» » Дарыу ҡиммәтләнә

Дарыу ҡиммәтләнә16.02.2015

Дарыу ҡиммәтләнәСит ил тауарҙары ҡолона әйләнгәнбеҙ икән. Илебеҙгә ҡарата индерелгән санкциялар, долларҙың кинәт үҫеүе быны тағы бер ҡат иҫбатланы. Ҡасандан бирле, «Беҙ ҡеүәтле ил, беҙҙә бөтә нәмә бар», тип күкрәк һуҡтыҡ, әммә сифатлы тауар етештереү буйынса алға китеш бөтөнләй булмаған. Ялҡынлы телмәрҙәр - трибуналарҙа, етештерә башларға кәрәк тигән һүҙҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Был аҙыҡ-түлеккә генә түгел, башҡа көндәлек кәрәкле әйберҙәргә лә ҡағыла.
Мәҫәлән, һуңғы арала дарыуҙарға ла хаҡтың һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. 90-сы йылдарҙа Рәсәй фармацевтикаһы түбән тәгәрәп, бөгөн килеп, башлыса импорт дарыуҙарға урын бирелде. Шуға ла долларҙың хаҡы артыу менән, ситтән килтерелгән таблеткаларҙың да хаҡы күтәрелде.


Күптән түгел республика башлығы сығышында, былтыр төбәгебеҙҙә дарыуҙарға хаҡтар 0,5 процентҡа артһа, быйыл ғинуарҙа ғына уртаса хаҡ - 2, ә ҡайһы бер препараттарға 11 процентҡа күтәрелгән, тип белдерҙе. Бәлки баш ҡалала дарыуҙарға хаҡ шул сама ғына өҫтәлгәндер, ә бына беҙҙә, ҡайһы бер коммерция дарыуханаларында, 30-40 процентҡа тиклем арттырылғандары ла бар. Дарыуҙарҙың хаҡын белешеү маҡ-сатында «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының 203-сө Учалы үҙәк район дарыуханаһы мөдире Ирина Медведеваға мөрәжәғәт иттек.
- Дәүләт ҡарамағындағы аптекаларҙы дарыу препараттары менән «Башфармация» предприятиеһы тәьмин итә. Беҙ улар билдәләгән хаҡҡа 11-18 процент өҫтәйбеҙ. Әлеге баҙар иҡтисадындағы хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп хаҡтарҙы «йүгәнләргә» тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, дарыу һәм препараттарға хаҡтар ныҡ күтәрелде, тип әйтеп булмай. Дәүләт дарыуханаларында улар шәхси тармаҡ менән сағыштырғанда, күпкә түбәнерәк, - ти Ирина Раяз ҡыҙы.
Шәхси секторҙағы дарыуханаларҙың ваҡлап һатыу өсөн билдәләнгән хаҡты саманан тыш арттырып, алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнеүҙәре үкенесле, әлбиттә. Халыҡтың һәр хәлдә лә сәләмәтлегенә аҡсаларын йәлләмәйәсәген яҡшы беләләр. Мәҫәлән, «Нурофен» дәүләт дарыуханаһында 203 һум торһа, шәхси дарыуханала уның хаҡы 250 һум. Ҡайһы бер дарыуҙарҙың хаҡ айырмаһы 130-200 һумға барып етә. Халыҡ та хәҙер арзаныраҡ һатылған урынды эҙләй. Йөрөй, ҡарай, сағыштыра.
- Элек дарыуҙарҙың хаҡына иғтибар бирмәй инем. Һуңғы арала күрәм, препараттар һиҙелерлек ҡиммәтләнгән, хатта үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә лә. Долларҙың уларға ла йоғонтоһо бармы икән, тип аптырайым. Ҡалала иң арзан дарыуҙар дәүләт дарыуханаһында, тигән һығымтаға килдем. Айына бер тапҡыр йөрәк өсөн актовегин алып дауалау курсы үтәм. Кисә күршеләге дарыуханаға инеп хаҡын һорашҡайным, 960 һум, тинеләр, ә бында 700 һум, айырма ҙур ғына. Алыпһатарҙарҙың былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡты оторға тырышыуҙарына йөрәк әрней, - ти пенсионер Наил Вәлиуллин.
- Артабан да дарыуҙар ҡиммәтләнеүҙән туҡтамаһа, нимә эшләрбеҙ - белмәйем. Сәләмәтлегеңде нығытырға аҡсаны йәлләргә ярамай бит. Хәҙер дарыуһыҙ йәшәмәгән кеше һирәк, айырыуса пенсионерҙарға, балалары сирләгән ата-әсәләргә дарыуханаға йыш йөрөргә тура килә, - тип һүҙгә ҡушылды Ләлә Кәримова.
- Ғөмүмән, халыҡ һаулығынан аҡса ҡыҙғанмай. Хәҙер йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары күбәйҙе. Сирҙе иҫкәртеү, уны артабан аҙҙырмаҫ өсөн мотлаҡ дауаланыу курстары алырға кәрәклеген яҡшы аңлайҙар, - ти ҡаланыœ 312-се дарыуханаһы фармацевты Зәлиә Тайсынова.
Хөкүмәт етәкселеге хаҡтарҙы контролдә тоторға кәрәк, тип көн дә яр һала. Әммә әлегә тиклем бер үҙгәреш тә һиҙелмәй. Киреһенсә, хаҡтар әсетке өҫтөндә ултырған һымаҡ. Көн дә әкренләп булһа ла бер-ике һумға «ҡабара». Артабан да ошолай дауам итһә, боронғолар һымаҡ үлән төнәтмәләре ҡайнатып эсеп дауаланырға тура килерме икән?
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»
27 ғинуарҙа Өф өлә БР Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте... Тотош уҡырға
Ит ҡиммәтләндеИт ҡиммәтләнде
Ҡышҡы йәрминкәлә Яңы йылға тиклем бер тапҡыр булырға тура килгәйне, шунан һуң баҙарға юл төшкәне булманы. Аҙыҡ-түлекте магазиндан һатып алабыҙ. Һуңғы... Тотош уҡырға
Хаҡтар ниңә арта?Хаҡтар ниңә арта?
Европанан санкциялар индерелгәндән һуң халыҡ, иң мөһиме аҙыҡҡа хаҡ артмаһын, тип борсолғайны. Ил етәкселеге быға юл ҡуйылмаясаҡ, тип барыбыҙҙы ла... Тотош уҡырға
Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?
Һуңғы ваҡытта Украинала барған мәхшәр бар донъяны тетрәтте, уның «дауылы» беҙгә айырыуса ныҡ ҡағылды. АҠШ һәм Европа союзы илдәре Украинала барған... Тотош уҡырға
Рухыбыҙҙан баш тартмайыҡРухыбыҙҙан баш тартмайыҡ
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 2014 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. «Яйыҡ»ты алдырған, уҡыған, таратҡан дуҫтарыбыҙға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.