» » Ауылдаштар ярҙамы

Ауылдаштар ярҙамы21.04.2014

Ауылдаштар ярҙамыЮғары вазифалар биләп, абруйлы шәхес булғас та тыуған ауылын онотмаусылар һирәк. Улар араһында Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән Ғиниәт Ишбаевты яҡшы яҡтан билдәләргә мөмкин.

Ғиниәт Ғәрифулла улы Өфөләге «Буринтех» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры. Предприятие нефть, газ, тау мәғдәне скважиналарын быраулау һәм ремонтлау ҡорамалдарын етештереү менән шөғөлләнә. Ғиниәт Ишбаев уҡыған мәктәбенең даими ярҙамсыһы ла - интерактив таҡта, башҡа кәрәкле йыһаздар бүләк итеп һөйөндөрҙө. Әле уның ярҙамы менән Уральск участка дауаханаһында ремонт эштәре тамамланған.
Ҡасабалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы 1978 йылда асылған. 15 карауатлыҡ шәфҡәт туташы тәрбиәһе бүлексәһе, 12 урынлыҡ көндөҙгө стационар һәм 50 кешегә иҫәпләнгән дауахана эшләп килә. Халыҡты бөтәһе 50 кеше хеҙмәтләндерә. Дауаханаға яҡын-тирәләге 17 ауыл ҡарай.
- Бинаға һуңғы тапҡыр 2007 йылда косметик ремонт үткән ине. Электр сымдары, йылытыу системаһы яңыртылды. 2012 йылдан алып газ менән тәьмин ителдек, - тип таныштырҙы дауахана хәлдәре менән мөдир Айҙар Мөхтәров. - Шулай ҙа һуңғы төҙөкләндереүҙә буялған бүлмә, палата, коридорҙар бөгөн яңыртыуҙы талап итә. Иҙән-тәҙрәләр иҫкергән. Ауылдашыбыҙ Ғиниәт Ишбаев ярҙам ҡулы һуҙасағын ишеткәс, ҡыуанып ҡабул иттек. Бының өсөн уға ауыл халҡы ла, хеҙмәткәрҙәр ҙә оло рәхмәтле. Ошо ярҙам менән дауахананың ике ҡатында, подвалында тәҙрәләр алмаштырылды, өс ишек яңыртылды. Был эштәргә бағыусы тарафынан 1 миллион һум самаһы аҡса бүленде.
Элекке тәҙрәләр йылыны тотмаһа, яңылары менән бындай проблемалар булмаясаҡ. Яҡты һәм күркәм бүлмә-палаталар сирлеләрҙең һауығыуына ла ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Ремонт эштәрен Өфөнөң «Комплект-сервис» йәмғиәте башҡара. Бының өсөн подрядсыларға ике аҙна ваҡыт бирелгән. Шулай ҙа етеҙ һәм өлгөр егеттәр эштәрҙең төп өлөшөн бер аҙнала атҡарып сыҡҡан.
Тәҙрәләрҙең яңыртылыуы, әлбиттә, мәртәбәле күренеш. Шулай ҙа дауахананың көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителмәй ҡала килә. Тәү сиратта был кадрҙар ҡытлығына барып терәлә. Айҙар Рафаил улы әйтеүенсә, дауахананың үҙ терапевтары юҡ. Аҙнаһына өс тапҡыр Миндәк ҡасабаһынан белгесте саҡырырға мәжбүрҙәр. Әлеге көндә «Земство табибы» программаһы буйынса уҡыу йортон тамамлап, эшкә килгән берҙән-бер йәш белгес - педиатр Алина Кирәева ғына эшләп йөрөй.
- Беҙ йәштәрҙе эшкә саҡырыр инек, торлаҡ мәсьәләһе ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, үҙ ҡарамағыбыҙҙа йорт, фатир юҡ. Шарттар булмаһа, табиптар ҙа атлығып тормай. Хеҙмәт юлын яңы башлаусыны түбән эш хаҡы ла ҡурҡытмай ҡалмайҙыр. Өҫтәүенә, шәхси дауаханалар күбәйҙе, йәштәр күберәк шунда тартыла. Беҙҙә генә түгел, ҡала поликлиникаһында, район буйынса ла был проблема киҫкен тора. Тар һөнәр эйәләре, йәш белгестәр етешмәй, бөгөн эшләп йөрөгәндәрҙе хаҡлы ялға сығарһаң, улар урынына кем килер, әлегә билдәһеҙ.
Дауахана ҡорамалдары ла иҫкергән. Мәҫәлән, физиотерапия ҡорамалы 80-се йылдарға тиклем алынған һәм бөгөн дә хеҙмәт итә. Балалар кабинетында сабыйҙарҙы үлсәргә электрон үлсәүҙәр юҡ, стоматология ҡулайламаһы яңыртыуҙы талап итә, ЭКГ аппараты юҡ. Сирлеләргә ваҡытында барып етеү өсөн дауахана автопаркы ла самалы. Бер тиҙ ярҙам машинаһы барыһына ла өлгөрмәй, тағы бер УАЗ-ик талап ителә. Һанап китһәң, мәсьәләләр күп. Шулай ҙа хеҙмәткәрҙәр рух ныҡлығын юғалтмай, үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, халыҡ һаулығын ҡурсалауҙы дауам итәләр. Ә ауылдаштарҙың ярҙамы уларҙың хеҙмәтенә даими рәүештә дәрт өҫтәп торһон, тип теләйек.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ышаныслы ҡулдарҙаЫшаныслы ҡулдарҙа
Шәфҡәт туташтарын аҡ халатлы фәрештәләр тип юҡҡа атамайҙарҙыр. Улар сирлеләрҙе дарыу һәм уколдар менән генә түгел, йылы ҡараш һәм яғымлы һүҙ менән... Тотош уҡырға
Емешле хеҙмәттәшлекЕмешле хеҙмәттәшлек
«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм яңынан әҙерләү системаһын үҫтереү» тип аталды Учалы тау-металлургия... Тотош уҡырға
Һәр кемдең үҙ шөғөлөҺәр кемдең үҙ шөғөлө
Ауыл хакимиәте башлыҡтарының күсмә семинары Илсе ғәм Сәфәр ауыл Советтары биләмәләрендә үтте. Унда ҡатнашыусылар тәүҙә Илсе мәҙәниәт йорто менән... Тотош уҡырға
Вакансиялар күпВакансиялар күп
Ҡаланың «Стиль» йәштәр үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе уҙҙы. Сарала ҡала-райондың 17 предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Эш эҙләп килеүселәргә 276... Тотош уҡырға
Таусыларға - афарин!Таусыларға - афарин!
28 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҙур тантана үтте - теннис залы асылды. Бер ыңғайы оло дата - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.