» » Хәйерле юл һеҙгә!

Хәйерле юл һеҙгә!26.06.2014

Хәйерле юл һеҙгә!Йәш саҡ - матур саҡ. Күҙҙәренән осҡон бөркөлгән, береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙарға, һөйкөмлө егеттәргә ҡарап, һоҡланып туйғыһыҙ. Улар ун бер йыл эсендә икенсе тыуған йорттарына әйләнгән мәктәптәре, уҡытыусылары, класташтары, класы, партаһы менән хушлаша. Ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫалар.

Мәктәп менән хушлашыу кисәһенә сығарылыш кластары уҡыусыларын ҡотларға БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.
- Мәктәптә алған төплө белемегеҙ, ижади һәләтегеҙ, ғилми эштәрегеҙ киләсәккә ныҡлы нигеҙ булып торор. Уҡымышлы, эшһөйәр, эшен яҡшы белгән белгестәр һәр ваҡыт юғары баһалана. Учалы уҡыусылары ҡайҙа ғына йөрөһә лә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшәләр, белемдәре һәм тырышлыҡтары менән тормошта күп нәмәгә ирешәләр. Һеҙҙең дә яҡындарығыҙҙың, уҡытыусыларығыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫенә ныҡлы ышанабыҙ. Арағыҙҙа, моғайын, яҡшы һөнәр үҙләштереп, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыусылар ҙа булыр. Беҙ уларҙы ҡуш ҡуллап көтәбеҙ. Бөгөн районыбыҙға грамоталы, яңы технологияларҙы яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Яңы үрҙәр яулауҙан ҡурҡмағыҙ, маҡсатығыҙға артылып йәшәгеҙ, бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, ата-әсәләрегеҙҙең һәм остаздарығыҙҙың кәңәшен һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ, - тип изге теләктәрен еткерҙе Фәрит Фәтих улы. Артабан уҡыуҙарын миҙалға тамамлаусы сығарылыш кластары уҡыусыларын тәбрикләнеләр. Бы-йыл 11-се класты 474 ҡыҙ һәм егет тамамланы. 17 уҡыусы «Айырым уңыштары өсөн» миҙалына лайыҡ булды, 62-һе - отличие билдәһе менән өлгөргәнлек аттестаты алды. БДИ һынауҙарында ла уҡыусылар һынатманы, имтихандарҙы имен-аман тапшыра алдылар.
Бөтә республикаға даны таралған ҡаланың 5-се мәктәбе тураһында ла яҙып үтеү урынлы булыр. Был мәктәп элек-электән көслө уҡыусылары менән билдәле. Быйыл үҙҙәренең шәплеген улар тағы ла бер ҡабат иҫбатланылар, мәктәптең 11 «а» класы «Республиканың алтын класы» исеменә лайыҡ булды. 26 уҡыусының 18-е алтын миҙал аласаҡ. Үкенескә күрә, миҙалдар әлегә әҙер түгел, уларҙы көҙ айҙарында тапшырырға ниәтләйҙәр. Ә бына ошо кластың 9 уҡыусыһы республика Президентының «Айырым уңыштары өсөн» тип аталған миҙалы менән бүләкләнде, ҡалғандарының БДИ һөҙөмтәләре буйынса бер нисә балдары ғына етмәгән. Шулай ҙа был наградалар юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирмәй. Ул - яҡшы уҡыған өсөн дәртләндереү сараһы ғына. Шуға ҡарамаҫтан, белемдәрен ошо рәүешле юғары баһалауҙары уҡыусыларҙа киләсәккә ҙур ышаныс уята.
Мәктәп менән хушлашыу барыһын да моңһоуландырҙы, уларҙың кәйефе, хатта беҙгә лә күсте. Һәр кем ошо мәлдә үҙенең сығарылыш кисәһен күҙ алдына килтергәндер, моғайын. Егет-ҡыҙҙарҙың да, ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусыларҙың да күҙҙәренә йәш төйнәлгәйне.
Яҡындары менән иҫтәлеккә фотоға төшкән игеҙәк ҡыҙҙар янына киләм. Саша менән Даша Фәттәховаларҙың илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән.
- Мәктәптән, класташтарҙан айырылыуы ауыр. Хәҙер ҡоштар кеүек барыбыҙ ҙа ситкә таралышасаҡбыҙ. Кисә генә бер ғаилә булып йөрөй инек, бөгөн оло тормош юлына аяҡ баҫабыҙ. Хатта беҙгә, игеҙәктәргә лә айырылышырға тура киләсәк. Өфөгә уҡырға барырға йыйынабыҙ, беребеҙ - юрист, икенсебеҙ уҡытыусы булырға хыяллана, - тиҙәр 10-сы мәктәптең сығарылыш класы ҡыҙҙары.
Тантаналы сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Уҡытыусылар, ата-әсәләр егет-ҡыҙҙарҙы йылы һүҙҙәре, яҡшы теләктәре менән ҙур юлға оҙатты. Күҙ алдында балалыҡтан сыҡҡан кисәге уҡыусылар үҙ сиратында уларҙы тәбрикләп, йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр. Байрам уҡытыусыларҙың һәм сығарылыш кластары уҡыусыларының флешмобы менән тамамланды. Алда егет-ҡыҙҙарҙы уҡыу йорттары көтә. Хәйерле юл һеҙгә, йәштәр!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ҡоштар ҙа бәхет юраныҠоштар ҙа бәхет юраны
23 май көнө ҡала-район мәктәптәренең сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңы яңғыраны. Был тулҡынландырғыс һәм ҡабатланмаҫ минуттарға... Тотош уҡырға
Еңеү яҙын тәбрикләпЕңеү яҙын тәбрикләп
9 Май байрамы халҡыбыҙ өсөн иң изге байрамдарҙан иҫәпләнә. Айырыуса ветерандарыбыҙ был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Улар өсөн Бөйөк Еңеүҙән дә... Тотош уҡырға
Беҙгә эшселәр кәрәкБеҙгә эшселәр кәрәк
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар... Тотош уҡырға
Күҙәтеү көсәйҙеКүҙәтеү көсәйҙе
Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре яҡынлашып килгән етди һынау - Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға... Тотош уҡырға
Алдынғы уҡыусыларАлдынғы уҡыусылар
Тыуған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусылары ҙур көс һала. Был тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.