» » Бөтә ил менән яуланған Еңеү!

Бөтә ил менән яуланған Еңеү!14.05.2015

Бөтә ил менән яуланған Еңеү!Теүәл ете тиҫтә йыл элек Совет һалдаттары Гитлер иғлан иткән, дүрт йылға һуҙылған ҡанлы һуғышҡа нөктә ҡуя. Еңеү илебеҙгә миллионлаған ҡорбандар, селпәрәмә килгән яҙмыштар, тормошҡа ашмаған уй-хыялдар, тән һәм күңел яралары аша ҡиммәт хаҡҡа бирелә. 9 май көнөн һуғыш һәм тыл ветерандары айырыуса тулҡынланып көтөп алалар. Сөнки был - уларҙың байрамы, улар яулаған тыныс тормош тантанаһы. Иҫтәлекле көн айҡанлы ҡалабыҙҙың Дан стелаһы эргәһендә митинг һәм Еңеү парады ойошторолдо.
Районыбыҙҙан фронтҡа 13437 кеше киткән, шуларҙың 9785-е яу ҡырында башын һалған. Бөгөнгө көндә ауыр йылдар тарихын 51 һуғыш, меңдән ашыу тыл ветерандары һаҡлай. Ғәҙәттәгесә, митинг алдынан байрам геройҙары район хакимиәтенә йыйылды. Күкрәктәренә миҙалдарын таҡҡан яу ҡаһармандары йөҙөндә шатлыҡ, шул уҡ ваҡытта моңһоулыҡ та сағыла. Тәбиғәт тә 70 йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫләп, хәсрәтләнгән кеүек. Һауа торошон һәм ваҡыт ағымына бирешкән ветерандарыбыҙҙың сәләмәтлеген иҫәпкә алып, Дан стелаһына тиклемге юлды улар автобуста уҙҙы. Шулай ҙа үҙ көсөнә ышанғандары баштарын ғорур күтәреп, колоннаны етәкләне. Улар артынан хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ҡала-район етәкселәре, башҡа йәмәғәт ойошмалары, «Үлемһеҙ полк» акцияһы вәкилдәре ҡушылды.
Транспарант тотоп, башҡа тиҫтерҙәре менән йәнәш атлаған мәктәп уҡыусыһынан ҡулында ниндәй яугирҙың фотоһүрәте булыуы менән ҡыҙыҡһынам.
- Был Бөйөк Ватан һуғышы аша үткән, иленә иҫән әйләнеп ҡайтҡан фронтовик - Ишмөхәмәт Сабитовтың фотоһүрәте, - тине 5-се мәктәптә белем алыусы Карина Шаһиева. - «Үлемһеҙ полк» акцияһы аша беҙ тыныс киләсәк өсөн көрәшкән яугирҙарға үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙҙе, уларҙы онотмауыбыҙҙы һәм ғорурланыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Минең олатайымдың атаһы Хәй Шаһиев та һуғышта ҡатнашҡан. Разведчик булған. Олатайым атаһының фотоларын күрһәтеп, уның хаҡында балаларына һөйләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ҡарт олатайым оҙаҡ йылдар полицияла хеҙмәт иткән.
Ветерандар майҙан түрендә урын алғас, уларҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев тәбрикләне.
- Бөгөн беҙ иң мөһим байрамдарҙың береһен билдәләйбеҙ. 70 йыл элек илебеҙ халҡы үҙ азатлығы өсөн көрәштә еңеп сыҡты. Ул яугирҙар араһында беҙҙең райондаштарыбыҙ ҙа бар. Сикһеҙ батырлыҡ һәм илһөйәрлек өсөн, бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Барыһы ла фронт өсөн, тип көндө төнгә ялғап эшләгән тыл хеҙмәткәрҙәренең сыҙамлылығы һәм ихтыяр көсө лә ҙур баһаға лайыҡ. Йәш быуындың ошоларҙы оноторға хаҡы юҡ,- тине ул үҙ сығышында.
Дан стелаһына сәскәләр һалынғандан һуң, Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечен һуғышында һәләк булыусы яугирҙар рухы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Тыл ветераны Рәзифә Хәсәнова һуғыш башланған көндө бөгөнгөләй хәтерләй. Был мәлдә уға 13 йәш була.
