» » Башҡорт матрешкалары - милли кейемдә

Башҡорт матрешкалары - милли кейемдә27.03.2018

Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБыға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем булды. Баҡтиһәң, башҡорт кейемендәге ағас ҡурсаҡтар ҙа була икән.
Оҫталыҡтың сиктәре юҡ - күптән түгел иҫ киткес мөғжизә тыуҙырыусы ханым менән яҡындан танышырға форсат барлыҡҡа килде.
Оҫта Мәфрүзә Сәғитова Уральск ҡасабаһынан, һөнәре буйынса уҡытыусы.
- Атайым балта оҫтаһы булды, ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Ағастан юнып, төрлө әйберҙәр яһай торғайны. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөү менән дә булышты, был шөғөл менән айырыуса әрмелә хеҙмәт иткәндә ныҡлап мауыға. Унан күреп, мин дә ҡулыма бумала алдым, һүрәт төшөрә башланым. Матур һәм нәфис килеп сыға ине улар.
Ижадҡа һөйөү атайымдан күскәндер, моғайын. Уның менән бергәләшеп эшләгән рәсемдәрем һаман да һаҡлана, - тип хәтерләй Мәфрүзә ханым бала сағын.
Хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, мәктәпте тамамлағас, ағас әйберҙәрҙе биҙәү буйынса рәссамдар әҙерләүсе колледжға уҡырға инә. Тырышып уҡый, оҫталыҡ дәрестәрен үтә. Уҡытыусылары ҡыҙҙың эштәрен юғары баһалай, курсташтарына өлгө итеп ҡуялар ижад емештәрен.
- Хәтеремдә, бер көн беҙгә башҡорт матрешкаһын биҙәргә ҡуштылар. Үҙем шул мөхиттән булғас, бер ҡыйынлығын да күрмәнем. Дизайнын да шундуҡ уйлап ҡуйҙым. Ҡалғандар, нисек эшләргә икән, тип баш ватҡансы, мин башҡорт һылыуҡайын тапшырҙым да. Һуңынан уның өсөн остазым маҡтаны, бөтә курсҡа өлгө итеп күрһәттеләр, - тип йылмайып иҫләй оҫтабикә.
Эше юҡҡа ғына юғары баһа алмай уның. Сөнки башҡорт матрешкаһын һынландырыу иң ҡатмарлыһы. Симметриялы, йәғни биҙәктәрҙең үҙәктән бер тигеҙ аралыҡта урынлашыуы мөһим. Шулай итеп рус матрешкаһына башҡорт кейемен кейҙереп ҡуя.
Колледжды тамамлағас, һөнәре буйынса эш таба алмай яфалана. Ахырҙа, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Дипломлы белгес мәктәптә эш башлай. 15 йыл балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан мәҙәниәтенән белем бирә. Бер нисә йыл элек, эшмәкәрлеген бөтөнләй башҡаса йүнәлешкә бора. Матрешкаларҙы биҙәүгә етди тотона, ижад итә.
- Барыһы ла уйламағанда килеп сыҡты. Һеңлем фатир туйларға саҡырҙы, бүләккә ҡулдан эшләнгән әйбер һораны. Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт самалы ине.
Шул мәл магазинда ағас матрешканың әҙерләмәһен күреп ҡалдым. Башыма ҡыҙыҡлы фекер килде. Ағас ҡурсаҡтарҙы һатып алдым да, биҙәп, һырлап туғаныма ихлас күңелдән бүләк иттем.
Уның нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ! Ҡунаҡтар ҙа ҡыҙыҡһынды, үҙҙәренә лә эшләп биреүҙәрен һоранылар. Шулай итеп был шөғөлгә ныҡлап тотонорға ниәтләнем. Ҡурсаҡтарҙы биҙәү оҡшай ине үҙемә. Ваҡыт етмәй башлағас, уҡытыусы эшен ҡалдырырға тура килде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Матрешкаларҙың әҙерләмәһен ханым интернет аша яҙҙырып ала. Биш фигуранан торған ҡурсаҡтарҙы биҙәү өсөн яҡынса бер көн кәрәк. Фигураларҙың иң бәләкә-се ике сантиметр самаһы. Уларҙы биҙәргә күпме түҙемлек талап итә.
