» » Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа06.08.2014

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән, 20 мең тоннанан ашыу сенаж һалынған.

Сенажға күп йыллыҡ, бер йыллыҡ үләндәрҙе, ҡайһы бер хужалыҡтар торошо насар булған ужым арышын да сабалар.
Йәшел массаның гектар ҡеүәте былтырғы менән сағыштырғанда бер аҙ хөртөрәк, бесән дә йоҡа. Йәй башы ҡоро торҙо, үләндәрҙе яндырып-көйҙөрҙө. Һуңынан ямғыр яуһа ла, көндәр һалҡын тороу сәбәпле, яҡшылап күтәрелә алманылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йышайып киткән ямғырҙар ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Мал аҙығын әҙерләргә форсат бирмәй, көндәр бер ҙә йылытырға уйламай. Ошо арҡала ауыл халҡы ла бесәнгә төшә алмай ыҙалай. Шулай ҙа былтырғы кеүек оҙайлы ҡойма ямғырҙар булмаҫ, тип өмөтләнәйек. Уҙған йылы күптәрҙең кәбәндәре «кәмә булып» йылғала йөҙҙө, бесәнде ҡабаттан эшләргә тура килде. Хужалыҡтар баҫыуҙарына инә алмай ыҙаланы, уңыштары ятып ҡалды. Шуға ла әле ауыл эшсәндәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша, йәшел ураҡтың ҡыҙған мәле.
Әйткәндәй, иген урырға ла ваҡыт етә, көндәр яҡшы торһа, хужалыҡтар берәй аҙнанан арыш һуғырға төшәсәк. «Урал аръяғы МТС-ы», «Юлдаш» йәмғиәттәрендә арыштың торошо яҡшы, мул уңыш йыйырға иҫәп тоталар.
«Байрамғол» агрофирмаһында ла мал аҙығы әҙерләү кампанияһы юғары темп менән бара. Әле хужалыҡ Ураҙ бүлексәһендә сенаж урыу, бесән өйөү менән мәшғүл. Агрофирманың баш агрономы Рәмил Мөхәмәтйәров әйте-үенсә, бесән әҙерләү планға ҡарата 80 процентҡа үтәлгән. 9500 тонна сенаж һалынған, силосҡа кукуруз сабасаҡтар. Сенажды әле Ураҙ һөтсөлөк ком-плексына ташыйҙар. Байрамғолдар быйыл да бер нимәгә ҡарамаҫтан малдарға етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалырға тырыша. Хужалыҡ бөгөнгө менән генә йәшәмәй, иртәгәһен алдан ҡайғырта. Былтырҙан ҡалған 17 мең тонна запастары бар, бы-йыл да артығы менән әҙерләргә уйлайҙар. Йәшел массаның гектар ҡеүәте уртаса 45 центнер тәшкил итә, бесәндеке - 10-13 центнер.
- Бесәнде йәшел сағында өйөргә өлгөрҙөк, ямғырға эләкмәне. Мал аҙығы культураларының сифаты яҡшы. Уҙған йыл ямғыр арҡаһында байтаҡ кәбәндәребеҙ сереп юҡҡа сыҡты. Һуңғы йылдарҙа һауа шарттары ауыл хужалығы өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, тәүҙә ҡоролоҡ ыҙалатһа, һуңынан оҙайлы ямғырҙар, - ти Рәмил Әхмәҙулла улы.
Агрофирма 2975 гектарҙа бөртөклө иген культуралары сәскән. Бойҙай, арпа, һоло һәм борсаҡтың гектар ҡеүәте яҡшы булыр, тип ышаналар.
Әле агрофирма Ҡолош ауылы яғында сенаж әҙерләү менән мәшғүл. Күп йыллыҡ үләнде сабыуҙа 4 «Маcdon» үҙйөрөшлө бесән сапҡысы йөрөй. Икәүһе «Урал аръяғы МТС-ы»-нан ярҙамға килгән. Йәм-йәшел булып үҫкән үлән өлгөргән, шуға ла механизаторҙар уны ваҡытында сенаж соҡорона ауҙарыу өсөн бар тырышлығын һала. Йәшел массаны ташыуға 13 берәмек техника йәлеп ителгән.
Сабыуҙа йөрөгән Иҙрис Ғәлиуллин, Рифат Ишмөхәмәтов, Рәил Мәүлитов, бесән ташыусылар Азамат Мирхәйҙәров, Әхиәр Фәхретдинов, Ғазир Хәйруллин, Рауил Йәнтүрин, Марат Йосоповтарҙы айырыуса маҡтап телгә алды баш агроном.
- Насар эшләгән кеше юҡ бында, һәр кемдең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Бөгөн хужалыҡтар механизаторҙарға ҡытлыҡ кисерә, шөкөр беҙҙә ундай проблема юҡ. Эшселәребеҙгә эш хаҡы ваҡытында түләнә, пландарын арттырып үтәһәләр, дәртләндереү премиялары ҡаралған. Алдағы йылдарға яҡшы уй-ниәттәр, өмөт менән йәшәйбеҙ. Тәбиғәттең насар көнө юҡ, әле беҙҙең төп бурыс - бер нимәгә ҡарамаҫтан йәшел ураҡты тиҙерәк тамамлау, - тип хушлашты Рәмил Мөхәмәтйәров.
Фотола: Ранис Сәғитуллин бесән сабыуҙа йөрөй. Тырыш механизатор агрофирмала 8 йыл эшләй. Ошо арауыҡ эсендә үҙен эшһөйәр, намыҫлы, яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтергә өлгөргән.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ямғырлы һәм ҡарлы йәйЯмғырлы һәм ҡарлы йәй
Быйыл синоптиктар йәйҙе түҙеп торғоһоҙ эҫе, ҡайһы берәүҙәр хатта ҡоролоҡ буласаҡ, тип фаразланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡояштың ҡыҙыу нурҙарында... Тотош уҡырға
Баҫыу эштәре тынмайБаҫыу эштәре тынмай
Яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында хужалыҡтар сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төштө. Шулай ҙа баҫыу эштәрен улар ваҡытында атҡарып сыға алдылар. Тиҙ арала... Тотош уҡырға
Бурыстар билдәләндеБурыстар билдәләнде
Уҙған аҙнала төбәгебеҙгә эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев килеп ҡайтты. Уны ауыл хужалығы министры... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға
Малдар туҡ булһынМалдар туҡ булһын
Былтыр йәй туҡтауһыҙ яуған ямғыр район хужалыҡтарына мал аҙығы әҙерләргә форсат бирмәне. Бесәндәренә һыу үтеп, ҡабаттан өйҙөләр. Ҡайһы берәүҙәренең... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.