- Был көндө ауылда ығы-зығы, илаш торҙо. Илтабан ауылының ир-егеттәре фронтҡа оҙатылғас, тормош көтөү ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм балалар иңендә ҡалды. Малайҙарҙың ҡулына - һуҡа, ҡыҙҙарҙыҡына салғы тотторҙолар. Бесән саптыҡ, ураҡ урҙыҡ, тоҡ бәйләнек, төнөн көтөү көттөк. Атайым өс улы менән һуғышҡа алынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике улы яу яланында ятып ҡалды. Ҡайтҡаны капитан ине, I, II дәрәжәләге Ватан һуғышы орденына, бихисап миҙалдарға лайыҡ булған. Еңеү көнөндә ҡар яуып тора ине. Һуғыш бөтөүенә ҡыуанһаҡ та, бер нисә бала менән тол ҡалған ҡатындарҙың, балаларын юғалтҡан әсәләрҙең әрнеүле яралары мәңге уңалманы. Еңеүҙең ҡәҙерен беләйек, йәштәр тыныс тормошта лайыҡлы донъя көтһөндәр ине, - тине Рәзифә Әхмәт ҡыҙы.
Сират Еңеү парадына етте. Хәрби комиссариат начальнигы Азамат Рыҫҡолов етәкселеге аҫтында парадты 10-сы мәктәптең кадет класы асты. Улар артынан 5-се мәктәп, 1-се, 3-сө лицей уҡыусылары атланы. Ҡалабыҙҙың ойошма-учреждениелары ла ситтә ҡалмаған: «Патриот» хәрби-патриотик клубы, мәғариф бүлеге, үҙәк ҡала дауаханаһы, тегеү фабрикаһы, тау сәнәғәте колледжы, Пенсия фонды идаралығы, тау-байыҡтырыу комбинаты, «Энергоремонт» йәмғиәте һәм «Хәрби берҙәмлек» ойошмаһы вәкилдәре саф менән уҙҙы.
Хәрби техниканың ҡатнашыуы Еңеү парадына айырым мәртәбә өҫтәне. Шәхси эшҡыуар В. Гуменюк, «Сатурн» техник хеҙмәтләндереү станцияһы, «Элемтә үҙәге», ДОСААФ тәьмин иткән Виллис, ГАЗ-69, Москвич-400, ГАЗ-63, ЗИЛ-131, Урал-4320, Камаз-4350 автомобилдәре, К-750, ИЖ-49 мотоциклдарының хәрәкәтен бар кешеләр, бигерәк тә ир-егеттәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Дан стелаһы ҡаршыһында һуғыш яланынан ҡайтмаусыларға мәңгелек хәтер символы итеп «Мәңгелек ут» яндырғандар. Эргәһендә ике һалдат һаҡта тора. Кадет хәрәкәте етәксеһе Денис Ямалетдинов әйтеүенсә, ут һәм ҡарауыл 7 майҙан алып ҡуйылған. 10-сы мәктәптең кадет класы уҡыусылары икешәрләп һаҡҡа баҫалар, сәғәт ярымдан алмашыналар. Ямғыр аҫтында бер ҡыбырламай, һөйләшмәй баҫып тороуы еңелдән түгелдер инде, әммә буласаҡ һалдаттар был ауырлыҡты сыҙамлы күтәрәләр.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Еңеү рухын татыныларЕңеү рухын татынылар
Ҡала һәм район мәктәптәрендә «Байраҡҡа тигеҙләнеү» тип исемләнгән пат-риотик акция үтә. 10-сы мәктәптә старт алып, Еңеү Байрағының махсус яһатылған... Тотош уҡырға
Митинг күңелле үттеМитинг күңелле үтте
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ураҙ ауылы хакимиәте тарафынан митинг ойошторолдо. Байрамға Учалы районы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзынан,... Тотош уҡырға
Беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәнеБеҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 70 йыл тула. Фашистик Германия менән дүрт йылдан ашыу барған һуғышта Совет халҡы күп ҡорбандар биреп Еңеү... Тотош уҡырға
Учалыла Еңеү байрағыУчалыла Еңеү байрағы
«Гагарин көндәре» акцияһы сиктәрендә 6-23 майҙа республикабыҙҙа «Еңеү байрағын ҡаршылау» тип исемләнгән сара үтте. Еңеү байрағы, теүәл әйткәндә,... Тотош уҡырға
Еңеү яҙын тәбрикләпЕңеү яҙын тәбрикләп
9 Май байрамы халҡыбыҙ өсөн иң изге байрамдарҙан иҫәпләнә. Айырыуса ветерандарыбыҙ был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Улар өсөн Бөйөк Еңеүҙән дә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.