Бер-береһенең эсенә ҡуйылған башҡорт матрешкаларын күргәс, һоҡланыуымды йәшермәнем. Шул тиклем килештереп эшләнгән! Милли кейемдә, оҙон толомдарының осона сәсүрместәр эленгән, күкрәктәренә түшелдерек таҡҡандар оялсан башҡорт һылыуҡайҙарыбыҙ.
- Яғалары үҙебеҙҙең Учалы ерлегенең үҙенсәлектәренә тап килтереп биҙәлгән, - тип өҫтәне оҫтабикә, эше менән яҡындан таныштырып. Матрешкаларҙың хаҡы төр-лөсә, 400 һумдан алып 1500 һумға тиклем.
Мәфрүзә Сәғитованың «матрешка»лары күптәрҙе хайран итә, уны туристар сувенир итеп үҙҙәренә алып ҡайта, бүләккә һорайҙар. Мәфрүзә апай ижад емештәре менән күргәҙмәләрҙә әүҙем, теләп ҡатнаша.
Күптән түгел эшҡыуарҙар форумында булырға тура килгән. Ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, шәхси эшен асыу тураһында ла уйы бар.
Оҫтаның эштәре республикабыҙҙа ғына түгел, Сорғот, Нефтеюганск, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Силәбе өлкәһендә лә танылыу алған.
Ағас ҡурсаҡтарҙы биҙәүҙән тыш, турағыс таҡталар, сувенирҙар, ағас ҡалаҡтарҙы, магнит һүрәттәрҙе һырлау менән дә мәшғүл.
Шулай ҙа күңеленә матрешкалар нығыраҡ яҡын.
Улар - ғаилә символы, йортҡа ҡот һәм бәрәкәт бирә, халыҡ-ара кимәлдәге традицион сувенир, тигән фекерҙә Мәфрүзә ханым. Ғаилә йылында милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы йыл символы булараҡ үҙ иттек.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ҡабатланмаҫ бер ижад мәлеҠабатланмаҫ бер ижад мәле
Наталья Савельеваны гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы иҫләйҙер, моғайын. Һынлы сәнғәт өлкәһе кешеләренә акварель, гуашь, баҫма графика техникаһында яҙыусы... Тотош уҡырға
Ҡурай яһау оҫтаһыҠурай яһау оҫтаһы
Ҡурай - халҡыбыҙҙың тарихы, асылы, йыры, моңо, йәне. Уның моңон сәғәттәр буйы тыңларға әҙермен. Шуға ла Уральск ҡасабаһында милли уйын ҡоралын... Тотош уҡырға
Һалҡын ташҡа йән өрөүселәрҺалҡын ташҡа йән өрөүселәр
Төбәгебеҙ зиннәтле таштарға бай, районыбыҙҙа ғына 26 йәшмә ятҡылығы бар. Ошо ташты эшкәртеп, нимә генә яһамай оҫталар. Учалының аҫыл ташынан эшләнгән... Тотош уҡырға
Күңел наҙы ҡушыпКүңел наҙы ҡушып
Кешенең шәхес булып формалашыуы бала саҡтан башлана. Бөгөн үҫеп килгән быуын китап уҡырға яратмай, тип зарланабыҙ. Кескәй саҡтан ҡулда сағыу... Тотош уҡырға
Абруйлы һөнәр эйәһеАбруйлы һөнәр эйәһе
Уҡытыусы һөнәре борон-борондан изгеләрҙән һаналған. Бөгөн мәктәптәребеҙҙә тырыш, талапсан, үҙ эшенә етди ҡараған уҡытыусыларыбыҙ етерлек.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.