорсылар - сәхнәләФольклорсылар - сәхнәлә
Комсомольск мәҙәниәт йортонда Поляковка зонаһына ҡараған ауылдарҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренең фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Һәр ауылдың... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.