» » «Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте13.04.2018

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үттеҠала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән «Киләсәккә белем - 2018» форумы шау-гөр килеп уҙҙы.
Был көндәрҙә бөтө мәктәптәрҙә лә класс сәғәттәре, «түңәрәк өҫтәл»дәр, төрлө һөнәр вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте.
Мәктәп уҡыусылары «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына иншалар һәм эсселар яҙҙы, «Бөтә һөнәрҙәр ҙә кәрәкле» исемле конкурста актив ҡатнаштылар.
6 апрель көнө туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн Учалы тау сәнәғәте колледжында «Киләсәккә белем» исемле йомғаҡлау форумы ойошторолдо.
Осрашыуҙың маҡсаты - сығарылыш кластарын Учалы һәм Белорет ҡалаларындағы һөнәри урта белем биреү уҡыу йорттарындағы һөнәрҙәр менән яҡындан таныштырыу ине.
Буласаҡ ашнаҡсылар һөнәрҙәре тураһында бик мауығып һөйләүҙән тыш, нисек итеп матур һәм тәмле кондитер изделиялары бешереү серҙәренә төшөндөрҙөләр. Тел йоторлоҡ бит!
«Өйҙәгеләргә лә ашты төрлөләндереп бешерәбеҙ. Ата-әсәйҙәребеҙ беҙҙең өсөн бик шат», - ти улар бер тауыштан. Ҡунаҡбай мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы Альбина Закирова: «Мәктәпте бөткәс ҡайҙа барырға икәнлеген хәҙер яҡшы аңланым. Әлбиттә, ашнаҡсы буласаҡмын. Өйҙә мин бешеренергә оҫта. Бигерәк тә бәлештәр әҙерләргә яратам», - ти ҡыҙыҡай.
- Класымда ун һигеҙ уҡыусы. Өс ҡыҙ, ҡалғандары малайҙар. Был сараға улар бик ҡыҙыҡһынып килделәр. Сөнки күпселек ба-лалар 9-сы кластан һуң башҡа уҡыу йорттарында уҡырға ниәт иткәндәр. Үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәр һайлағандар ҙа инде, - тип һөйләне беҙгә Ураҙ лицейының 9-сы класс етәксеһе Лилиә Заһитова.
Уның уҡыусыһы Азамат Камалетдинов шахтер булырға хыяллана. Шуға күрә лә инде ул проходкалаусы һөнәрен һайлаған.
- Бөгөнгө көндә биш тармаҡ буйынса эш итәбеҙ: «Таусы эше», «Ут үткәреү һәм төҙөлөш», «Транспорт», «Дөйөм туҡланыу технологиялары». Беҙҙең уҡыу йорто менән ҡыҙыҡһыныусылар күплеге, алдынғылар рәтендә булыуыбыҙға ишара, - ти колледж директоры урынбаҫары Андрей Мертехин.
Форумда шулай уҡ С. Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары, уҡытыусылары ҡатнашты, Учалы ауыл хужалығы, Белорет медицина колледждары вәкилдәре лә булды.
Был уҡыу йорттары һөнәрҙәр тураһында һөйләүҙән тыш, мастер кластар ҙа күрһәтте. Мәҫәлән, Белорет медицина колледжы вәкилдәре буласаҡ студенттар өсөн манекендарҙа нисек беренсе ярҙам күрһәтергә, тонометр менән нисек тотонорға икәнлеген аңлатты. Фәһемле булды!
Учалы тау сәнәғәте колледжыңың өйрәнеү полигонында ер аҫты техникалары менән нисек эш итергә кәрәклеген күрһәттеләр. Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары биҙәү-ҡулланма эштәре менән таныштырҙы. Бик матур!
Форум бик йәнле барҙы. Буласаҡ студенттар ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарына яуаптар алды.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Таусылар һынатманыТаусылар һынатманы
11-13 май тау сәнәғәте колледжында урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары араһында «Иң яҡшы таусы-2017» халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте.... Тотош уҡырға
Роботтар яһайҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемын һынайҙарРоботтар яһайҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемын һынайҙар
Райондың иҡтисады сәнәғәт комплексына нигеҙләнә. Белеүебеҙсә, бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәр ҙур һорау менән ҡуллана. Учалы тау сәнәғәте... Тотош уҡырға
Яҡшы белгестәр әҙерләнәЯҡшы белгестәр әҙерләнә
Ике көн дауамында Учалы тау сәнәғәте колледжында «Иң яҡшы таусы-2015» тип исемләнгән һөнәри оҫталыҡҡа төбәк-ара конкурс үтте. Ярыш «Ер аҫты ҡаҙылма... Тотош уҡырға
Сифатлы кадрҙар әҙерләнәСифатлы кадрҙар әҙерләнә
Сираттағы кәңәшмәлә Учалы тау сәнәғәте колледжы эшмәкәрлеге тураһында учреждение директоры Дмитрий Абдрахманов бәйән итте. Уҡыу йортона 1967 йылда... Тотош уҡырға
Студент саҡ - бәхетле саҡ!Студент саҡ - бәхетле саҡ!
Студент - киләсәккә төрлө пландар ҡорған, төн йоҡоларын йоҡламай тырышып-тырмашып белем диңгеҙен кискән һәм һәр саҡ тыуған яғын, йортон, ата-әсәһенең... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.