» » Таусыларға - афарин!

Таусыларға - афарин!03.03.2014

Таусыларға - афарин!28 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҙур тантана үтте - теннис залы асылды.
Бер ыңғайы оло дата - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60 йыллығына бағышланған ярыш та ойошторолдо, бөтә райондан йәш теннис һөйөүселәр йыйылды. Һөҙөмтәләр тураһында киләһе һандарҙа хәбәр итербеҙ.
«Таусылар төбәгебеҙҙә 2013-2018 йылдарға иҫәпләнгән теннисты үҫтереү программаһын тормошҡа ашыра. Был документ тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге инициативаһы менән әҙерләнде һәм Урал тау-металлургия компанияһы тарафынан раҫланды. Уның сиктәрендә мәктәбебеҙҙә күләмле ремонт үтте, йыһаздар яңыртылды. Тиҫтәнән ашыу өҫтәл, ракеткалар алып бирҙеләр: ҡалалағы мәктәбебеҙгә, Уральск, Комсомольск, Озерный, Учалы, Миндәктәге үҙәктәргә лә өләшелде. Бынан тыш, тренерҙарға эш хаҡы ла түләйҙәр. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде!» - тип ихлас күңелдән шатлана спорт мәктәбе директоры Рәмил Ҡусарин. Етәксе яҡын арала Учалы тенниссыларының даны киң таралыр, тип өмөт итә. Эйе, бындай ҡупшы өҫтәл артында насар уйнау гонаһ булыр!
Ҡасандыр ҡараңғы, ишелергә торған залды хәҙер танырлыҡ та түгел. Тәҙрә-ишек, вентиляция системаһы - барыһы ла яңы, бина ялтлап тора.
Рәсми сайттарындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты был маҡсатҡа 3,5 млн һум аҡса йүнәлткән.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йыл йомғаҡтары барландыЙыл йомғаҡтары барланды
26 февралдә муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - район Советы рәйесе Дамир Кәримовтың һәм район хакимиәте... Тотош уҡырға
«Таусы» беренсе«Таусы» беренсе
8-22 февралдә Учалы ҡалаһының «Таусы» боҙ аренаһында йәш хоккейсылар араһында «Алтын шайба» республика ярышының финалы үтте. Был ярыштар А. Тарасов... Тотош уҡырға
Сораманда таҙа һыуСораманда таҙа һыу
Сораманда эсәр һыу менән файҙаланыу үҙе бер тарих һымаҡ. Элек халыҡ йылға буйында ҡаҙылған ҡоҙоҡтарға, яҙын алыҫтағы Шәкәр ҡойоһона йәки тауҙан аҡҡан... Тотош уҡырға
Ветерандар кубогынаВетерандар кубогына
15 декабрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығы яҡынлашыу айҡанлы яугир-интернационалистар кубогына дзю-до буйынса турнир үткәрелде.... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.